Башҡорт халыҡ эпосы ”Урал батыр” эссе-инша конкурсы
Вложение | Размер |
---|---|
ural_batyr.docx | 19.98 КБ |
Венгр ғалимы Йософ Торма бер осрашыуҙа былай тип әйткән: «Һеҙ — башҡорт халҡы, бик бәхетле халыҡ, сөнки һеҙҙең милли эпосығыҙ „Урал батыр“ бар».
Ысынлап та, «Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған. Урал батыр эпосы төрлө йылдарҙа рус,инглиз,немец,венгр,төрөк,фин,абхаз,әзербайжан телдәренә тәржемә ителеп баҫтырылған.
Эпос өс өлөштән, туғыҙ бүлектән тора. Тәү кешеләр — Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тасуирлап, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙөндә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен иҫбат итә. Башҡорттарҙың төйәге булған Уралтауҙың ҡайҙан барлыҡҡа килеүен һөйләй.
Мин бер нисә йыл рәттән ҡала кимәлендә үткәрелгән «Урал батыр» йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнаштым. 2015-2016 уҡыу йылында ҡалала беренселекте алғас, зональ һайлап алыу турында Туймазы ҡалаһында сығыш яһаным. Эпосты ятлау менән генә туҡталып ҡалмай, уны ныҡлап өйрәнергә теләгем тыуҙы. Был эпос – башҡорт халҡының паспорты. Төрлө сәбәптәр арҡаһында һүнеп, юғалып бөтә яҙған был мәшһүр милли ҡаҙаныш халҡына яңынан ҡайта башланы. Ошо айҡанлы байтаҡ саралар үткәрелә. Республика кимәлендә эпосты төрлө телдәрҙә яттан һөйләүселәр конкурстары, 2014 йылда режиссер Илмар Әлмөхәмәтов төшөргән “Урал батыр” фильмы юғары баһа алды.
Мин халҡыбыҙҙың йолаларын, ауыҙ-тел ижадын, башҡорт мәҙәниәтен, тарихын, эпостың телен өйрәндем. Был эпосты өйрәнеү уҡыусыларҙа башҡорт халҡының тарихын, тәүтормошон өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, тел – стиль үҙенсәлектәре һүҙлек запасын байыта. Эпостың художество үҙенсәлектәре Әҫәрҙең йөкмәткеһен асыуҙа тел-һүрәтләү сараларының роле ҙур. Халыҡтың тел байлығы иҫ китерлек, әммә ул «үҙенән-үҙе генә матур түгел, ә үҙе сағылдырған образға ярашлы булған өсөн матур».
Конкурс на лучшее эссе-сочинение
«Башкирский народный эпос «Урал-Батыр»
Выполнил:учащаяся 9 класа МБОУ СОШ № 12
Фархутдинова Карина
Учитель:Харисова Гульнара Марсовна
Башҡорт халыҡ эпосы ”Урал батыр”
эссе-инша конкурсы
Үтәне: “12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе”
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының
9класс уҡыусыһы Фәрхетдинова Карина
Уҡытыусы:Харисова Гөлнара Марс ҡыҙы
Зимний лес в вашем доме
Развешиваем детские рисунки дома
Сказка "Колосок"
Сила слова
Ледяная внучка