Исследовательская работа
Вложение | Размер |
---|---|
ezlneu_eshe.docx | 31.25 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Ҡыҫынды төп дөйөм белем биреү мәктәбе
"Минең шәжәрәм"
номинацияһында эҙләнеү эше
Башҡарҙы: Ғайсаров Искәндәр Етәксеһе: Ғайсарова Рәшиҙә Факил ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2015 йыл
Йөкмәткеһе
Инеш.
Йомғаҡлау.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
Ҡушымта.
"Шәжәрә" һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә "нәҫел", "ырыу тарихы" тигәнде аңлата, һәр халыҡтың үҙенең ырыу тарихы булған. Европа монархтары, урыҫ батшалары , ҡытай императорҙарының генеологиялары булғанлығы билдәле. Башҡорттарға ла үҙеңдең шәжәрәңде белеү мотлаҡ һаналған. Шәжәрәләр, иң беренсе, телдән-телгә тапшырыла килгән, һуңғараҡ яҙма төрө барлыҡҡа килгән.Бөгөнгө көндәрҙә лә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙма фондында башҡорт ырыуҙары, ауылдары һәм билдәле шәхестәренең 96 уникаль шәжәрәһе һаҡлана.
Тикшереү эшемдең актуаллеге: Үҙенең илен, халҡын, туған-тыумасаларын хөрмәт иткән һәр кеше үҙенең шәжәрәһен төҙөргә бурыслы, тип уйлайым. Шуға ла был фәнни- эҙләнеү эшемдә нәҫел тармаҡтарын барларға булдым.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты: Әбделмәновтарҙың шәжәрәһен өйрәнеү, төҙөү, ғалимдарҙың шәжәрәгә арналған мәҡәләдәре менән танышыу, ошо йүнәлештә белемемде арттырыу, камиллаштырыу, иптәштәремдә шәжәрәне өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Эҙләнеү эшенең этабы:
3. Системаға килтереп яҙыу.
Эҙләнеү эшенең методтары:
2. Ғафури районында йәшәгән тыуғандар менән осрашыу, әңгәмәләшеү.
Эҙләнеү эше сығанаҡтары:
Тикшереү эшен башҡарыр өсөн шәжәрәгә ҡағылышлы фәнни тикшеренеүҙәр, аңлатмалы һүҙлектәр, мәҡәләләр, М.Ғафури тураһында иҫтәлектәр файҙаланылды.
Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:
Был материалдар ауыл тарихын, Әбделмәневтар шәжәрәһен, М.Ғафуриҙең тормош һәм ижад юлын өйрәнгәндә ҡулланыла ала.
Структураһы:
Тикшереү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.
Минең шәжәрәм.
" Аҫаба башкортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе-үҙеңдең сығышыңды, икенсеһе - йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм халык ижадын белеү".
(М.Өмөтбаев)
Башҡортостаныбыҙҙа һуңғы йылдарҙа шәжәрә өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә башланы. Беҙҙең Архангел районы Ҡыҫынды мәктәбендә лә шуға ярашлы байрамдар йыш ҡына уҙғарылып тора.
Мин, Ғайсаров Искәндәр, Ҡыҫынды мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы, шәжәрә төҙөү эше менән ҡыҙыҡһынып, нәҫел-ырыуымды барларға булдым. Был хаҡта яҡындарым белеп ҡалғас, шәжәрә төҙөүҙә атай-әсәйем, өләсәйем һәм Ғафури районында йәшәгән тыуғандарым да һәр яҡлап ярҙам иттеләр. Нәҫел тармаҡтарын барлағанда бик күп асыштар яһаным, тамырыбыҙҙа арҙаҡлы шәхес - Мәжит Fафури барлығын да белеп ҡалдым.Ул миңә 5-се быуын бабайым булыуы асыҡланды.
Тарихи документтарға ҡарағанда, минең ата- бабаларым 1795 - 1859 йылдарҙа Стәрлетамаҡ өйәҙе Еҙем һәм Бажыҡ ауылында, һунынан Ырымбур өлкәһендә йәшәгәндәр. Ырыу башлығы булып Ишим(1710- 1780) исемле кеше торған. Уның Ғәбделмән исемле малайы тыуған. Уның исемен олатайҙарыбыҙ фамилия итеп алған. Ғәбделмән Бажыҡ ауылының иҫке зыяратында ерләнгән. 2007 йылда уның ҡәбер ташын Мира Дәүләтшина тапҡан. Ғәбделмән һаҡай ауылының типтәр ҡыҙы Гөлөй Сатлыковаға өйләнгән. Уларҙың 1796 йылда Ғәбделғафур исемле улдары тыуа.
1837- 1839 йылдарҙа Ғәбделғафур Стәрлетамаҡ әйәҙе Еҙем -Ҡаран ауылында указлы мулла була. Уның Нурғани(1839- 1893), Мырҙағәли
исемле малайҙары һәм Ғәбиҙә Хәбибямал, Бибикәримә, Бибифайза исемле ҡыҙҙары тыуа.
Нурғани Ғәбделғафуров Ҡыйышҡы Ҡаран мәҙрәсәһендә уҡый. 1859
йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе Мостафа ауылынан Мәрзиә исемле ҡыҙға
өйләнә. Уларҙың Нурислам (1861-1921),Мәхәҙи (1866-
1920),Ғәбделмәжит(1880- 1934) һәм Әҡсән (1882- 1975) исемле малайҙары һәм Фатима(1864- 1904),Сафия(1868- 1892) исемле ҡыҙҙары тыуа. Нурғани көҙҙән яҙға тиклем балалар уҡытҡан, ә йәй көндәре бөтә ғаиләһе менән умарталыҡта йәшәгән. Әлегә тиклем умарталыҡ булған урынды "Нурғәни утрауы" тип йөрөтәләр.Ул балаларына талапсан булған һәм ололарға ихтирамлы итеп тәрбиәләгән.
Мәжит Ғафуриҙең иҫтәлектәрендә Нурғәниҙең улдары 3-4 йәштә намаҙға баҫҡандар һәм ураҙа тотҡандар тип яҙылған.Ғаиләлә китап уҡырға һәм һөйләргә яратҡандар.Бында ҡыш һәм көҙҙөң оҙон кистәрендә Нурғаниҙең өйөнә китап уҡырға күршеләре йыйылыр булған. Улар бында вәғәздәр әйткәндәр һәм "Ахыры заман"китабын уҡығандар. 1893 йылдың йәйендә Нурғәни ауырып китә һәм ҡышына вафат була.Уның үлгәненә бер йыл тулыр-тулмаҫтан Мәрзиә өләсәй ҙә үлә.
Нурғәни олатайҙың оло улы Нурислам йомшаҡ күңелле була. Ул белемде үҙенең атаһынан ала. Иң өлкәне булғас бөтә өй эштәре уның елкәһенә төшә.
Икенсе улы Мәһәҙи - киреһенсә ҡыҙыу булған. Атаһы уны Стәрлетамаҡ һәм Ырымбур ҡалаларына уҡырға ебәрә. 1894- 95 йылдарҙа армияға алына.Һуң өйләнә.Ике улы Хәмзә(1905- 1947) , Ғәббәс(1913- 1985) һәм ҡыҙы Рауза донъяға килә. Мәһәҙи1905 йылдағы беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнаша.
Фатиманы Олокүл ауылына кейәүгә бирәләр. Ул алты бала тәрбиәләп үҫтергән.
Сафия Мәжиттең иң яратҡан апаһы була. Ул матур,һомғол буйлы ҡыҙ булып үҫә.Матур йырлаған һәм ҡурайҙа оҫта уйнаған. Уға 16-17 йәш булғанда уны Һаҡай ауылына үҙенән 30-35 йәшкә өлкән кешегә өсөнсө ҡатынлыҡҡа биргәндәр. 1892-93 йылдарҙа ул туберкулез аурыуы менән ауырып китә һәм Еҙем -Ҡаранға ҡайтып үлә.
1882 йылда Еҙем-Ҡаран ауылында Нурғәни хәлфәнең ғаиләһендә иң бәләкәй бала булып өләсәйемдең олтатаһы Әҡсән донъяға килгән. Ул ғәрәп телендә уҡый -яҙа белгэн.Башланғыс белемде Оло Үтәш ауылында Хатип мулланан ала. Ун йәштә етем ҡала һәм Нурислам тигән ағаһы тәрбиәһендә үҫә.20 йәшендә Хиҙәйә исемле ҡыҙға әйләнә.Улар 9 бала тәрбиәләп үҫтерә. Заһиҙә(1908- 1998),Ғәбиҙә(1910- 1967),Рабиға(1913- 2004),Минсрур(1915-2001),Абдулла 1921й.,Халиҙа(1925- 2005),Әсҡәт(1928 - 1998),3өфәр(1932-2000),Мәхмүт 1934Й.
Минең өләсәйемдең әсәһе Әбделманова Минсрур Әҡсән ҡыҙы 4-се бала булып донъяға килгән.Еҙем -Ҡаран мәктәбендә белем ала.1937йылда ауылдашы,өс һуғышта: Ханкингол,Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Бикмөхәммәт исемле егеткә тормошҡа сыға. Ул Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғала. Өләсәйемдең әсәһе ғүмер буйы Абдулла ауылында йәшәй,колхозда эшләй.Бер үҙе өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Ул шиғырҙар яратҡан һәм үҙе лә шиғырҙар ижад иткән. Уның яҙған шиғырҙары Ғафури районының "Табын"газетаһында ла баҫылып торған.
Уның ҡыҙы, минең өләсәйем Йәүиҙә, 1938 йылда Абдулла ауылында тыуған. Еҙем-Ҡаран ауылының ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Өфө ҡалаһында эшләй. 1960 йылда Архангел районы Ҡыҫынды ауылы егете Хисаметов Факил олатайыма кейәүгә сыға.
Өләсәйем менән олатайым алты балаға ғүмер биргәндәр: Әлфир, Рәмзиә, Рәзинә, Рәсилә, Әмир, Рәшиҙә.
Улар 50 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Балаларына тәрбиә һәм белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Балалары ла ата-әсәһенән үрнәк алып, үҙ ғаиләләре менән матур тормош ҡорғандар.
Минең әсәйем Рәшиҙә алтынсы бала булып донъяға килә. Ун йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педогогия университетында белем
ала. Уны тамамлағас Ҡыҫынды мәктәбенә эшкә ҡайта . Ә 2003 йылда атайым менән сәстәрен - сәскә бәйләйҙәр.Беҙҙең ғаиләлә бер малай һәм бер ҡыҙ үҫә. Атай-әсәйебеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ лек итеп уҡырға тырашабыҙ.
Мин үҙем дә мәктәптә үткәрелгән һәр сарала ла әүҙем ҡатнашып йөрөйөм. Район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ла призлы урындар йыш яулайым.
Киләсәктә үҙемә оҡшаған һәнәрҙе һайлап, белемемде юғары уҡыу йортонда дауам итеү теләге менән йәшәйем.
Нәҫелемдең ғорурлығы
Шәжәрәбеҙҙең йөҙөк ҡашы -Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури хаҡында булыр артабанғы һүҙем. Ул Әбделмәновтарҙың бөтә нәҫеленә үрнәк булған- оло шәхес.
Мәжит Ғафури 1880 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында Нурғани ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Бала донъяға яралғанда ата-әсәләре киләсәктә ошо төбәк улдарының шәрифе менән йөрөтөлөр тип уйламағандар ҙа.Бәләкәй Мәжит тыуған ауылының, аҙаҡ Үтәш ауылы мәҙрәсәләрен тамамлай, бик йәшләй үкһеҙ етем ҡала.Шулай ҙа бәләкәйҙән белемгә ынтылышы уны Өфө эргәһендәге Ҡыйышҡы мәҙрәсәһенә алып килә, әммә ауыр тормош шарттарына бәйле,Мәжит уны тамамлай алмай. Ауылына ҡайтып уҡыта,Урал заводтарында эшләй.
1898 йылда - Троицкиҙа Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә, 1904 йылда Ҡаҙндағы"Мөхәммәдиә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә.Ҡаҙаҡ далаларында уҡыта, рус, ҡаҙаҡ әҙәбиәтен өйрәнә. 1906 йылда Өфөгә ҡайта, "Ғәлиә" мәҙрәсәһендә уҡый.Башҡортостан матбуғаты үҫешенә күп көс һала. Совет власы осоронда ул өс жанрҙа әүҙем ижад итә.Кемдәр генә "Ҡара йөҙҙәр" , "Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын", "Фәҡирлектә үткән тереклек" проза әҫәрҙәрен, "Үҙем һәм халҡым","Ураҡ һәм сүкеш" шиғырҙарын, "һарыҡты кем ашаған?" мәҫәлен белмәй икән! 1923 йылда уға ижади эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә. Уның әҫәрҙәре башҡорт, рус, татар, латыш, ҡырғыҙ, удмурт, мари, сыуаш, белорус,украин,үзбәк, ҡаҙаҡ телдәрендә баҫылып сыға. 1934 йылдың 28 октябрендә әҙип үпкә ауырыуынан Өфөлә вафат була һәм уны Шәһит Хоҙайбирҙин менән йәнәшә А. Матросов исемендәге паркта ерләйҙәр. 1980 йылда М.Ғафуриҙың тыуыуына 100 йыл тулыу Бөтә Союз күләмендә ҙур тантаналыҡ менән билдәләнгән.
Бөгөн яҙыусының исемен тыуған районы ғына түгел, ойошмалар, урамдар йөрөтә. Өфөнөң иң ҙур ял парктарының береһенә уның исеме бирелгән. Башҡорт дәүләт академия драма театрына исеме ҡушылып, алдына һәйкәле ҡуйылған.
Уның хаҡта иҫтәлектәр беҙҙең йөрәгебеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Йомғаҡлау
Башҡортҡа үҙеңдең ырыуыңды, арҙаҡлы кешеләрҙең шәжәрәләрен белеү һәр кемдең бурысы һаналған. Мин дә шәжәрәмде өйрәнгәндә ҡыҙыҡлы факттарға, төрлө мәғлүмәттәргә осраным. Ырыуыбыҙҙың ғорурлығы - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштым.
Туғанлыҡ тамырҙарын барлап, атай-әсәйемдең, ата-бабаларыбыҙҙың ғорурлығы , ышаныслы киләсәге булырмын, тип уйлайым.
Ҡулланылған әҙәбиәт
Золотой циркуль
Без сердца что поймём?
Рисуем акварелью: "Романтика старого окна"
Рисуем домики зимой
Как Дед Мороз сделал себе помощников