“Ғаилә бәхете – ил бәхете”, тигән һүҙҙәргә оло мәғәнә һалынған. Әгәр балалар сәләмәт, ныҡ, әҙәпле, рухлы булып үҫә икән, тимәк киләсәккә ныҡлы нигеҙ һалына тигән һүҙ. Шуға күрә лә, һәр бер кеше үҙенең ғаиләһен ҡорғанда, был эшкә яуаплы һәм ентекле ҡарарға тейеш.
Актуаллеге булып бөгөнгө ғаилә институтын нығытыу тора.
Тикшеренеү предметы һәм объекты: ғаилә.
Маҡсат: ғаилә тураһында мәғлүмәт йыйыу һәм уны өйрәнеү.
Бурыстар:
1) “ғаилә” һүҙ концептын билдәләү;
2) “ғаилә” һүҙенең мәғәнәһе өйрәнеү;
3) ғаилә усағын һүндермәй һаҡлап ҡалыу ҡанундарын асыҡлау;
4) ғаилә кроссвордын төҙөү;
5) ғаиләм эмблемаһын төшөрөү;
6) шәжәрә ағасын эшләү.
Методтар:
1) әҙәбиәтте өйрәнеү;
2) интернет-ресурстарға мөрәжәғәт итеү;
3) күҙәтеү;
4) ғилми – эҙләнеү.
5) тикшеренеү.
Тикшеренеү эшемдең төҙөлөшө - инеш, төп өлөш,йомғаҡлау,ҡулланылған
әҙәбиәт исемлегенән тора.
Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре:
1). Ғаилә – ул тормоштоң нигеҙе. Ата-әсә уның тотҡаһы. Балалар ғаиләнең көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын тиһәң, бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк.
2). Ғаилә ул бик оло һүҙ. Атай, әсәй, өләсәй, олатай – ғаиләнең иң хөрмәтле кешеләре. Сөнки улар һәр ваҡыт яҡындары тураһында ҡайғырталар, борсолалар.
3). Ғаилә ул йылы усаҡ. Ул ни тиклем ныҡлы булһа, уның йылылығы шул тиклем көслөрәк. Һәр ата-әсә үҙ балаларын изгелекле, шәфҡәтле, киләсәктә оло таянысы булыр тип өмөт итә.
“Һәр бер ғаилә дәүләттең бер өлөшөн тәшкил итә” – ти, Аристотель. Эйе, йәмғиәт нигеҙе, ғаиләләр ныҡ булһа, илебеҙ ҙә, милләтебеҙ ҙә ныҡ көслө булыр.
Вложение | Размер |
---|---|
issledovatelskaya_rabota_taysina_nazgul_6a_d._shamonino.pdf | 1.66 МБ |
taysina_nazgul_d._shamonino.pdf | 2.18 МБ |
Владимир Высоцкий. "Песня о друге" из кинофильма "Вертикаль"
Петушок из русских сказок
Сочини стихи, Машина
"Разделите так, как делили работу..."
Простые летающие модели из бумаги