Фәнни-тикшеренеү эш
Вложение | Размер |
---|---|
karamova_renata_frazeologizmdar_donyahynda.doc | 71.5 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ
«Фразеологизмдар донъяһында»
темаһына тикшеренеү эше
Эшләне: 3-сө А класы уҡыусыһы
Карамова Рената
Етәксеһе: башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ғарипова Г.Р.
Нефтекама-2011
Йөкмәткеһе
Инеш
Беренсе бүлек. 1. Теоретик өлөш.
Фразеологизм төшөнсәһе.
Икенсе бүлек. 2. Практик өлөш.
3А, 3Б класы уҡыусыларының телмәрҙә фразеологизмдарҙы телмәрҙә ҡулланыуы.
Йомғаҡлау
Библиография
Ҡушымта
Инеш
Эй, туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтле һин! Гүзәлһең, йыйнаҡһың һин. Һин байһың, ҡеүәтлеһең, мәргәнһең! Шуға ла халыҡ ил ағаһы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр һүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс менән сағыштырған булған.Телмәрҙең иң матур биҙәге булып фразеологизмдар тора.
Сығышымдың маҡсаты: телмәрҙә йыш ҡулланылған фразеологизмдар менән таныштырыу.
Теманың актуаллеге: бөгөнгө көндә күпселек уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә “бысраҡ”, “урам” һүҙҙәрен йыш ҡуллана. Беҙҙең бай телебеҙ булғанда шундай һүҙҙәр ҡулланыу - иң ҙур проблема. Тел байлығына килгәндә, иғтибарҙы халыҡ ижадына һәм, айырыуса, беҙгә бик таныш булмаған фразеологизмдарға йүнәлтәһем килә. Улар беҙҙе матур һөйләшеү генә түгел, ә уй-фекерҙе ҡыҫҡа, аныҡ, аңлайышлы итеп әңгәмәләшкә еткереүҙә ярҙам итә.
Теманың исеме: фразеологизмдар донъяһында.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты:
уйған маҡсаттарға ирешеү өсөн, түбәндәге мәсьәләрҙе хәл итергә кәрәк:
Тикшеренеү эшенең предметы – фразеологизмдар.
Тикшеренеү эшенең объекты – башҡорт гимназия-интернатының 3-сө А, Б класс уҡыусылары.
Беренсе бүлек.
Теоретик өлөш.Фразеологизм төшөнсәһе.
Телмәр һүҙҙәрҙән төҙөлә. Һөйләм эсендә һүҙҙәр үҙ-ара төрлө бәйләнешкә инә һәм төрлө грамматик формала килә. Һәр бер телмәрҙә, һөйләмдә яңынан бәйләнешкә инеп, яһалып торған һүҙбәйләнештәр шартлы рәүештә “ирекле һүҙбәйләнештәр” тип атала. Мәҫәлән, аҡ сәскә, сәскә үҫтереү һ.б. Күренеүенсә, “сәскә” һүҙе быларҙан башҡа ла йөҙәрләгән һүҙҙәр менән бәйләнешкә инә һәм һәр ваҡыт үҙенең төп мәғәнәһен һаҡлай.
Ләкин икенсе бер төр һүҙбәйләнештәр ҙә бар. Улар составына ингән һүҙҙәр мәғәнә яғынан да, грамматик йәһәтенән дә үҙ-ара ныҡ берегеп китәләр һәм тарҡалмай торған бер бөтөнгә әйләнәләр. Телмәрҙә улар шулай нығынған һүҙбәйләнеш хәлендә ҡулланыла, һөйләмгә әҙер көйөнсә инеп китә. Мәҫәлән, баш ватыу – берәй эш-хәлде, мәсьәләне хәл итә алмай аҙапланыу; мин был хаҡта оҙаҡ баш ваттым. Баш ваттым берәмеге урынына баш ҡыйраттым, баш туҙҙырҙым йәки икенсе төрлө итеп һис кенә лә әйтеп булмай. Бына ошондай нығынған һүҙбәйләнештәрҙе фразеологизм тип йөрөтәләр.
Бик күп кеше фразеологик берәмектәрҙе мәҡәлдәр һәм әйтемдәр менән бутай. Фразеологик берәмектәр менән мәҡәл һәм әйтемдәрҙең үҙ-ара оҡшаш яҡтары, уртаҡ үҙенсәлектәре бар. Улар барыһы ла составы яғынан тотороҡло була, телмәргә әҙер көйө, ойош берәмек кеүек алына. Фразеологик берәмектәр ҙә, мәҡәлдәр ҙә башлыса күсмә мәғәнәлә ҡулланыла һәм күпмелер дәрәжәлә образлы була.
Ләкин мәҡәлдәр менән фразеологик берәмектәр бер-береһенән ныҡ айырыла, шул арҡала уларҙы бер рәткә ҡуйып булмай. Айырмалыҡ уларҙың мәғәнәһендә лә, төҙөлөшөндә лә, телмәрҙәге функцияһында ла күренә.
1.Фразеологик берәмек төшөнсә аңлаталар, ә мәҡәлдәр ҡатмарлы уй-фекерҙе белдерәләр. Сағыштырығыҙ: ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр; айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар һ.б. – ел ҡыуыу, баш ватыу, эт тубығынан һ.б.
Мәҡәл үҙенең тура мәғәнәһендә лә мәҡәл булып ҡала (тура һәм күсмә мәғәнәлә лә ҡулланыла ала). Ә фразеологик берәмек күсмә мәғәнәлә генә берәмек була.
2.Ҡайһы бер фразеологик берәмектәр ысынбарлыҡ күренештәрҙе атай һәм кәүҙәләндерә (типһә тимер өҙөрҙәй-көслө). Мәҡәлдәрҙә тормош-көнкүреш, ысынбарлыҡ хаҡында фекер йөрөтөү сағылдырыла.
3. Мәҡәл, әйтемдәр һәр ваҡыт һөйләм формаһында, ә фразеологик берәмектәр башлыса һүҙбәйләнеш формаһында булалар.
Бөгөнгө көндә фразеологизмдар һирәк ҡулланыуға ҡарамаҫтан, был проблема өҫтөндә байтаҡ ғалимдар эшләй. Улар араһында С.Н.Мортазин “Төрки телдәрҙә тотороҡло һүҙбәйләнештәр”, Х.Ғ.Йосопов, Ж.К.Кейекбаев, З.Г.Ураҡсин “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге” кеүектәр ҙә бар. Уларҙың эштәрендә бик бай материал тупланған. Китаптарҙа фразеология фәне асыҡлап яҙылған һәм фразеологик берәмектәр бирелгән.
З.Г.Ураҡсиндың “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге”нән бер нисә фразеологизмдарҙы әйтеп китәһем килә:
ағас телле – тупаҫ һөйләшә торған, тупаҫ телле кеше;
аҙым һайын – бик йыш;
баш күккә тейеү – бик ныҡ шатланыу;
башҡа менеү - өҫтөнлөк итеү;
донъя күреү – тормош менән яҡындан танышыу, яманын, яҡшыһын татыу;
иманын уҡытыу – бик ҡаты яза биреү;
кейеҙ ҡолаҡ – кеше һүҙенә ҡолаҡ һалып бармай, әйткәнде алмай торған;
ләстит һатыу (сәйнәү) – юҡ-бар һүҙ, ғәйбәт һөйләү;
тел Мәскәүгә еткерә - күп һөйләй;
сәс үрә торған – ныҡ ҡурҡҡан;
һарыҡ яңы ҡапҡаға ҡараған кеүек – аптырап ҡалыу һ.б.
Фразеологизмдарҙы ғалимдарҙың китаптарын да ғына түгел, дәреслектәрҙә, художество китаптарында йыш осрарға мөмкин. Мәҫәлән, “Туған тел” дәреслегендә Фәрит Иҫәнғоловтоң “Ҡәләм кемгә булырға тейеш?” хикәйәһендә “күҙе дүрт булды”, Гөлнур Яҡупованың “Рәхмәт яуғанда” тигән хикәйәһендә “күҙ ташланы”, башҡорт халыҡ әкиәте “Төлкө менән Айыу”ҙа “ауыҙына һыу ҡапҡан”.
Күпселек фразеологизмдар китап, гәзит телмәрен генә түгел, шулай уҡ беҙҙең телмәрҙе лә байыта. Шуға күрә фразеологизмдарҙы өйрәнеү, телмәрҙә йышыраҡ ҡулланыу уҡыусыларҙың алдынғы маҡсаты булып торорға тейеш тип уйлайбыҙ.
Икенсе бүлек.
Практик өлөш.
3-сө А, 3-сө Б класс уҡыусыларының телмәрҙә фразеологизмдар ҡулланыуы.
Тикшеренеү эшенең темаһы буйынса эксперимент Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназия-интернатының 3-сө А, 3-сө Б кластарында үткәрелде. Тикшеренеү эшендә 40 уҡыусы ҡатнашты.
Беҙ уҡыусылар араһында кем үҙ телмәрендә фразеологизмдар ҡулланыуын асыҡланыҡ.
Түбәндәге һорауҙар тәҡдим ителде:
Уҡыусыларҙың яуаптарын анализлағас, беҙ шундай һөҙөмтәләргә килдек.
Беренсе һорауға бөтә уҡыусылар ҙа ыңғай яуап бирҙеләр. Фразеологизм төшөнсәһе менән уҡыусылар рус һәм башҡорт теле, әҙәбиәте дәрестәрендә танышҡандар.
Икенсе һорау буйынса яуаптар түбәндәгесә булды:
3А класы уҡыусылары | 3Б класы уҡыусылары | |
“Йыш ҡулланам” | 20 | 10 |
“Ҡайһы бер саҡта” | 4 | 6 |
“Һирәк” | - | - |
“Бөтөнләй ҡулланмайым” | - | - |
Өсөнсө һорау буйынса 3А, 3Б класы уҡыусылары түбәндәге яуаптар тәҡдим иттеләр:
“күҙе дүрт булды”,
“күҙ ташланы”,
“ҡарға һанай”,
“бер ҡолаҡтан керҙе, икенсеһенән сыҡты”,
“биттәр яна”,
“етенсе һауала”,
“ауыҙына һыу ҡапҡан”,
“йән үксәгә китте”,
“һөйәкһеҙ тел”,
“сәстәр үрә торған”,
“күк менән ер араһында”,
“танауҙы элдем”.
Бына ошондай фразеологизмдарҙы беҙҙең уҡыусылар телмәрендә йыш ҡулланалар.
Шулай уҡ беҙ ҡайһы бер фразеологизмдарҙы тәрәнерәк өйрәнеп, аңлатмаһын асыҡланыҡ. Был эштең һөҙөмтәләре 1-се ҡушымтала бирелгән.
Йомғаҡлау
Беҙҙең тикшеренеү эшенең маҡсаты булып, фразеологизмдар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау, телмәрҙә йышыраҡ ҡулланған фразеологизмдарҙы тикшереү торҙо.
Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләрен анализлағас, түбәндәге һығымталар барлыҡҡа килде:
Был тикшеренеү эшебеҙҙең аҙағында 3А, 3Б класс уҡыусыларына түбәндәге теләктәрҙе белдерәһебеҙ килә:
Библиография
10 зимних мастер-классов для детей по рисованию
Две снежинки
Рисуем "Осенний дождь"
Мастер-класс "Корзиночка"
Три орешка для Золушки