Ни өсөн яңғыҙлыҡ исемдәр тел өлкәһендә беренсе урында тора? Яуап ябай: теләһә ниндәй атама, кемгә йәки нимәгә ҡарауына ҡарамаҫтан (кешегә, хайуанға, географик урынға һ.б.), иң тәү сиратта һүҙ, сөнки ул тел системаһына инә, уның закондары буйынса йәшәй. Тел белемендә ономастика бүлеге тап бына ошоларҙы өйрәнә. Был тикшеренеү эше Бөрйән районы топонимдарының ономастикаһын, йәғни яңғыҙлыҡ исемдәрен грамматик яҡтан өйрәнеүгә арналды.
Вложение | Размер |
---|---|
toponimdar_y_ya_alyshy.rar | 23.86 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
БӨРЙӘН МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ
Иҫке Собханғол урта мәктәбе Ғәлиәкбәр филиалы
ТЕМА: Бөрйән районы топонимикаһының ономастикаһы
Башҡарҙы: 7 - се класс уҡыусыһы Ҡаһарманова Гөлиә Рауил ҡыҙы
Етәксе: Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы (башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы)
Ғәлиәкбәр мәктәбе – 2016
ЙӨКМӘТКЕ
I. ИНЕШ…………………………………………………………………………………………………….……….3 – 5
II. ТӨП ӨЛӨШ. Бөрйән районы топонимдарының һүҙьяһалышы…..……….5 – 10
1. Ябай атамалар…………..…………………………………………………………………...............................5 – 7
2. Ҡушма атамалар…………………………………………………………………………….…… ...……7 – 10
III. ӘҘӘБИӘТ……………….……………………………………………………………...…………...………..…….10
IV. ҠУШЫМТАЛАР................................................................................................................................... 11 – 16
I. ИНЕШ
Ни өсөн яңғыҙлыҡ исемдәр тел өлкәһендә беренсе урында тора? Яуап ябай: теләһә ниндәй атама, кемгә йәки нимәгә ҡарауына ҡарамаҫтан (кешегә, хайуанға, географик урынға һ.б.), иң тәү сиратта һүҙ, сөнки ул тел системаһына инә, уның закондары буйынса йәшәй. Тел белемендә ономастика бүлеге тап бына ошоларҙы өйрәнә. Был тикшеренеү эше Бөрйән районы топонимдарының ономастикаһын, йәғни яңғыҙлыҡ исемдәрен грамматик яҡтан өйрәнеүгә арналды.
“Һуңғы осорҙа халыҡтың үҙ тарихына, мәҙәниәтенә, шулай уҡ киләсәгенә иғтибары артҡандан-арта, йәғни башҡорт халҡының милли үҙаңы уяна, үҫә һәм нығый. Әлбиттә, был процестан тел дә ситтән тороп ҡала алмай, сөнки тел милләтте билдәләүсе мөһим күрһәткес булып һанала. Тел күренешенең мөһим компоненты булып торған төрлө атамалар (кеше исемдәре, ҡушаматтар, географик атамалар һ.б.) халыҡ тормошоноң бөтә дәүерҙәрендә лә уның юлдашы вазифаһын башҡарған һәм бөгөнгө көндә лә башҡара. Шуға күрә лә яңғыҙлыҡ исемдәр донъяһын өйрәнеү – ул туған телдең төрлө билдәләрен асыҡлау һәм тасуирлау, халыҡтың көнкүрешен, тарихын, территориаль тел үҙенсәлектәрен тикшереү кеүек процестар менән бергә, комплекслы рәүештә алып барыла. Топонимдарҙың яһалыу сығанағы – туған телдең дөйөм лексик байлығы”, – тип яҙҙы Рәшит Шәкүр үҙенең “Ерҙең хәтер китабы” тигән хеҙмәтендә. Атамаларҙың кешене уратып алған мөхиттә бик күп булыуы, телдә ҡулланылыуы кешеләрҙе элек-электән ҡыҙыҡһындырған, һәм уларҙы өйрәнеү кәрәклеге мөһим мәсьәләләрҙең береһенә әйләнгән. Был эштә, Бөрйән районы ерлегендә барлыҡҡа килгән һәм тупланған ер-һыу атамаларына таянып, төҙөлөшөн (һүҙьяһалышын) өйрәнеү маҡсат итеп ҡуйылды. Был эшкә мөрәжәғәт итеү сәбәптәренең береһе тағы ла шунда: ваҡыт үтеү менән, ҡайһы бер атамалар юғала. Топонимдарҙың лексик-семантик мәғәнәһен асыҡлап, халыҡтың йәшәү, аң, фекерләү даирәһен, уй-хыял кимәлен, телдәге үҙгәрештәрҙе белеп була.
Маҡсат:
1. Бөрйән районы топонимдарының грамматик төҙөлөшөн өйрәнеү.
2. Топонимик һүҙлек төҙөү.
Бурыстар:
1) тейешле әҙәбиәт менән танышыу, теге йәки был проблемаға ҡағы-лышлы мәғлүмәтте һайлап ала белеү;
2) тикшеренеү өсөн кәрәкле материалды туплау;
3) анализ ярҙамында Бөрйән районы топонимик системаһының үҙенсә-лектәре тураһында һығымта яһау;
5) тупланған материалды һүҙьяһалыш яғынан төркөмләү;
6) тупланған материалды һүҙьяһалыш яғынан анализ нигеҙендә район топонимикаһының үҙенсәлеге тураһында һығымта яһау.
Тикшеренеү объекты: Бөрйән районы топонимдары.
Тикшеренеү предметы: топонимдарҙың һүҙьяһалышы.
Актуаллеге:
а) һәр бер кеше атамаларҙың барлыҡҡа килеү закондары һәм юлдарын белергә;
б) һәр бер атаманы төрлө яҡтан, йәғни тарихи, социаль, этнографик, этник, шулай уҡ лингвистик аспекттан сығып аңларға тейешле.
Гипотеза:
Топонимик материалдың һүҙьяһалыш үҙенсәлектәрен тел закондары буйынса анализлап була. Улар телдең айырылғыһыҙ бер өлөшө.
Эш методтары:
1. Йыйылған материалды өйрәнеү, анализлау, тәртипкә килтереү.
2. Тыуған яҡты өйрәнеү музейында эшләү.
3. Темаға бәйле әҙәбиәтте өйрәнеү.
4. Анкета үткәреү.
5. Интернет селтәрендә эшләү.
Ғилми яңылығы: Бөрйән районының топонимик уларҙың яһалышын өйрәнеүҙе тәртипкә килтереүгә ярҙам итәсәк.
Теоретик әһәмиәте: тикшеренеү эше һөҙөмтәләре Бөрйән районы һәм Башҡортостан Республикаһы топонимикаһын лингвистик күҙлектән өйрәнеүгә билдәле бер өлөш индерәсәк.
Практик әһәмиәте: эҙләнеү эше материалдарын тел дәрестәрендә “Һүҙьяһалыш” темаһын өйрәнгәндә, тарих, география дәрестәрендә, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса кластан тыш эштәрҙә файҙаланырға мөмкин.
II. ТӨП ӨЛӨШ
Эшкә әҙерлек барышында тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарих уҡытыусыһы Дамир Зиннәт улы Аллабирҙин район китабына тип йыйған материалдар төп сығанаҡ булып торҙо. Тикшереү өсөн бөтәһе 502 атама тупланды. Шулай уҡ Рәшит Шәкүрҙең “Ерҙең хәтер китабы” менән танышып һүҙьяһалыш буйынса төркөмләүҙә уның принцибы файҙаланылды.
Топонимдар халыҡ тарихы, этник процестар менән тығыҙ бәйләнгән. Ырыу, ҡәбилә, хатта ара исемдәре билдәле бер урынды, ауылды, йылғаны, тауҙы, районды белдереп, топонимияла нығынып ҡалалар.
Тикшерелгән материалдарҙа объекттың үҙенсәлегенә, мәҫәлән, тауышҡа оҡшатып, яһалған топонимдар бар. Уларға Шаңғырауыҡ ҡаяһы, Селтербикә йылғаһы, Ҡуҡрауыҡ йылғаһы һымаҡ атама йөрөткәндәре ҡарай. Шаңғырыуыҡ ҡаяһы эргәһендә саҡ ҡына тауыш та яңғырап тора, кире ҡайта. Ҡуҡрауыҡ йылғаһының Оло Нөгөшкә ҡойған ере бик текә, һыу күкрәү тауышы сығара. Күкрәүектән, әйтелешкә яраҡлаштырылып, Ҡуҡрауыҡҡа үҙгәртелгән. (Ҡушымта 1)
Һәр бер телдә һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр мотлаҡ бер системаға, морфологик һәм грамматик закондарға буйһонған була. Топонимияла ла шул уҡ хәл. Улар үҙҙәренең һүҙьяһалыш формалары, төҙөлөшө яғынан ғәжәп төҙөк һәм тәбиғи система барлыҡҡа килтергәндәр.
Р.Шәкүр үҙенең хеҙмәте буйынса һүҙьяһалыш йәһәтенән өйрәнелгән атамаларҙы ҙур ике төркөмгә бүлеп йөрөтөргә мөмкин: ябай һәм ҡушма исемдәр. “Ғәҙәттә, төп килештә килгән һәм тамыры бер генә һүҙҙән торған, шулай уҡ тамыр һүҙгә ялғауҙар ҡушылып (йәғни морфологик юл менән) яһалған исемдәр ябай атамалар төркөмөнә ҡарай”, – тигән.
Топонимдарҙы һүҙьяһалыш яғынан төркөмләүҙә мәктәп программаһында үтелгән “Һүҙьяһалыш” темаһы буйынса төркөмләү ҡулайыраҡ, сөнки ул киң ҡатлам уҡыусыларына аңлайышлы. Был бүлек буйынса эшләгәндә, мәктәптә алған белемдәрҙән тыш, Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. әҙерләгән ҡулланма ла ҙур ярҙам итә.
2.1. Ябай атамалар.
Улар үҙҙәре ике төркөмгә бүленә:
Тамыр һүҙҙән торған топонимдар. Күбеһенсә кеше исемдәренән, этно-нимдарҙан торалар.
Шулай уҡ сифаттан, исемләшкән ҡылым формаларынан исемгә күсеп, атамаға, яңғыҙлыҡ исемгә әйләнгән киткән топонимдар бар:
- Һандарҙан: Беренсе күпер, ҡаяһы, Өсөйлө. (Ҡушымта 4)
- Сифаттарҙан: Ҡыҫыҡ, Тәпәнәк, Һаһыҡ, Бәләкәй һ.б. (Ҡушымта 5)
- Ҡылымдарҙан: Етмәҫ, Шыуҙырғыс, Ығышма һ.б. (Ҡушымта 6)
Тамыр һүҙҙәргә төрлө һүҙ яһаусы ялғауҙар ҡушылыу менән барлыҡҡа килгән атамалар: Таш+лы, Кәртә+ле, Күпер+ҙ(л)е, Ҡайраҡ+лы, Өйрәк+ле, Уҫаҡ+лы, Йүкә+ле, Аһы+лы(асалы һүҙенән) һ.б. Был төрҙәге атамаларҙы яһалма сифаттарға индереп була. (Ҡушымта 7)
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: ҡайһы бер атамаларҙың этимологияһын белмәй тороп, уның яһалышын билдәләү мөмкин түгел. Ундайҙарға Имес, Йәүгәҙе, Һөрөмбәт һымаҡтар инә.
2.2.Ҡушма атамалар.
Ябай (бер һүҙле) топонимдарҙан айырмалы рәүештә, ер-һыу атамаларының был төрө ике йәки өс, һирәкләп унан да күберәк һүҙҙән тора.
Һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән яһалғанда топоним составындағы аныҡла-ныусы һүҙ (ғәҙәттә географик термин) аҙаҡта тора. Мәҫәлән, Аҡтау ата-маһында аҡ төҫтө, тау географик атама. Был хәл ер-һыу исемдәренең эске тәбиғәте, объектҡа айырым бер характеристика биреү кәрәклегенән килеп сыҡҡан. Миҫалдар: Таҡыясусаҡ, Аратау, Аҡташ, Артышлытау, Аҡбейек, Ташкүпер, Ташкисеү, Күркәтау, Ҡаратау, Оҙонуй һ.б. (Ҡушымта 8)
Атамаларға тағы бер термин өҫтәлергә мөмкин: Аратау ауылы, Оҙонуй тамағы, Өстамаҡ йылғаһы, һ.б. Был осраҡта бәйләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙ барлыҡҡа килә. Һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән яһалған топонимдар күпселекте тәшкил итә. Мәҫәлән, Аҡһыйыр яланы, Артыш тауы, Бәйет тауы, Баҙ тауы, Бесәй ояһы һ.б. (Ҡушымта 9)
Ҡушма атамаларҙы тағы һүҙбәйләнеш тибы буйынса ла төркөмләп була. Һөйкәлеү юлы менән атамалар яһалыуҙың үҙенсәлеге шунда: тәүге һүҙ төп килеш формаһында тора, ә аныҡланыусы 3-сө зат формаһында була: Ғәлиәкбәр(ҙең) ауылы, Риф(тең) күле, Нөгөш(төң) йылғаһы, Күл(дең) тамағы, һ.б. Был осраҡта эйәреүсе һүҙҙең эйәлек килештәге ялғауы төшөп ҡала, формаль яҡтан төп килештә тора. (Ҡушымта 10)
Йәнәшәлек юлы менән атамалар осрай: Яңғыҙ ҡарағай, Сыбарайғыр, Суҡҡарағас, Суҡмуйыл, Оло Салажы.
Башҡарылыу юлы менән яһалған топонимдар -ған, -ҡан ялғауҙарына бөткән ҡылым формалары менән уртаҡлыҡ исемдәрҙән тора. Ҡылым формаһындағы һүҙ аҙаҡта тора: Айыу(ҘЫ)атҡан, Айыу(ҘЫ)ала Яулыҡ(ТЫ)киҫкән, Мыш(ы)(НЫ)атҡан, Тәкә(НЕ)һуйған. Тәүге компонент билдәһеҙ төшөм килештә тора, билдәле төшөм килештә тороуынан кәрәклеге бөтөнләй юҡ. (Ҡушымта 11)
Ярашыу юлы менән барлыҡҡа килгән топонимдар морфологик яҡтан 3-сө зат яңғыҙлыҡ йәки уртаҡлыҡ исем һәм -ған, -ҡан ялғаулы ҡылым формаһынан торған һөйләмде хәтерләтә: Быҙаүлгән, Бүрәнәшыуған, Ҡыҙүлгән, Мерәҫкиткән, Ҡыҙҙаргиткән. (Ҡушымта 12)
Йөкмәткеһе һәм һүҙ төҙөлөшө яғынан фонетик үҙгәреш кисергән атамалар: әрл(ҙ)әттенән – Әрҙәкле, аҡһырғаҡтан – Аҫҡараҡ,күкрәүҙән – Ҡоҡрауыҡ, суҡ уҫаҡтан – Суһаҡ, ыҫмаланан – Ыхмайыл. (Ҡушымта 13)
Ҡыҫҡартылған һүҙҙәр ҙә осрай: РТС – Ҡурғашлы ауылының элекке исеме, Йәнсалай – Йәнғәле + Сәләхетдин(ай). (Ҡушымта 14)
Исем булмаған һүҙҙәр ҙә топонимдарҙа үҙенең тәүге морфологик үҙенсәлектәрен юғалтып, яңғыҙлыҡ исем категорияһына күсә: Етмәҫ, Байҡаш, Ҡалыу.
Иркәләү, кесерәйтеү ялғауы ҡабул иткән атамалар: Мәрйәкәй, Си-бә(р)кәй.
Һығымта
Шулай итеп, Бөрйән районы топонимдарының бер өлөшөн тикшереү атамаларҙың төҙөлөшө һәм яһалышы яғынан иң күп ҡулланылған төрҙәрен күҙ алдына баҫтырҙы. Төҙөлөшө буйынса ябай һәм ҡушма атамалар бер күләмдә тиерлек. Ябай атама аҙағынан тәүге өлөштө асыҡлаусы һүҙ килеп ҡушма һүҙ барлыҡҡа килә. Күберәк ҡушма атама ҡыҫҡартылып, урындың исеме әйтелмәй, ә уның аталышы ғына ҡулланыла. Халыҡ Нәби, Нәби ауылы тиһә лә бер үк урын – ауыл күҙ алдына килә. Күренеүенсә, икенсе компоненттың кәрәклеге юҡ. Мәҫәлән, Тимер ауылына барам – Тимергә барам.
Морфологик анализ шуны күрһәтте: топонимдар яһалғанда, тамыр һәм яһалма сифаттар күп ҡулланыла. Мәҫәлән, аҡ + тау = Аҡтау, кесе + Нөгөш = Кесе Нөгөш; кәртә + ле = Кәртәле, таш + лы = Ташлы. Бындай формаға өҫтөнлөк биреү сифаттарҙың функцияһынан килә. -лы/-ле, -та/-тә, -ҙы/-ҙе, -ай/-әй, -са/-сә ялғауҙары атама яһалғанда киң ҡулланыла. Мәҫәлән, Кәртәле, Кәмә(с)ше, Күперҙе, Ҡурыуҙы, Урыһ(ҫ)ай, Суҡраҡты.
Төп сифаттар топонимдың туранан-тура билдәһен белдерә. Аҡтауҙа аҡ төҫтәге таштар күп, Ҡыҙылъерҙә мәтеһе күренеп ята. Шартлы сифаттар топонимдарҙа предметтың булыу-булмауына, ваҡытҡа, урынлашыуына бәйле: Муйыллы туғай Яҙғы йорт, Көҙгө йорт, Ҡарағасйорт, Уртайорт.
Исемдәр. Топонимдар яһалғанда, кеше, хайуан, үлән, ағас, ил исемдәре, ҡушаматтар ҡулланылған. Шул уҡ ваҡытта ил исемдәре (Афғанистан, Пакистан) һирәкләп осрай. Рус теленән ингән атамалар үҙгәртелеп тә (Боғасы – Пугачев тауы), үҙгәртелмәй ҙә (Завод, Волков һ.б.) ҡулланыла. Улар исем һүҙ төркөмөнән. Ғәлиәкбәр ауылына ҡараған топонимдар араһында Нехочу исемен йөрөткән аҡландың атамаһы рус теленән, ҡылымға ҡарай.
Тикшерелгән топонимдарҙа бүтән һүҙ төркөмдәре – һан, ҡылымдың һөйкәлештәре һәм төркөмсәләре ҡулланыла. Улар яңғыҙ ҙа (Етмәҫ, Ҡалыу һ.б.), ҡушма атама (Беренсе күпер, Көтөүсе яланы (хәҙерге заман сифат ҡылым), Ҡартүлгән (хәбәр һөйкәлешенең үткән заманы) һ.б. яһалғанда ла ҡулланылалар.
Ымлыҡтарҙан, оҡшатыу һүҙҙәре лә атамалар яһауҙа ҡатнашалар: Сың(ҡ)ғырауыҡ, Сылтырбикә, Шаң(ҡ)ғырауыҡ.
Ябай атамалар тамырҙан һәм тамырға яһаусы ялғау ҡушылыу юлы менән яһалған һүҙҙән тора. Ҡушма атамалар һүҙҙәрҙе ҡушыу һәм бәйләү юлы менән барлыҡҡа килгәндәр. Һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы менән 2 атама табылды. РТС – ремонтно-техническая станция (был урында тәүҙә ошо объект төҙөлә, һуңынан ауыл барлыҡҡа килеп, Ҡурғашлы исемен ала, сөнки ошо уҡ исем йөрөткән йылға буйында урынлашҡан), Йәнсалай – Йәнғәле һәм Сәләхетдин (ҡушаматы Салай) һүҙҙәренән алынған.
Йәнәшәлек юлы менән атамаларҙы дөрөҫ яҙыу йәһәтенән ауырлыҡтар осрай. Матбуғатта 2 төрлө яҙыу осраҡтары күренә. Мәҫәлән, Суҡҡарағас яланы – Суҡ ҡарағас яланы.
Ниндәй юл менән яһалыуына ҡарамаҫтан, урынды белдергән атамалар исемләшә һәм уның бөтә категорияларында (күплек һандан тыш) үҙгәрә. Күплек категорияһында ауыл атамаларын ғына ҡулланып була: янһарылар, ғәлиәкбәрҙәр, йәғни ошо ауылда йәшәүселәр. Үҙләштерелгән һүҙҙәргә ҡараған Финляндия, Япония һымаҡ ҡушамат йөрөткән урында йәшәүселәрҙе финдар, япондар (японецтар) тип йөрөтөү телдә, һәр хәлдә Бөрйән халҡы телендә нығынған.
Шулай итеп, икенсе гипотеза раҫланды: топонимик материал тел закондары буйынса йәшәй. Улар телдең айырылғыһыҙ бер өлөшө.
Киләсәккә маҡсат:
IV. ӘҘӘБИӘТ
1. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге. Өфө, 2002.
2. Район китабына йыйылған топонимик материалдар.
3. Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө ”Китап”, 2000.
4. Шәкүр Р.З. Исемдәрҙә – ил тарихы. Өфө, 1993.
IV. Ҡушымталар
Ҡушымта 1
|
|
Ҡушымта 2
Кеше исемдәренән |
Нөгөш, Монасип, Нәби, Раҡай. |
Ҡушымта 3
Этнонимдарҙан |
Ямаш, Мишәр, Ҡалмаҡай, Ҡыпсаҡ, Һарт. |
Ҡушымта 4
Һан |
Беренсе күпер, Бәргәзә, Берлек, Бертеш, Бәштин – биш тин һүҙенән, Өсуй, Өстамаҡ, Өс туған ҡаяһы, Өсөйлө. |
Ҡушымта 5
Сифат |
Ағиҙел, Аҡбалсыҡ йылғаһы, Аҡбейек, Аҡҡашҡа, Аҡбулат, Аҡтау, Аҡһыйыр яланы, Аҡсабикә, Аҡташ, Алағуян, Алағуян башы, Арҡыры йылға, Байғаҙы, Байтулла, Байғотоҡ, Баймырҙа, Байназар, Бейеккүпер, Бәләкәй, Бәләкәй Аҡбейек, Бәләкәй, Ҡыҙылташ, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Бәләкәй Салажы,Бәләкәй Соңғор, Бәләкәй Шәйек, Иҫке Монасип, Иҫке Мөсәт,Иҫке Собханғол, Иҫке Тарыуал, Иҫкеҙма, Кесе Нөгөш, Кесе Нөгөш тамағы, Күкбесән, Күктәкә, Күкьятыу, Ҡаҡсыр, Ҡарабешә, Ҡарағошто, Ҡарағол, Ҡаратау, Ҡараңғуй, Ҡараһыйыр, Ҡартөй, Ҡараһөбә, Ҡарасура ҡәбере, Ҡаршытау, Ҡаршы туғай, Ҡумырт кисеү, Ҡушйылға, Ҡыҙылташ, Ҡыҙыл ер, Ҡыҙылъяр, Ҡыуғарағай, Ҡырташ, Ҡырын ер, Ҡыҫҡуй, Ҡыяюл, Оҙонуй, Оҙонсал, Оҙон ялан, Олоғор, Олоҡыҙылташ, Олотау, Ослотау, Оло күл, Оло Нөгөш, Оло Салажы, Оло Соңғор, Өлкән Аҡбейек, Ситҡыр, Суҡмуйыл, Суҡтал, Суһаҡ, Сыбарайғыр, Сыуаҡай, Тарҡын туғайы, Текәморон, Туҡалбаш, Түбәнге ауыл, Тәрәнгисеү, Тәрәнуй, Тәпәнәк, Уртағыр, Уртайорт, Һыуыҡҡолаҡ, Һимеҙтай, Шыйыҡ бутҡа, Әсе, Әсебар, Яңы Мөсәт, Яхъя күле, Яңғыҙ ҡарағай |
Ҡушымта 6
Ҡылым | |
|
Ҡушымта 7
Яһалма сифаттар. -лы/-ле, -та/-тә, -ҙы/-ҙе, -ай/-әй, -са/-сә, -лыҡ/-лек ялғауҙары |
|
Ҡушымта 8
Һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән яһалғанда топонимдар |
Абыҙгилде, Ағиҙел, Айыуала, Айыуатҡан, Айыусапҡан, Айһылыу, Аҡбейек, Аҡбулат, Аҡтау, Аҡсабикә, Аҡташ, Алағуян, Аллабирҙе, Аралғыр, Аралбай, Аралғыр, Аратау, Арғыҙма, Арыҡтай, Артышлытау, Атайсал, Атъятҡан, Байтулла, Баланйорт, Байғотоҡ, Баҙъялан, Баймырҙа, Ба(о)тинкаташ, Башмаҡшыуған, Бейгилде, Бейеккүпер, Бертеш, Бешәлетау, Бикташ, Бирелейорт, Борсаҡһуҡҡан, Бәштин, Бүләкташ, Бүрәнәшыуған, Бәләтар, Ғәҙелгәрәй, Елдәрҡа, Еләклетүбә, Иҙәнташ, Имәнйорт, Инсебикә, Исламбай, Иҫкеҙма, Йыландуй, Йылҡысыҡҡан, Йәйпегир, Йәнгәрәй, Йәнһыуалған, Йәнһөйәр, Кейекбай, Килдеғол, Күсоя, Күкбесән, Күркәтау, Күктәкә, Күкьятыу, Көнтеймәҫ, Кәбәнғарағай, Кәбәнташ, Кәзәтау, Кәртәташ, Ҡайынсуҡы, Ҡаҡсыр, Ҡайынтуғай, Ҡарабейә, Ҡарағайсабын, Ҡарабешә, Ҡарағошто, Ҡарағол, Ҡаратау, Ҡараңғуй, Ҡараһыйыр, Ҡараһөбә, Ҡартөй, Ҡаршытау, Ҡатайғошҡан (Ҡатай һуғышҡан) , Ҡалғаһау, Ҡарағасйорт, Ҡарайғыр, Ҡандыбил, Ҡаншал, Ҡоҙғонташ, Ҡоръятмаҫ, Ҡурпытуғай, Ҡушйылға, Ҡыҙылташ, Ҡыҙүлгән, Ҡыҙматаш, Ҡыҙылъяр, Ҡыҙылташ, Ҡыуғарағай, Ҡырташ, Ҡыҫҡуй, Ҡыяюл, Майғойған, Майсергән, Муйылтөп, Муллатуғай, Мусағәле, Мәндәғол, Нөгөшйорт, Оҙонуй, Олоғор, Олоҡыҙылташ, Олотау, Ослотау, Оҫҡонлоғор, Өйрәкташ, Өкөташ, Өсуй, Өстамаҡ, Өмөткән, Өсөйлө, Саҡмағош, Санатөшкән, Саталыүҙәк, Сейәлеморон, Суҡҡарағас, Суҡмуйыл, Суҡтал, Сусҡаморон, Сыбарайғыр, Таҡыясусаҡ, Танасыҡҡан, Таңбикә, Тарыбай, Ташкисеү, Ташкүпер, Ташморон, Ташөй, Текәморон, Туйбуға(туй булған) , Туҡалбаш, Туңмаҫкүл, Түбарҡа, Түбәйорт, Төлкосҡан, Төлкөташ, Тәкәғыр, Тәкәһуйған, Тәрәнгисеү, Тәрәнуй, Уралтау, Уртағыр, Уртайорт, Уҫағуй, Уҫаҡлыуй, Үргеҙма, Үтәйәмбәт, Һыуыҡҡолаҡ, Һәүәнәкташ, Һимеҙтай, Шүлгәнташ, Шыуматаш, Шәшкеҡасҡан, Этаяҡ, Әбделмәмбәт, Әлешйорт, Әсебар, Юрматау, Яҙҙауар, Яланайыры, Яуымбай, Яҙғыйорт. |
Ҡушымта 9
Һөйкәлеү юлы менән атамалар |
Ағиҙел ҡасабаһы, Аҡҡашҡа т., Аҡһыйыр яланы, Алағуян башы, Алағуян тамағы, Алпамыша ҡәберлеге, Андыҙ яланы, Арал тауы, Арыҫлан ҡарт соҡоро, Аҫҡараҡ тамағы, Аштыҡ уяһы, Бабсаҡ ҡәберлеге, Баҙ тауы, Батша ҡотоғо, Башҡорт утары, Бесәй ташы, Бесәй ояһы, Бөрйән йылғаһы, Бөрйән юлы, Бүтәү тауы, Бүре төбө, Бәғиҙә тауы, Бәйет тауы, Волков йәйләүе, Ғаффар утары, Ғүмәр ыҙмаһы, Ғәббәс утары, Ғәбит уяһы, Ғәзиз тауы, Ғәйниә ҡотоғо, Ғәле тауы, Ғәлиәкбәрсоҡоро, Ғәлийән үҙәге, Дәүләтбай туғайы, Динислам тауы, Зөбәйлә ҡарандаһы, Зыя баҙы, Зыярат тауы, Зәкир солоғо, Зәмзәбикә шишмәһе, Имес төбө, Имес тауы, Имес туғайы, Ишбулды баҙы, Иҫәнбикә һаҙы, Йәмилә сабыны, Йәнсалай ҡоҙоғо, Капал өйө, Кейәүҙәр үҙәге, Кесе Нөгөш тамағы, Кинйәш тауы, Күкәй тауы, Күл тамағы, Күс юлы, Костер тауы, Көләмбәт юлы, Көтөүсе яланы, Кәмә сығышы, Ҡарас йылғаһы, Ҡарасура ҡәбере, Ҡоҙғон ҡаяһы, Ҡолош үҙәге, Ҡотоҡай баҙы, Ҡотло Булат түше, Ҡужан шишмәһе, Ҡыҙҙар тауы, Ҡыҙбикә мороно, Ҡыярат тауы, Лапшин утары, Маяҡ түбәһе, Мортаҙа яланы, Мулла түше, Мәрхәм күле, Мәсет тауы, Мәсет уяһы, Ноҡот тауы, Өкө ҡаяһы, Өкө ояһы, Өмөкамал төбәге, Өмөткән яланы, Өс туған ҡаяһы, Партизандар ҡыуаҡлығы, Риф күле, Рәмзи юлы, Рәхимйән ташы, Сабирйән түңгәге, Сания соҡоро, Сапа й. , Силос соҡоро, Сусҡа фермаһы, Сусаҡ үҙәге, Сәмиға күпере, Сәғит баҙы, Сәфәр утары, Сәфәр соҡор, Сәңгелдәк йылғаһы Татар үлеге, Тауыҡ фермаһы, Ураҙбикә юлы, Урыҫ юлы, Үлектәр арҡаһы, Үр яланы, Үртән буйы, Һарат уяһы, Шүлгән башы, Шәре башы, Шәре й. , Шәрифә тауы, Яхъя күле, Хәҙрәт юлы, Хисам күле. |
Ҡушымта 10
Һөйкәлеү юлы менән |
Ғәлиәкбәр(ҙең) ауылы, Риф(тең) күле, Нөгөш(төң) йылғаһы, Күл(дең) тамағы. |
Ҡушымта 11
Башҡарылыу юлы менән яһалған топонимдар |
Айыу(ҘЫ)атҡан, Айыу(ҘЫ)алған, Ҡыҙҙар(ҘЫ) айыу ашаған ер, Баҙ(ҘЫ)яҡҡан соҡор, Май(ҘЫ)ғойған, Мыш(ы)(НЫ)атҡан, Тәкә(НЕ)һуйған, Борсаҡ(ТЫ)һуҡҡан, Яулыҡ(ТЫ)киҫкән. |
Ҡушымта 12
Ярашыу юлы менән барлыҡҡа килгән топонимдар |
|
Ҡушымта 13
Йөкмәткеһе һәм һүҙ төҙөлөшө яғынан фонетик үҙгәреш кисергән атамалар |
|
Ҡушымта 14
Ҡыҫҡартылған һүҙҙәр |
РТС – Ҡурғашлы ауылының рәсми атамаһы, Йәнсалай – Йәнғәле+Сәләхет-дин(ай), Ҡыҫҡуй, Химзавод, Бәләтар тауы. |
Серебряное копытце
Л. Нечаев. Про желтые груши и красные уши
Мать-и-мачеха
Лепесток и цветок
10 осенних мастер-классов для детей