Исследовательская работа о традициях села
Вложение | Размер |
---|---|
auylymdynnselemden_yolalarygorof-gzttre.doc | 77.5 КБ |
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение
основная общеобразовательная школа д. Кысынды
муниципального района Архангельский район Республики Башкортостан
Конкурс
«Дорогами Отечества- 2015»
Номинация: «Этнография»
«Ауылымдың,нәҫелемдең йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре»
(Традиции, обычаи моего села и рода)
Выполнила: Ишкинина Алсу Салаватовна,
МОБУ ООШ д. Кысынды
МР Архангельский район РБ,
7 класс
Руководитель: Абдуллина
Альфира Рафаиловна,
учитель МОБУ ООШ
д. Кысынды
Йөкмәтке
Инеш.
Төп өлөш.
Бүлек 1. Йолалар-тормош һабаҡтары.
Бүлек 2 . Ауылым йолалары.
а) туғанлашыу йолаһы;
б) ҡаҙ өмәһе;
в) туй йолалары;
г) ямғыр теләү йолаһы;
д) бура бурау, өй күтәреү өмәһе;
е) ҡапҡа урлау йолаһы.
Йомғаҡлау.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
Ҡушымта.
Инеш һүҙ.
Минең эҙләнеү эшем “Ауылымдың, нәҫелемдең йолалары һәм ғөрөф - ғәҙәттәре” тип атала.
Эштең проблемаһы: хәҙерге заманда үҙ халҡыңдың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтеңде белмәү, үткәнгә битараф булыу.
Эштең актуаллеге. БР Президенты Рөстәм Хәмитов 2014 йылды республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан иткәйне. Был Башҡортостан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен һаҡлап ҡалыу, үҫтереү, уларҙың ижтимағи әһәмиәтен арттырыу маҡсатында мөһим сара булды. Башҡортостан мәҙәниәте – ул милли мәҙәниәт. Ул халҡыбыҙҙың быуаттар буйына тупланған матди һәм рухи ҡиммәттәре. Ул ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, фольклор, халыҡ кәсептәре, шөғөлдәре, әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура һ.б. Шуға ла үҙ мәҙәниәтеңде, мәҙәни байлыҡты өйрәнеү, фәнни тикшеренеү актуаль булып тора.
Маҡсат: ауылымдың йолаларын өйрәнеп, килер быуынға ҡалдырыу. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеү талап ителә:
Структураһы: инеш, төп өлөш, йомғаҡлау, ҡулланылған әҙәбиәт, ҡушымтанан тора.
Мәсьәләнең өйрәнеү кимәле: йолалар тураһында материалдарҙы ауыл кешеләренән әсәйем, туғандарым ярҙамында йыйыу, музей материалдарын өйрәнеү.
Бүлек 1. Йолалар – тормош һабаҡтары.
Беҙҙең Ҡыҫынды ауылы тәбиғәттең гүзәл бер ерендә урынлашҡан. Ауылыбыҙҙа халҡыбыҙҙың бик күп йола- байрамдары, традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре һаҡланған. Йола-байрамдарҙың идея-тематик йөкмәткеһе бай. Уларҙың берәүҙәре яҙғы эштәрҙең уңышлы, дәррәү үтеүен, ашлыҡтың мул булыуын теләү булһа («Ҡарға бутҡаһы», «Теләк алыу»), икенселәре- эштәргә йомғаҡ яһау («Һабантуй», «Ҡаҙ өмәһе», «Өй ҡотлау»). Был байрамдар хеҙмәт, аҡыл, сәләмәтлек, көс, дәрт һәм сәм байрамы булған. Борондан уҡ оло мәшәҡәтте күмәкләп күтәреү ихтирамға лайыҡ һәм мөбәрәк эш тип һаналған. . Өмә – күмәкләшеп бергә эшләү. Өмәгә сығыу татыулыҡҡа килтергән. Ярыш сәме уянған, эш ырамлы булған. Ә иң мөһиме – бер-береһенән оҫталыҡҡа, хеҙмәткә өйрәнгәндәр. Шуға ла байтаҡ миҙгелле эштәр өмә менән башҡарылған. Ҡаҙ өмәһе, һуғым һуйыу, кәбән ҡойоу ише ҙур эштәрҙе күмәкләп башҡарыу беҙҙең ауыл халҡының изге йолалары булған.
Бүлек 2. Ауылым йолалары.
Хәҙер Ҡыҫынды ауылының матур йолаларының бер нисәһе менән таныштырып үтәм. Йолаларҙың береһе – туғанлашыу йолаһы.
а) Туғанлашыу - борондан килгән йола. Атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-оләсәйҙәребеҙ бер-береһен рәнйетеүҙе оло гонаһ тип иҫәпләгәндәр. Алып торған әйберҙәрен артығы менән бирер булғандар, «үтес илап ҡайтмаһын», тигән әйтемде быуындан быуынға тапшырып килгәндәр.
Байрам аштарын бер береһенә ауыҙ иттермәй ҡалмағандар. Рамаҙан айында ай һайын ауыҙ асыу байрамына йөрөгәндәр. Һәр кем был байрамдан ауылдаштарын ҡалдырмаҫҡа тырышҡан. Байрам осоронда балаларҙың бергәләп байрамсылай йөрөүе лә һәр йорттоң таныш, хужаһы яҡын булыуын раҫлай.
Беҙҙең ауылда ике яҡтың һөйләшеүе буйынса атай-әсәй, ағай-еңгә, апай-еҙнә, дуҫ-әхирәт булышыу йолаға ингән булған. Беренсе булып ҡунаҡҡа саҡырған ғаилә туғанлашырға теләген белдергән һәм икенсе яҡты бүләкләгән. Шул көндән башлап бер-береһен яҡын күреп, ихтирам итеп йәшәгәндәр. Уларҙың балалары ла үҙ-ара бер-береһен туған күргәндәр.
б) Ҡаҙ өмәһе. Бынан тыш беҙҙең нәҫелдә туғандар менән бергәләп ҡаҙ йолҡоу өмәһе йолаға әйләнгән. Йыл һайын ярайһы ғына ҡар яуғас, беҙҙең туғандар йыйылышып ҡаҙ таҙарталар. Был эш бөткәс, хужабикә менән саҡырылған ҡатындар ҡаҙҙарҙы сайҡарға Ҡыҫынды йылғаһына китәләр. Ҡыҙҙар өй эсен йыйыштыралар. Һуңынан ҡаҙ йолҡошҡан туғандарҙы һыйлау була. Һәр кешегә өлөш бүленә. Өлөш бүлеүсе өлөштәрҙе һамаҡлай-һамаҡлай тейешле кешегә таратып сыҡҡан. “Ҡыҙҙарға – ҡанат, егеттәргә - тәпәй, хужабикәгә - түш, хужаға – баш, үҙемә - ҡойроҡ майы ла еткән”, - тип һамаҡлаған. Ҡаҙ өмәһенең һыйы үҙенсәлекле булған. Күпертеп бешерелгән тары ҡоймағы ҡаҙ майына майланған. Бындай ҡоймаҡты оло мейес яғып, оҫта итеп айырым кеше, ҡоймаҡ оҫтаһы бешергән. Ҡаҙ һурпаһына тары ярмаһынан бутҡа бешерелгән. Аш мәжлесе ысын байрамға әйләнгән. Ашап-эсеп алғандан һуң оло кешеләр ҡыҙҙарҙы ҡалдырып сыҡҡандар. Ҡыҙҙар күңел асҡандар. Ҡыҙ күҙләүсе егеттәр ҙә йорт тирәһенән китмәгәндәр. тәҙрә аша ҡарап булһа ла ҡыҙҙарға күҙ атҡандар. Ҡыҙ күҙләргә күберәк икенсе ауылдан килгәндәр. Был ваҡытта ауыл егеттәре лә тик ятмаған. Ситтән килеүселәрҙең туҡталған урындарын шәйләп алып, мәҙәк яһап ҡуйғандар. Ҡайтыу өсөн ат егергә булһалар, береһенең ат ҡойроғо киҫелгән, икенсеһенең сана тәртәһе, йә тәртә төбө алынған.Шулай итеп, ауыл халҡы мәж килеп йәшәгән. Тик бөтәһе лә уйын-көлкө менән үткән. Һәр бер эштә борондан ҡала килгән ғөрөф-ғәҙәттәр асыҡ сағылдырылған. Был йола бөгөнгө көндә лә күп ҡаҙ тотҡан ғаиләләрҙә атҡарылып килә.
в) Туй йолаһы.
Туй – кеше ғүмерендә иң иҫтә ҡала торған ваҡиғаларҙың береһе. Шуның өсөн боронғо йолаларҙың иң матурҙарын һәм бөгөнгө көнгә яраҡлыларын заман шарттарынан сығып, камиллаштырып үткәрергә кәрәк.
Яусылау. Әҙәпле ғаиләләрҙә яусы ебәреү йолаһы әле лә һаҡланған.
Яусылау - матур, кәрәкле һәм файҙалы йола. Яусы – ике яҡты ла яҡшы белгән, һынсыл, аҡыллы, йор һүҙле, кәрәк менән кәрәкмәгәнде айыра алған кеше булырға тейеш. Ике яҡтың да талабын үҙенең аҡылы аша үткәреп, уртаҡ фекерҙе әйтә, буласаҡ ҡоҙаларҙы яуаплы һөйләшеүгә әҙерләй. Ҡыҙҙың атаһы яусыға күлдәк кейҙерә йәки күлдәклек тауар бүләк итә.
Һөйләшеүҙә ошо мәсьәләләр хәл ителә:
Туй йолаларын асыҡлау һәм уртаҡ фекергә килеү бик мөһим, юғиһә, туй барышында байтаҡ аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал. Алдан уҡ уртаҡ асыҡлыҡ индерелмәһә, һәр яҡ үҙе белгән һәм үҙе төбәгенә хас булған йоланы өҫтөн ҡуйырға тырыша. Килешкән шарт тураһында һәр яҡ туйға саҡырылған ҡунаҡтарға алдан иҫкәртеп ҡуйырға тейеш.
Никах. Никах ҡыҙ йортонда уҡытыла. Егет яғынан иң яҡын туғандары ғына килә. Ҡыҙ йәшереү, ҡыҙ һатыу һымаҡ саралар ике яҡтын да еңгәләре, апайҙары һәм кесе туғандары ҡатнашлығында бара.
Алыҫтан килгән ҡоҙаларҙы бүлешеп алып тәрбиәләү мәсьәләһе алдан уҡ уйланылырға тейеш. Ҡоҙалар килеп төшкәс тә ял иттереп, өҫ кейемдәрен рәтләп алырлыҡ мөмкинлек булдырыу-ҡыҙ яғы туғандарынын бурысы.
Туй. Туй ике яҡлы булғанда, төп туй ҡыҙ яғында үткәрелә. Өҫтәлде ҡыҙ яғы әҙерләй. Өҫтәл әҙер булып, тәғәйенләнгән ваҡыт еткәс, йәштәргә дүрт урын ҡалдырып, ҡыҙҙың ата-әсәһе, егеттең ата-әсәһе, ололата туғандары урынлаша. Йәш ҡунаҡтар икенсе яҡтараҡ ултыра.
Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе башҡа ҡыҙ яғы туғандарҙың бөтәһе лә бәләкәйҙәренә тиклем – ҡоҙа һыйлаусылар – алдарына алъяпҡыс бәйләй .
Ҡыҙ яғынан да, егет яғынан да һүҙгә маһир алып барыусылар билдәләнелә. Ҡыҙ яғы туйҙы аса. Алып барыусы егет менән ҡыҙҙың исемдәрен әйтеп, атай-әсәйҙәре менән таныштырып сыға. Мәжлес башлана, өҫтәлдәге һыйҙан ауыҙ итәләр. Шунан «Туй килә!» тип хәбәр килтерәләр. Был туйҙың башланыуын аңлата. Егет яғынан килтерелгән күстәнәстәрҙе алып инәләр ҙә, ҡыҙ яғына тапшыралар. Ҡыҙҙың ағаһы менән енгәһе төп күстәнәсте бейеп ҡабул итәләр.
Туйҙың төп маҡсаты – күңел асыу, бер-береңде оҫталығың, маһирлығын, сослоғон һынау, төртмә таҡмаҡтар әйтеү, йыр-бейеү менән туйҙы күтәреү. Туйға изге теләктәр әйтеүҙән дә ҙур буләк юҡ.
Ҡыҙ оҙатыу. Ҡыҙҙы иң яҡын туғандары ғына оҙата. Машинанан төшкән саҡта килен үҙ аяҡтары менән мендәргә баҫа. Ул уң аяҡ менән баҫырға тейеш. Киленде ишек төбөндә ҡәйнәһе, еңгәләре ҡаршылай.
Килен һөйөү йолаһынан һуң киленгә үҙ бүлмәһе йәки урыны күрһәтелә. Киленгә ярҙамсы билдәләнә. Был арала табын әҙерләнә. Оҙата килеүселәрҙе һыйлайҙар.
Һыу башлау. Килендең еңгәләре, ауыл ҡыҙҙары өймәкләшеп һыуға баралар. Һыуҙы әбейҙәр, бала-сағалар һаҡлап тора. Улар килендән алда һыу алырға килеүселәрҙе һыуға яҡын ебәрмәй. Мин дә Азамат ағайымдың туйында һыуҙы һаҡлап торҙом. «Бөгөн һыуҙы еңгәм башлап алырға тейеш. Уның бәхетен кәметмәгеҙ!»-тинем. Сөнки һыуҙы бәхет, ҡот, йәшәү сығанағы тип һанайбыҙ. Һыу һаҡлаған өсөн миңә еңгә бүләк бирҙе. Һыу юлы алыҫ булһа, киленгә ярҙам итешергә мөмкин. Ҡапҡа төбөндә уны көтөп торалар, хуплау һүҙҙәре менән ҡаршылайҙар, һыуын ауыҙ итәләр, изге теләктәр теләйҙәр. Аҙаҡ килен алып ҡайтҡан һыуҙан сәй ҡайнаталар, килен йыуасаһынан ауыҙ иттерәләр, килен бүләге өләшәләр, уларҙың изге теләктәрен тыңлайҙар. Килен сәйенә тиклем өй килен бирнәһе менән йыйыштырылған була. Боронғо йола буйынса килен бирнәһен ҡарау – уның ҡул эштәренә оҫталығын баһалау булған.
г) «Ямғыр теләү » йолаһы.
Был йола ярайһы уҡ ҡатмарлы башҡарыла. Оҙаҡ ваҡыт әҙерлек талап ителә. Ололарҙың раҫлауынса, ысынлап та, ошондой йоланан һуң ямғыр яуыр булған.
Ямғыр теләү йолаһы, ғәҙәттә, йылдың ҡоро килгән саҡтарында, оҙаҡ ваҡыттар ямғыр яумай, ер һыуға сарсап, мал-тыуар, ҡош-ҡорт йонсоп, кешеләр интегеп киткән саҡтарҙа, аҡһаҡалдарҙың хәл итеүе буйынса үткәрелгән. Ямғыр теләү йолаһына сығыр алда, әҙерлек осоронда сабыйҙарҙы имеҙеүҙән ташлатыу , быҙауҙарҙы, бәрәстәрҙе инәһенән айырыу сараларын шул көнгә тура килтерәләр. Ауылда усаҡ-мейестәрҙең утын һүндерәләр. Мөрйәләрҙе тығалар.
Ҡырға бөтөн ауыл сыға. Мал салалар, ҡанын ергә һибә-һибә:
Ямғыр булып ҡайт!
Ямғыр булып ҡайт!
Ямғыр булып ҡайт! -тип һамаҡлайҙар.
Бабайҙар, әбейҙәр намаҙ уҡый. Тәңренән, Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорайҙар. Ҡорбан ите ашағас, һөйәктәрен эт теше теймәҫ элек, ергә күмәләр. Йәштәр, үҫмерҙәр итәк-итәк таш килтереп һыуға ырғыталар ҙа былай тиҙәр:
Ямғыр, яу, яу;
Беҙгә аслыҡ килмәһен,
Астан халыҡ үлмәһен,
Яу, яу, ямғырым!
Ташып сыҡһын ярҙарҙан
Һыуҙар аҡһын юлдарҙан
Ямғыр, яу, яу!
Был ваҡытта малайҙар әсе итеп һыҙғырып, һамаҡлауҙы дауам итә:
Яу, яу, ямғырым,
Балыҡ башы бирермен.
Балыҡ башы алмаһаң,
Тәкә башы бирермен.
Тәкә башы алмаһаң,
Тана башы бирермен.
Һыу буйындағыларҙың бөтөнөһө лә йылғанан һыу һибешәләр, ҡысҡырышалар, көлөшәләр йәки күмәкләшеп һамаҡлайҙар.
2010 йылдың йәйендә беҙҙең ауыл кешеләре: ҡарт-ҡоролар, бала-сағалар Ҡыҫынды йылғаһы буйына сығып, Ямғыр теләү йолаһын башҡарҙы. Шул ваҡытта, ысынлап та, ямғыр яуып ебәрҙе.
д) Өй һалыу йолаһы.
Беҙҙең Ҡыҫынды ауылында 200-ҙән ашыу өй иҫәпләнә. Был өйҙәрҙең күпселеге ағастан һалынған. Биш-алты бура бураусылар бригадаһы, бер – нисә өй һалған оло быуын кешеләре бар.
Өй күтәреү өсөн иң беренсе бура бурайҙар. Бура өсөн етмеш биш ағас кәрәк. Иң һәйбәт ағас – уҫаҡ. Сөнки ул серемәй. Имән, йүкә ағастары тиҙ серей, -ти Хәсән бабай. Ағасты юнаһың, әрсейһең, киртеп сыҙып алаһың. Һуңынан “базить” итәһең. Уны йылы сыҡмаһын, һыуыҡ кермәһен өсөн эшләйҙәр. Артабан өрлөк һалаһың. Балка ҡуяһың. Ҡыйыҡты айырым бурап ултыртаһың. Нисә тәҙрә кәрәк, шунса уйым.
Өй һайлама, күрше һайла,-тигән боронғолар. Хужа кеше епкә көмөш йөҙөк тағып, өй урынын билдәләй. Әгәр урын насар булһа, йөҙөк бәүелә, яҡшы булһа-бәүелмәй.
Көмөш йөҙөк бәүелеүҙән туҡтаған ерҙә нигеҙ һалалар. Нигеҙ урынына аҡ таш (нигеҙ ташы) һалына.
Буласаҡ өй нигеҙе урынында “Аятыл көрси” уҡытыла.
Доға ҡылғас, хужабикә хәйер таратып сыға. Өмәселәр өй һалырға ағас әҙерләйҙәр. Балталары менән ағас әрсейҙәр. Шунан нигеҙҙең дүрт мөйөшөнә дүрт тәңкә һалына. Һуңынан өрлөк күтәрелә.
Өрлөк күтәргәндән һуң күтәреүселәргә май ҡаптырыла. Майҙы өрлөк мөйөштәренә һөртөп, теләк теләнә. Беҙҙең ауылда шундай ырым бар: тап-топто тапаһаң, ағас эйәһенең рәнйеүе төшә, мөйөш ағастарын урам буйына ырғытһаң-насарға була. Һуңынан эшләүселәр хужаға киске ашҡа киләләр. Өйгә күскәндән һуң, ҡөръән уҡыла.
е) Тағы ла ауылда бик ҡыҙыҡ йола була – ҡапҡа урлау йолаһы. Оло йәштәге әбейҙәр һөйләүе буйынса, ҡыҙҙарҙың һыу буйына төшкәнен шәйләп алһалар, егеттәр әбейҙәрҙең ҡапҡаларын урлай торған булғандар. Оло өләсәйем дә егеттәр араһында киң таралған был йоланы элек ҡыҙыҡ итеп һөйләй ине. “Үләнле ерҙә тыпырлатып бейеп булмай, саң да булып бөтәһең, шуға ла егеттәр, кис еткәс тә, шыбаға тотошалар ҙа әбейҙәрҙең ҡапҡаларын урлап килтерәләр, шуның өҫтөндә ҡара-ҡаршы таҡмаҡтар әйтешеп тороп бейейбеҙ, уйнайбыҙ. Ҡулдарында һәр саҡ гармун, иң шәп таҡмаҡ әйтеүсегә, йә иң шәп бейеүсегә бәләкәс кенә бүләктәре лә була торғайны үҙҙәренең. Арыу-талыуҙы ла белмәйбеҙ, ҡайҙа ул арыу! Егеттәр килтергән бүләк өсөн ярыша торғайныҡ бит! Улар сиратлашып бүләк әҙерләп килтерәләр: йә матур биҙәкле яулыҡ, йә йөҙөк, йә ялан сәскәләре... Ә инде таң һыҙыла башлаһа, ҡапҡаны кире урынына алып барып ҡуялар. Шулай итеп, күңелле ял итәбеҙ, тирләгәнсе бейейбеҙ, ярышабыҙ, фанттар эйәләренә язалар бирәбеҙ, хатта ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәйһең”, - тип һөйләгәне хәтеремдә.
Йомғаҡлау.
Шулай итеп, был йола-байрамдар, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре, кешене тәрбиәләгән, халыҡтың борондан килгән эштәренә өйрәткән, кәрәкле донъяуи белемдәр һәм кешелек ҡиммәттәренә йүнәлеш биргән. Беҙ бөгөн дә уларҙы тергеҙергә, өйрәнергә, халыҡ байрамдарын ҡайтарырға бурыслыбыҙ.
Был эштә йолаларҙың барлыҡҡа килеүе, халҡыбыҙҙың кәсептәре, ғөрөф- ғәҙәттәре, байрамдары тураһында һөйләнелде.Хәҙерге ваҡытта йолаларҙа булған үҙгәрештәр, үҙенсәлектәр билдәләп үтелде.
Тикшереү алымдары:
1. Библиография. Реферат яҙғанда тыуған яҡты өйрәнеү буйынса материалдар ҡулланылды.
2. Әңгәмә. Өйрәнеү барышында аҡһаҡалдар, оло йәштәгеләр менән һөйләшеү үткәрелде.
3. Эҙләнеү. Бергәләп фотографиялар, архивтан материалдар, төрлө мәғлүмәттәр йыйҙыҡ һәм өйрәндек.
4. Анализлау. Тикшеренеү һөҙөмтәһендә халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү рәүеше тураһында һығымталар яһаныҡ.
5. Этнографик. Йола исемдәренең килеп сығышы асыҡланды.
Тикшеренеү эше йыйылған фотографиялар, сценарийҙар, әңгәмәләр һәм һүрәттәр менән раҫлана.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. М.С.Бураҡаева “Тормош һабаҡтары” китабы.
2. Ф.Ғ.Хисаметдинова “Мифологик һүҙлек”.
3. Р.Солтангәрәева “Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана”, “Башҡортостан” гәзите, 24 ғинуар, № 12.
4. Ә.М.Сөләймәнов “Халыҡ әҙәбиәте”.
5. Ауылдаштар, оло быуын кешеләре менән әңгәмә.
Анатолий Кузнецов. Как мы с Сашкой закалялись
Л. Нечаев. Про желтые груши и красные уши
Как Снегурочке раскатать тесто?
Отчего синичка развеселилась
Басня "Две подруги"