Тыуған ил! Тыуған ер! Ниндәй изге төшөнсә! Һәр кемдең тыуған иле, төйәге була, һәр кем уны үҙенсә һөйә, үҙенсә аңлай, уның менән ғорурлана.
Һәр кеше тыуған иле менән тығыҙ бәйләнгән. Тыуған ил һәм Кеше! Был ике төшөнсәне айырып ҡарау мөмкин дә түгел. Ниндәй генә гүзәл, иҫ китерлек урындарҙа булһаң да, үҙ төйәгең яҡыныраҡ, йүгереп ҡайтаһы, үҙ тупрағыңда ялан аяҡ йөрөйһө килә. «Тыуған илем – алтын бишек», - тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер.
Вложение | Размер |
---|---|
insha._valeev_bulat.doc | 40 КБ |
Ҡоролтайға теләгем...
Тыуған ил! Тыуған ер! Ниндәй изге төшөнсә! Һәр кемдең тыуған иле, төйәге була, һәр кем уны үҙенсә һөйә, үҙенсә аңлай, уның менән ғорурлана.
Һәр кеше тыуған иле менән тығыҙ бәйләнгән. Тыуған ил һәм Кеше! Был ике төшөнсәне айырып ҡарау мөмкин дә түгел. Ниндәй генә гүзәл, иҫ китерлек урындарҙа булһаң да, үҙ төйәгең яҡыныраҡ, йүгереп ҡайтаһы, үҙ тупрағыңда ялан аяҡ йөрөйһө килә. «Тыуған илем – алтын бишек», - тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер.
Беҙ ғаилә менән урман – ҡырҙарға йыш сығабыҙ: олатай - өләсәйем төрлө үләндәр йыйырға өйрәтһә, ата - әсәйем менән ҡоштар тауышын, атайымдың моңло ҡурай көйҙәрен тыңлап, тәбиғәттең иҫ киткес бай ҙа, серле лә, матур ҙа булыуына хайран ҡалып, әйтеп бирә алмаҫлыҡ көс тә, дәрт тә, моң да алып ҡайтабыҙ. Һәм күңелгә үҙенән үҙе Салауат Юлаевтың шиғыр юлдары килә:
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
Минеңсә, һәр егет үҙ иле өсөн янып-көйөргә, уның данын арттырыр өсөн көсөн йәлләмәҫкә, ҡулынан килгән һәр эште эшләргә тейеш. Мин - ҡурайға ғашиҡ. «Ҡурай моңона һин бишектә ятҡанда уҡ битараф түгел инең», - тип атайымдар йылмайып иҫләйҙәр. Атайым да, әсәйем дә уҡытыусылар, рухлы кешеләр, халҡым, милләтем тип ҡыуаныусылар ҙа, көйөүселәр ҙә. Әсәйем 2010 йылда Беренсе Башҡорт йәштәре ҡоролтайында ла әүҙем ҡатнашты. Районда үткән бар сараларҙа ла беҙҙең ғаилә ҡатнашмайынса ҡалмай, сөнки беҙ барыбыҙ ҙа сәнғәтте үҙ итәбеҙ. Атайым ағайым менән мине бәләкәйҙән ҡурайҙа уйнарға өйрәтте, әсәйем матур итеп йырлай, ә һеңлем бейергә әүәҫ. Музыка мәктәбенең ҡурай класында 5 йыл белем алдым. Район һәм республика күләмендә уҙғарылған бик күп конкурстарҙа еңеү яуланым. 2009, 2012 йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһы ғаиләбеҙ тураһында сюжетлы фильм төшөрҙө.
«Илен һөймәҫ кенә - телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына – теле юҡ»,- тип яҙған яҡташыбыҙ Рәми ағай. Уның һүҙҙәре менән мин тулыһынса килешәм. Балалар баҡсаһында ла «Башҡорт теле» түңәрәгенә бик теләп йөрөнөм. Иртәлектәр үткәргәндә минән башҡортса йырҙар йырлата, шиғырҙар ятлата торғайнылар. Ләкин район үҙәгендә башҡорт мәктәбе булмағанлыҡтан, уҡыуымды рус мәктәбендә башланым. Әммә башҡортса йырлауымды, бейеүемде, ҡурайҙа уйнауымды ташламаным. Рус мәктәбендә белем алһам да, башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнәм, районда үткәрелгән сараларҙа , олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашам.Ә ҡурай һәр ваҡыт минең янымда! Мәктәбебеҙҙең ошондай рухлы егеттәре һәм ҡыҙҙары менән башҡаларҙың да күңеленә моң, һүҙ аша – халҡыбыҙға, милләтебеҙгә һөйөү, ихтирам сатҡыларын һалырға тырышабыҙ. Ата-әсәнең, дәүләттең, киләсәгебеҙҙең ныҡлығы беҙҙең белемебеҙгә, аң кимәлебеҙгә, күңел изгелегенә бәйләнгән. Атайым: «Нигеҙ ныҡлы булһа, уға нисә ҡатлы өй ултыртһаң да, ул уны күтәрәсәк», - ти. Был йәһәттән мин үҙемде бәхетле тип һанайым – ата-әсәйем дә, уҡытыусыларым да ярҙам итергә әҙерҙәр. Мәктәп йылдарында төплө белем алыу, тырышлыҡ, маҡсатҡа өлгәшеү кеүек бурыстар минең өсөн тәүге урында тора. «Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан», - ти халыҡ мәҡәле. Бергәләп бар көсөбөҙҙө йәлләмәй белем алып, киләсәктә илебеҙҙең терәге, таянысы булып үҫеүебеҙҙе теләйем.Сөнки илемдең киләсәге – беҙ , йәш быуын; беҙҙән уның яҙмышы, булмышы торасаҡ.
Тыуған ил бик ҙур төшөнсә. Әлегә мин үҙемде ошо киңлектең бер өлөшө итеп кенә тоям. Ләкин киләсәктә тыуған республикамдың шаулап сәскә атасағына, бер илдән дә кәм булмаясағына ышанам һәм үҙ илемә көслө ҡурай моңондай ҙур өлөш индерермен тигән уй – теләктәр менән йәшәйем.
Ҡоролтайға әйтер һүҙемде мин ошо теләгем аша , һәр бер кеше үҙ илен, телен, мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш, тип еткерер инем. Ошо изге төшөнсәләрҙең киләсәге – беҙҙең ҡулыбыҙҙа!
Минең Ҡоролтайға тәҡдимдәрем:
Акварель + трафарет = ?
Снег своими руками
Денис-изобретатель (отрывок)
Ребята и утята
Андрей Усачев. Пятно (из книги "Умная собачка Соня")