Исследовательская работа
Вложение | Размер |
---|---|
simun_yryuynyn_shezherehe.doc | 71.5 КБ |
Кысынды топ дойом белем биреү мəктəбе
«Симун ырыуының шəжəрəһе»
:
“Минең шәжәрәм”
номинацияһында тикшереү эше
Башкарзы:
Абдуллин Айтуган, 9 класс
Етəксеһе: Абдуллина
Альфира Рафаил кызы,
рус теле һəм əзəбиəте укытыусыһы
2014 год
Мин, Абдуллин Айтуған, Ҡыҫынды ауылының иң боронғо нәҫелдәренең береһе – Симундарҙың 7–се быуын вәкиле. Һеҙгә ырыуымдың шәжәрәһе, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләргә теләйем.
Беҙҙең нәҫел Симундар исемен йөрөтә. Нәҫелдең исеме
5 –се быуын Ғөбәйҙулла олатайҙан таралған. Ул русса бик оҫта һөйләшкән. Рус кешеләре менән ерле халыҡ араһында тылмас - тәржемәсе булып йөрөгән. Шунан уға Семен- Симун тигән ҡушамат йәбешкән дә, нәҫел атамаһына әйләнеп киткән.
Нәҫелдең иң боронғо быуыны- Хәлил олатай. Унан һуңғы быуындар Хәлиуллиндар булып йөрөгән. Дүртенсе быуында туғандар бик ишәйеп киткәс, Хисмәтулла олатай Абдулла олатайҙың исемен фамилия итеп алған. Әле ауылда Симундар нәҫеленә Абдуллиндар менән Хәлиуллиндар ҡарай. Төп нигеҙҙәге йортта йәшәү ҡотон Зөфәр Абдуллин һаҡлай.
Абдулла Хәлиуллин 1852 йылда тыуған. 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, уның 4 улы: Фәхретдин (1897 й.), Ғәйнулла (1900 й.), Хөсәйен (1907 й.), Ғөбәйҙулла (1883 й.) һәм бер ҡыҙ- Бәхриямал (1902 й.) булған. Архив документтарынан күренеүенсә, Абдулла олатай крәҫтиән- вотчинник булған һәм бер ат, бер һыйыр, бер һарыҡ, дүрт кәзә малы, егерме биш сутый ер тотҡан.
Абдулланың өлкән улы Ғөбәйҙулланың өс улы: Нәсибулла (1905 й.), Лотфулла(1908 й.), Хисмәтулла (1910 й.) һәм ике ҡыҙы – Нәзирә менән Кәримә булған. Ул да крәҫтиән – вотчинник булып, бер ат, өс баш һыйыр малы, егерме биш сутый ер тотҡан.
Ғөбәйҙулла улы Хисмәтулла- минең олатайымдың атаһы. Ул колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1917 йылда Ҡыҫынды башланғыс мәктәбенең 2 класын тамамлаған. 1927 йылдың 16 октябрендә уҡсы итеп хәрби хеҙмәткә алынған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа киткән. 1944 йылдың 8 июленә тиклем Хисмәтулла олатай 710, 727, 272, 1161, 606-сы уҡсы полктар составында һуғышҡан. 3 тапҡыр яраланған. 1916 һәм 1325-се һанлы госпиталдәрҙә дауаланған.1944 йылдың июленән 1945 йылдың октябренә тиклем немецтар уны әсирлектә тотҡандар. Күп михнәттәр күрергә тура килгән уға.Әсирҙәрҙе америка ғәскәрҙәре ҡотҡарған. Хөкүмәт тикшереүен Донбасстағы 6-сы эшсе батальонда үткән. Хисмәтулла олатайҙың Сәмиғә исемле ҡыҙы һәм дүрт ир балаһы тыуған: Зәкәриә, Таһир, Зөфәр бабайымдар һәм Ишмырҙа олатайым.
Ишмырҙа олатайым 1930 йылда Ҡыҫынды ауылында тыуған. Ул бик оҫта һунарсы һәм балта оҫтаһы булған. Ғүмере буйы “Ҡыҙыл Еҙем” колхозында төҙөүселәр бригадаһында эшләгән.
Абдуллин Зөфәр бабайым –Ҡыҫынды ауылында 1954 йылда тыуған. “Ҡыҙыл Еҙем” колхозының алдынғы тракторсыһы. Быйыл ул намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы” исеменә лайыҡ булды. Уның Данис һәм Азамат исемле улдары, Миләүшә һәм Зөлфиә исемле ҡыҙҙары бар.
Таһир бабайымдың өс улы бар - Мөнир, Тимур Һәм Дамир. Зәкәриә бабайымдың Сабур, Заһир һәм Фәнзил исемле улдары булған. Сабур бабайым бөгөнгө көндә Тирәкле ауылында йәшәй.
Ишмырҙа олатайымдан 1970 йылда атайым Рөстәм тыуған. Ул һөнәре буйынса – шофер. Ҡыҙыл Еҙем мәктәбен тамамлағас, әрмегә хеҙмәт итергә киткән. Тәүҙә Киевта, аҙаҡтан Одессала танкысылар ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Әлеге ваҡытта ла шофер булып эшләй. Уның ике балаһы- мин һәм туғаным Сулпан үҫә.
Олатайымдың тағы бер улы – Шәкир бар. Ул 1959 йылда Ҡыҫынды ауылында тыуған. Ҡыҙыл Еҙем мәктәбен тамамлаған. Әле Өфөлә “Ҡурай” шәхси төҙөлөш ойошмаһында эшләй. Уның Айбулат исемле улы һәм Ғәлиә исемле ҡыҙы бар.
Симундар элек- электән йүнселлеге менән айырылып торған. Һунарсылыҡты, балта оҫталығын кәсеп иткән. Был оҫталыҡтары бөгөнгө көндә лә юғалмаған. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, был шөғөл Хисмәтулла олатайҙан улы Ишмырҙаға, Ишмырҙа олатайҙан улдары Шәкиргә һәм Рөстәмгә күскән. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Шәкир Абдуллин бабайым бына тигән балта оҫтаһы, төҙөлөштә эшләй. Атайым Рөстәм нәҫел тамырҙарын тыуған ауылы Ҡыҫындыла дауам итә.
Симундар нәҫелендә күренекле шәхестәр ҙә күп була. Шуларҙың береһе – Ғөбәйҙулла олатайҙың сит телдәрҙе үҙләштереү һәләтен дауам иткәне – уҡытыусы Бибинур Ғәләүетдин ҡыҙы Хәлиуллина. Ул Ҡыҙыл Еҙем мәктәбендә немец телен уҡытҡан, тәржемәсе булып йөрөгән. Ауылдан беренселәрҙән булып сит илгә - Мысырға сәйәхәт ҡылған. Ҡыҙыл Еҙемдәр уны Галина Галимовна тип йөрөткәндәр. Бөгөнгө көндә ул Ульяновск өлкәһендә йәшәй.
Ә Шәкир бабайымдың улы Айбулат – оҫта ҡурайсы ла, бейеүсе лә. Ҡурай буйынса республикала ҙур конкурстарҙа ҡатнашып, дәрәжәле урындар яуланы. Быйыл мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Мәскәү юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Ә ҡыҙы Ғәлиә, БДУ-ны тамамлағандан һуң, Америкаға эшкә китте һәм өс йыл инде тәржемәсе булып эшләй.
Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылалар бөтә байрамдарға Симун ырыуының балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре. Нәҫелдең иң төп байрамдары булып Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдары һанала.Оло кешеләр мөһим йолаларҙың теүәл үтәлеүен иғтибар менән күҙәтәләр. Ҡыш етеү менән, Ҡаҙ һәм Һуғым өмәләре башҡарыла. Ир кешеләр һаман да һунарға йөрөргә яраталар.
Төрлө һөт аштары, ит һәм бал – Симун ғаиләләренең һәр ваҡытта ла булған ризыҡтары. Байрамдарҙа оло һәм йәш быуын гел бергә ҡатнаша. Был нәҫелдең берҙәмлеген һәм дауам ителеүен күрһәтә.
Бөгөнгө көндә Симундарҙың төп шөғөлө булып борондан килгән малсылыҡ һәм ер эшкәртеү тора.
Был шәжәрәне төҙөгәндә, минең үҙемдең яҙмышым, нәҫелемдең киләсәк быуыны яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо барлыҡҡа килде, сөнки беҙ – ошо нәҫелде дауам итеүселәр. Мин егәрле лә, ғорур ҙа булған Симун ырыуының бер вәкиле булыуым менән ғорурланам һәм ата- олатайҙарыма лайыҡлы алмаш булырға тырышасаҡмын.
Бел, ҡәрҙәшем, тамырыңды:
Ырыуың һинең – Табын.
Ғүмер баҡый Кеше иткән
Ғәзиз ереңә табын!
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Спасибо за внимание!
Йөкмәткеһе:
1. Симун нәҫеленең барлыҡҡа килеүе.
2. Шәжәрә быуындары.
3. Нәҫелемдең шөғөлдәре, ғөрөф- ғәҙәттәре.
4. Симундарҙың арҙаҡлы шәхестәре.
5. Симун нәҫеленең төп байрамдары һәм аш- һыуҙары.
6. Йомғаҡлау һүҙе
Йомғаҡлау.
Был эштә Симун ырыуының барлыҡҡа килеүе, кәсептәре, ғөрөф- ғәҙәттәре, байрамдары тураһында һөйләнелде.Хәҙерге ваҡытта нәҫел тормошонда булған үҙгәрештәр, үҙенсәлектәр билдәләп үтелде.
Тикшереү алымдары:
1. Библиография. Реферат яҙғанда тыуған яҡты өйрәнеү буйынса матриалдар һәм архив документтары ҡулланылды.
2. Әңгәмә. Өйрәнеү барышында аҡһаҡалдар, оло йәштәгеләр менән һөйләшеү үткәрелде.
3. Эҙләнеү. Бергәләп фотографиялар, архивтан материалдар, төрлө мәғлүмәттәр йыйҙыҡ һәм өйрәндек.
4. Анализлау. Тикшеренеү һөҙөмтәһендә симун ырыуының ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү рәүеше тураһында һығымталар яһаныҡ.
5. Этнографик. Симун исеменең килеп сығышы асыҡланды.
Тикшеренеү эше йыйылған фотографиялар, схемалар һәм архив материалдары менән раҫлана.
.
Архив материалдары
Фотоматериалдар
Цветок или сорняк?
Ель
Сказка "Колосок"
Разноцветное дерево
Загадочная система из шести экзопланет