Исследовательская работа
Вложение | Размер |
---|---|
yokmtkehe.docx | 223.39 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Ҡыҫынды төп дөйөм белем биреү мәктәбе
Эҙләнеү – тикшереү эше
“БАШҠОРТ ТЕЛ КАРТИНАҺЫНДА «ӘСӘ» КОНЦЕПТЫ”
Башҡарҙы: Хәзиәхмәтова Айһылыу ,
Архангел районы Ҡыҫынды төп
дөйөм белем биреү мәктәбенең
9-сы класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Ғайсарова Рәшиҙә Факил ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2016 йыл
Йөкмәткеһе
- әкиәттәрҙә;
- бәйеттәрҙә;
- риүәйәттәрҙә;
- әҙәби әҫәрҙәрҙә;
- шиғырҙарҙа.
7. Һүҙ йырҙарҙа.
8. Һүҙ сәнғәттә
Ҡулланылған әҙәбиәт.
Ҡушымта.
Һуңғы йылдарҙа беҙҙең телмәребеҙ һиҙелерлек ярлылана. Был беҙҙең әҙәби әҫәрҙәрҙе әҙ уҡыуыбыҙҙан һәм күберәк рус телендә аралашыуыбыҙҙан килә. Шуға ла телебеҙҙәге һүҙҙәрҙе өйрәнеү актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала килә. Башҡорт теле бай, яғымлы, матур яңғырашлы тел. Тел мәсьәләләрен өйрәнеү һәр заманда ла актуаль булып ҡала. Бирелгән теманы беҙ ентекле өйрәндек. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген, Башҡортса-русса һүҙлекте, антонимдар, синонимдар һүҙлеген, Ф.Хисаметдинованың “Мифологический словарь башкирского языка” һүҙлектәренән әсә һүҙенең бөтә мәғәнәләрен тикшереп сыҡтыҡ. Халыҡ ижадында ла ул йыш ҡулланылған: әкиәттәрҙә, йомаҡтарҙа, мәҡәлдәрҙә, ҡобайырҙарҙа, бәйеттәрҙә… Ә бөгөнгө яҙыусы-шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрендә «әсә» һүҙе изге кеше булараҡ һүрәтләнә.
Тикшереү
Был тикшереү эшен ассоциатив эксперимент үткәреүҙән башланыҡ. Артабан һүҙлектәр менән эш иттек. Алда әйтелеп киткән биш һүҙлектән был һүҙҙең мәғәнәләрен яҙып алдыҡ. Шунан әҙәби әҫәрҙәргә күстек. Түбәндәге әҫәрҙәрҙе уҡып, унда әсә һүҙенең бирелешен, мәғәнәләрен асыҡланыҡ. Башҡорт халыҡ ижадынан мәҡәлдәрҙе, йомаҡтарҙы, бәйеттәрҙе, әкиәттәрҙе өйрәндек. Яҙыусыларҙан Ғәйфулла Вәлиев “Әсәйем фатихаһы”, Талха Ғиниәтуллин “Әсә һәм бала” хикәйәләрен, “Бер әсәнең зарыҡҡаны”, “Әсә йөрәге” әкиәттәрен уҡып, шундағы «әсә» һүҙенең мәғәнәләрен асыҡланыҡ, әҫәрҙәге ролен билдәләнек.
Аннотация
Был хеҙмәт лингвистика бүлегенә ҡарай. Был хеҙмәттә «әсә» һүҙенең телебеҙҙә һәм әҙәбиәттә тотҡан урыны тикшерелде. Эҙләнеү объекты «әсә» һүҙе булһа, эҙләнеү субъекты башҡорт теле һүҙлектәре , әҙәби әҫәрҙәр булды. Хеҙмәт инеш, төп, йомғаҡлау өлөштәренән тора. Был эш уҡыусыларға тәғәйенләнгән.
Эҙләнеү маҡсаты: “Әсә” концепт-һүҙенең башҡорт донъяуи тел картинаһындағы әһәмиәтен күрһәтеү.
Бурыстары:
башҡорт әсә һүҙенең ҡулланылышын күҙәтеү;
әсә һүҙенең мәғәнәһен асыу;
был һүҙҙең фольклорҙа, әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланылыуын күҙәтеү;
һүҙлек байлығын артттырыу.
Эҙләнеү объекты: әсә һүҙенең мәғәнәһе, төҙөлөшө, ҡулланылышы.
Эҙләнеү субъекты: башҡорт теле һүҙлектәре, әҙәби әҫәрҙәр
Актуаллеге: әсә һүҙенең башҡорт теле һәм әҙәбиәтендә тотҡан урынын һәм әһәмиәтен асыҡлау.
Яңылыҡ: башҡорт телен лингвокультурологик йүнәлештә өйрәнеү бөгөнгө көн талабы булырға тейеш.
Әсә – донъялағы иң бөйөк кеше, бөтә тереклектең башлығы. Тыуған йән эйәһе әсәнең генын, холоҡ һыҙаттарын, тәрбиәһен алып үҫә. Тимәк, киләсәк быуын яҙмышы туранан-тура әсәгә бәйле. Әсә кеше балаһын ҡурсалай, уның өсөн йөрәген бирергә әҙер. Әсә балаһына бер ваҡытта ла насарлыҡ теләмәй. Ул, балаһы бәхетле, һау-сәләмәт, гел шат булһын өсөн, уға бар ғүмерен арнай. Бала ла, үҙ сиратында, әсәһен хөрмәт итергә, яратырға, ҡәҙерләргә тейеш.
1.Ассоциатив эксперимент
Эҙләнеү эшенең башында ассоциатив эксперимент үткәрҙек. Ҡатнашыусылар: уҡыусылар, уҡытыусылар..
Уларға ошондай һорау бирелде:
- Һеҙҙә “әсә”һүҙе ниндәй ассоциация тыуҙыра?
Һәм яуаптарҙы түбәндәге төркөмдәргә бүлдек:
Предмет- һүҙҙәр: Ҡояш, Өй,Икмәк, Атай, Тыуған ауыл.
Хәрәкәт-һүҙҙәр: көлә, бешерә, йыуа, оҙата,ярата,йылмая,уйнай, ҡайғырта.
Билдә-һүҙҙәр: йылы, йомшаҡ, матур, яғымлы, ҡәҙерле,һөйкөмлө, мөләйем, наҙлы, сибәр, ҡайғыртыусан,уңған, көләс.
Шулай итеп, тишереү барышында беҙ шундай һығымталар яһаныҡ:
Әсә кешенең тормошонда ҙур роль уйнай, ә хәҙер әсә һүҙенең килеп сығышын, һүҙлектәрҙәге мәғәнәләрен тикшереп ҡарайыҡ.
2.Һүҙ һүҙлектәрҙә.
Ф.Г.Хисамитдинованың “Мифологический словарь башкирского языка” һүҙлегендә әсә һүҙенең килеп сығышы бына нисек аңлатыла.
Әсә. Мать; мифологизированное лицо; продолжатель рода человеческого, покровительница детей. Әсә һағышын ер күтәрмәҫ (погов.). – Тоску матери земля не вынесет. Слово восходит к общеалтайскому еčе~аčа ‘мать’, ‘старшая сестра’, ‘тетка’, ‘бабка’.
Әсә һөтө. Материнское молоко; имеет обережную силу. Әсә ҡарғышы төшәр ине, әсә һөтө ебәрмәй (погов.). – На человеке очень страшно отразилось бы проклятие матери, да материнское молоко не пускает.
Әсә һүҙе. Священное материнское слово. Әсә һүҙен тыңламаһаң, рәнйеү килә (ЙФ). – На того, кто мать не слушает, падет ее обида.
Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә ике төрлө мәғәнәһе бирелә :
әсә
1.Балалы ҡатын. Әсә булыу. Әсә йөрәге. Әсә һөтө. Бер әсә балалары.
Үгәй әсә үҙ әсәһе үлгән һуң, атаһы алған икенсе ҡатын.
2. Күсмә мәғәнәлә. Ярҙам табырҙай изге урынға әйтелә. Урал-әсә, Ер-әсә
әсәй һүҙе һүҙлектә:
Баланың әсәһенә өндәшеү һүҙе. Хуш бул, әсәй! .Һаумы, әсәй!
Башҡортса-русса һүҙлектә:
әсә мать, мама;
Синонимдар һүҙлегендә:
Әсә, әсәй, әнкәй, инәй, әней
Антонимдар: атай, үгәй әсә булырға мөмкин.
3.Һүҙ башҡорт халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә
Башҡорт мәҡәл һәм әйтемдәрендә “әсә” концептының киң урын алыуын күрәбеҙ. Бөтәһе 40-тан артыҡ мәҡәлдә осраны был һүҙ. Әсәнең кеше тормошондағы әһәмиәте лә күҙ уңында тотола. Мәҫәлән:
Үҙ әсәң бауырһаҡ, үгәй инәң — һарымһаҡ.
Әсә янында бала етем булмай.
Әсә ҡуйыны тундан йылыраҡ.
Әсә йылыһы — ҡояш йылыһы.
Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында.
Әсәhеҙ ғаилә hүнгән усаҡ .
Әсәhен ҡәҙерләгән ҡәҙерле булыр.
Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек.
Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер.
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта.
Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә.
Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын.
Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ.
Әсәм теле – сәсән теле.
Бала өсөн әсәнең йөрәге, атаның беләге һыҙлар.
Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙәрен ир белер.
Тыуҙырған әсә түгел, үҫтергән – әсә.
Әсәһе ғәҙәтһеҙ – улы әҙәпһеҙ.
Әсәһе тирәккә менһә, ҡыҙы ботаҡҡа менә.
Әсәһенә ҡарап, ҡыҙын ҡос,атаһына ҡарап, улын ҡос.
Атаһыҙ етем – ярты етем, әсәһеҙ етем – гел етем.
Әсәһе ҡыҙы ҡайғыһында, ҡыҙы үҙ ҡайғыһында.
Ҡыҙ ҡыҙлы булмаҫ, әсә ҡәҙерен белмәһә, ул уллы булмаҫ, ата ҡәҙерен белмәһә.
Әсәһе ниндәй – ҡыҙы шундай.
Ҡыҙы миңә яраһа, әсәһен бүре алһын.
Әсә һөтө менән инмәгән тана һөтө менән инмәй.
Әсә булмай әсәйең ҡәҙерен белмәҫһең.
Әсәһе күрер – ҡыҙы һөйләр, атаһы күрер – улы.
Атаһыҙ бала етем түгел,әсәһеҙ бала етем.
Атаһыҙ етем – туйҙа етем, әсәһеҙ етем – көн дә етем.
Атаһыҙҙы ул итмә, әсәһеҙҙе ҡыҙ итмә.
Атаһыҙға ат бирмә, әсәһеҙгә ҡыҙ бирмә.
Бала – ата-әсәгә алтын бағана.
Донъяла ата-әсәнән башҡа бар нимә лә табыла.
Әсә ҡарғашы төшөр ине, инә һөтө ебәрмәй.
Әсәнең һөтө – бал, баланың теле – бал.
Әсәң үлһә – йылғаң ҡороно, атаң үлһә – таянған тауың ауҙы.
Әсәйең үгәй булһа, үҙ атайың да ят була.
Әсәһе юрға булһа, ҡыҙы йөрөшлө була.
4.Тиҙәйткес.
Әсмәнең әсәһенең әсәһе
Әсмәнең сәсенә сәскә сәнсте.
5.Әсә һүҙе йомаҡтарҙа.
Донъяла бар бер әсә,
Көнө-төнө эсә.(диңгеҙ)
Ике әсәгә бишәр бала, һәммәһенә бер исем. (Ҡул, бармаҡтар)
Әсәһе илле ҡат, ҡыҙы ҡырҡ ҡат кейенгән. (Мейес, усаҡ).
Әсәһен үлтереп, ергә күм,
Әсәһе терелер ҙә
Балаларын тыуҙырыр.(Орлоҡ сәсеү)
6. Һүҙ текстарҙа
Артабан беҙ “әсә” концептын төрлө текстарҙа күҙәттек. Бының өсөн беҙ төрлө яҙыусылар, шағирҙар әҫәрҙәрен, әкиәттәр, бәйеттәр, риүәйәттәр уҡыныҡ.
Әкиәттәрҙә:
Борон-борон заманда йәшәгән, ти бер әбей менән бабай. Уларҙың булған ти өс ҡыҙы. Күп тә тормай әсәһе үлеп киткән, аталары үгәй әсәй алған, ти.
(“Үгәй әсәй”)
Аңғанса бының өҫтөнә бер тун килеп төштө,ти. Әсә, ауырыуын онотҡан кешеләй, ҡалҡып тороп шул тунды кейгәйне – ҡошҡа әүерелеп, тәҙрәнән осоп сыҡтыла китте,ти.
(“Бер әсәнең зарыҡҡаны”)
Һүҙ бәйеттәрҙә.
Шәмсиәне килтерҙеләр,
Күҫәктәре менән туҡмап.
Туҡмамағыҙ әсәйемде,
Тора балаһы илап.
Биш партизан бәйете.
Иртән тороп эшкә китә
Уларҙың әсәләре.
Тылда тороп ил һаҡлайҙар
Фронтовик балалары.
Мөхәммәтхәбиб Арыҫланов бәйете.
Һүҙ риүәйәттәрҙә.
Әсәй, энә әпкилдем – тыйманың, кәзә урланым – тыйманың, ат урланым – тыйманың. Хәҙер килеп ошондай көнгә төштөм, ауылыма ҡауға һалдым. Минең өсөн яфа күреүсе булмаһын. Үҙ ғәйебем үҙемдә, үҙем китәм Себергә.
“Атанғол йылғаһы” риүәйәте.
Әҙәби әҫәрҙәрҙә
”Оксана менән беҙ икәүләп баҡса буйындағы бүрәнәләр өҫтөнә менеп ултырғанбыҙ.Был бүрәнәләрҙән яҡындағы баҫыу күренеп тора.Баҫыуҙа беҙҙең әсәй машина менән бойҙай сәсеп йөрөй.”
(М.Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме”)
Юл ырап ҡына бара. Өйҙән сыҡҡан ел менән ярты юлды ла уҙып барабыҙ. Әсәйемдә бер сана, ағайым менән миндә – икенсеһе. Беребеҙ алдан тарта, беребеҙ таяҡ менән арттан этәреп бара. Тигеҙ юлдан рәхәт, йөк тә ауыр түгел.
(Ғ. Вәлиев “Әсәйем фатихаһы”)
Шиғырҙарҙа
Әсә күңеле.
Әсә күңеле – тәрән диңгеҙ, тиҙәр,
Шикләнмәйем, ысын шулай бит?
Ул күңелгә күпме шатлыҡ һыйһа,
Ҡайғылар ҙа бик күп һыя бит!
К.Кинйәбулатова.
Таҡта сәй.
Бәхеттәрең һинең ябай булды.
Риза инең барына һин, әсәй.
Эй, һөйөнә инең, баҙарҙан
Алып ҡайтҡас өйгә таҡта сәй.
Х.Назар.
Әсәкәйем
Ҙур үҫәйем, әсәйемде
Ҡарармын үҙем генә.
Тәмле сәйҙәр эсерермен,
Һыу ташып түҙем генә.
(Ф.Ғөбәйҙуллина)
Әсәйем
Бер кем дә юҡтыр
Әсәйем ише:
Ул донъялағы
Иң матур кеше.
(Ф.Рәхимғолова)
6. Йырҙарҙа
Әсәләргә һөйөү, рәхмәт һүҙе бигрәк тә йырҙарҙа күп. Мәҫәлән:
Әсәйемә
2.Әсәйем һин берҙән-берем
Һин ҡояшым айым да
Иркәләнәм шатланам мин
Бәхетлемен яныңда
(Г. Набиуллина һүҙҙәренә, Гөлдәр Ишҡыуатова музыкаһы)
6. Һүҙ сәнғәттә
Әсәләрҙе рәссамдар, скульпторҙар ҙа данлай . Әхмәт Лотфуллин “Әсә”, Петров- Водкин Кузьма Сергеевичтың “Әсә”, Пабло Пикассоның”Әсәлек” картиналары, скульптураларҙан Н.А. Калинушкин “Ҡайғылы әсә” мемориалы һ.б.
Был хеҙмәтемдә мин әсә һүҙенең мәғәнәһен төрлө һүҙлектәрҙән өйрәнеп, әҙәби әҫәрҙәрҙәге ролен билдәләнем. Кеше тормошонда әсәнең роле бик ҙур. Был һүҙ телебеҙҙә йыш осрай. Халыҡ ижадынан башлап, әҙәби әҫәрҙәргә тиклем ҡулланыла. Үҙем өсөн ҡайһы бер асыштар ҙа эшләнем. Әсә һүҙе менән йомаҡтар белмәй инем, мәҡәлдәрҙең күплегенә лә хайран ҡалдым. Был эҙләнеү эше миңә телмәремде байытырға ярҙам итте.
Ҡулланылған әҙәбиәт
Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге, II том, Мәскәү, 1993
Башҡортса-русса һүҙлек
Хисаметдинова Ф. “Мифологический словарь башкирского языка”
Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, Өфө, 1994
Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар
Сәмситова Л. Х.Лингвокультурологик һүҙлеге,Өфө,2013
Усманова М.Ғ. Башҡортса-русса синонимдар һүҙлеге, Өфө, 2010
Әхтәмов М.Х. Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, Өфө, 2009
Ҡушымта
В.И.Суздальцев “Хат” (1983)
Ә.Ф.Лотфуллин “Герой-әсә Ишмурзина”, 1959г.
Ә.Ф.Лотфуллин “Әсә портреты”, 1989г.
К. Петров –Водкин “Әсә”
Н.А. Калинушкин “Ҡайғылы әсә” мемориалы
Н. Гумилёв. Жираф
Алые паруса
Басня "Две подруги"
Мать-и-мачеха
Космический телескоп Хаббл изучает загадочную "тень летучей мыши"