“Башҡортостан ынйылары” фольклор конкурсына тикшеренеү эше һәм сценарий
Вложение | Размер |
---|---|
issled._rab._po_zhemchuzhina_bashkortostana.docx | 27.98 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Са3ма1ош районы муниципаль районы
Са3ма1ош ауылы гимназия8ы - муниципаль бюджет
белем биреү учреждениеһы.
Яҡташтарым 1812 йылғы Ватан һуғышында.
(“Башҡортостан ынйылары” фольклор конкурсына тикшеренеү эше һәм сценарий)
Авторы: Саҡмағош ауылы гимназияһының 5-се
класс уҡыусыһы Фахретдинова Альбина
2011- 2012 уҡыу йылы.
ИНЕШ
Халҡыбыҙ үҙенең данлы-шанлы тарихына бер ваҡытта ла битараф булмаған. Меңәр йылдарға һуҙылған тарихыбыҙға күҙ һалһаҡ, тыуған яҡ, изге төйәк йәшәү урыны ғына түгел, йәшәү сығанағы, белем һәм тәрбиә өлкәһендәге төп «дәреслеге» хеҙмәтен дә үтәгән. Ер- һыуының тарихын аҡһаҡалдарҙан ишетеп, йәш кеше уны яратырға, үҙ итергә, хөрмәтләргә өйрәнгән, шунан ғүмерлек фәһем алған һәм уны яҡлаусылар, һаҡлаусылар, ҡурсалаусылар сафына баҫҡан.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын, - тип халҡым юҡҡа ғына йырламайҙыр ул.
Һуңғы ваҡытта ололар ауыҙынан хәҙерге заман балалары ил тарихын белмәй ҙә, ҡыҙыҡһынмай ҙа, уларға кеҫә телефоны менән компьютер булһа еткән, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.
Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Гимназиябыҙҙа тыуған яҡ тарихын, ырыуын, ырыу атрибуттарын, абруйлы шәхестәрен, ил батырҙарын белгән, өйрәнгән ҡыҙҙар һәм егеттәр бихисап.
Миңә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға арналған «Башҡортостан ынйылары» конкурс-фестивалендә ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Тикшеренеү эше лә эшләргә кәрәклеген белгәс, мин шатланып риза булдым. Быйыл илебеҙ ошо еңеүҙең 200 йыллығын билдәләй , шуға ла был тема актуаль тип уйлайым. Ошо йәһәттән: «Был һуғышта Саҡмағош районынан кемдәр ҡатнашҡан һуң?» тигән һорау ҡыҙыҡһындырҙы. Шунан сығып түбәндәге маҡсаттарҙы билдәләнем:
- Башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында күрһәткән батырлығын, патриотик рухын сағылдырыу.
-Тыуған илгә, яҡташтарыбыҙға ихтирам тәрбиәләү.
-Халҡыбыҙҙың үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Ошо маҡсаттарға ирешеү өсөн: «Газета – журналдарҙан материалдар йыйырға, архив документтары менән танышырға, районыбыҙҙың тарихсы- яҙыусыһы
Ғабдуллин Илдус Рәшит улы менән осрашырға», тигән бурыстарҙы ҡуйҙым.
I БҮЛЕК. Башҡорт улдары 1812 йылғы ватан һуғышында.
Рәсәйҙе яҡлап күп кенә һуғыштарҙа ҡатнашырға тура килә башҡорт халҡына. Шуға ла 1812 йылға улар күп кенә тәжрибә туплап өлгөрәләр.
1811 йылдың апрелендә дүрт башҡорт полҡы төҙөргә тигән бойороҡ бирелә. Улар милли кейемдә, ябай ҡорал менән ҡоралланырға һәм һәр береһе икешәр ат булдырырға тейеш була.
Александр I батшаның «Ватанды һаҡлау» тураһындағы оранын бөтә мәсеттәрҙә һәм ауыл йыйылыштарында ла уҡып ишеттерәләр. Күп кенә батыр егеттәр һуғышҡа китергә ашҡыналар. Башҡорт иренә хеҙмәткә бармау оят эш һаналған, ә инде һуғыштан медаль алып ҡайтҡан кешегә дан йырлағандар.
1811 – 1812 йылдарҙа Рәсәй хөкүмәте тарафынан 32-сө башҡорт полҡы төҙөлә. Һәр полктың үҙенең байрағы була. Бөгөнгө көндә Башҡортостандың милли музейында һаҡланған Семёнов полкының байрағы – Ватан һуғышынан ҡалған бер ҡомартҡы булып һаҡлана.
Башҡорт халҡы 4139 яҡшы ат йыйып армия сафына бүләк итә. Улар һөңгө, ҡылыс, уҡ-йәйә менән ҡоралланғандар, ә пистолеттар һирәк кешелә була.
Сит ил ғалимдарының һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һалайыҡ. Мәҫәлән: немец тарихсыһы Штеффен Позер: «Башҡорттар ауыр артиллерия полҡында һуғышмаған. Уларҙың һыбай йөрөүө, һуғыш ҡоралдары разведка өсөн уңайлы булған, шуға ла башҡорттар алғы һыҙыҡта булған һәм уларҙың көсө дошман позицияһын билдәләү маҡсатында файҙаланылған», - ти.
Кланье Бойхо ҡалаһы кешеһе Роберт Альбрехтың һүҙҙәре: «Беҙҙең ҡала эргәһендә Йософ исемле башҡорт ерләнгән. Ул һуғыш ваҡытында ҡаты яралана һәм аты менән бергә ерләнә. Был ваҡиғаны мин атайымдан ишеттем» - ти
1813 – 1814 йылғы походтарҙа үҙҙәренең ирҙәре менән бер рәттән ҡатындары ла ҡатнашҡан. 1847 йылда Василий Зефиров тарафынан яҙып алынған «Йәнтүрә хикәйәте» бының бер күрһәткесе булып тора.
II БҮЛЕК. 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан яҡташтарым
1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарымды табыу өсөн мин тыуған яҡты өйрәнеү музейына мөрәжәғәт иттем. Ошо һуғышта еңеүгә ҙур өлөш индергән минең яҡташтарым.
Улар: Бакиров А.Б., Мансуров А.А. Маннанов Г.Ф., Рафиҡов И.Т, ағалы – энеле Әбсәләмовтар, Ихсанов Р.Г., Ҡаһарманов С.Г., Яхин Р.Ш.
Ҡыуанысҡа ҡаршы, улар тураһында архивта теүәл генә мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Хәрби тарихи архивты тикшергәндә башҡорт полктарынан бүләкләнгән кешеләр исемлеген күрҙек. Шулар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ Бакировтың фамилияһы ла бар.
1813 йылдың 27 декабрендә 4 – се башҡорт полҡының старшинаһы Бакиров 3 – сө дәрәжәләге «Святая Анна» ордены менән ә һуңыраҡ 4 –се дәрәжәләге орден менән бүләкләнә. Тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеп Бакировтың алдағы тормошон тикшерҙем.
Ул һуғыштың беренсе көнөнән үк һуғышҡа алына. 4 –се полктың сит ил походтарында ҡатнашыуын һрәтләгән сығанаҡтар һаҡланған.
Дрезденды азат иткәндә бер нисә көн буйы алыштар бара. Рус ғәскәрҙәренең һөжүменә сыҙай алмай 1813 йылдың 31 октябрендә француздар биреләләр. Әҫирлеккә 2 маршал, 32 генерал, 1759 офицер, 33744 һалдат төшә. Еңеүселәргә 200 пушка эләгә. Башҡорт атлылары ла ҙур батырлыҡ күрһәтә был алышта. Сығанаҡтарҙа күрһәтелгәнсә, 14 –се, 4 – се башҡорт полктары айырылып торҙолар тип телгә алына, һәм орден менән бүләкләнәләр. Шулар араһында Бакиров та була.
Йомғаҡлау
Шулай итеп, беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың ошо еңеүгә индергән өлөшө ҙул була. Йоҡоларын, арыуҙарын онотоп, һыуыҡ, аслыҡ, үлем ҡурҡынысына ҡарамаҫтан, азатлыҡ, еңеү өсөн алышалар, баштарын һалалар һәм еңәләр. Ошо еңеүгә көстәренән килгәнсә, өлөш индереүҙәренә мин яҡташтарым менән ғорурланам.
Шулай итеп, беҙҙең күребеүеҙсә, 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында материалдар байтаҡ ҡына. Был ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Халҡыбыҙ үҙ тарихы, ата- бабаларҙың ҡанлы көрәше, данлы үткәне, легендалар, шәхестәре менән ҡыҙыҡһына, өйрәнә һәм башҡаларға еткерә. Был ваҡиға айҡанлы яҙылған әҫәрҙәрҙә, легендаларҙа, документаль фильмдарҙа тарихи дөрөҫлөк, ысынбарлыҡ мөһим роль уйнай. Бөгөнгө ысынбарлыҡҡа беҙ үҙебеҙсә баһа бирһәк, киләсәк быуын уға үҙ күҙлегенән ҡараясаҡ.
«Бейеклек юҡ тыуған тауҙарымда,
Бөйөклөк бар кескәй халҡымда», - тип яҙған Рәми Ғарипов.
Эйе, ил азатлығы өсөн көрәшкән ата – бабаларыбыҙҙың героик образы – ул бөйөклөк өлгөһө.
Сценарий
Автор: Саҡмағош ауылының батыры Абдулҡаһир йәшләй үк ғәйрәтле егет булып дан алған. Һабан туйҙарында көрәштә ул берәүгә лә бил бирмәгән, ат сабыштарында, уҡ атыштарында ла ул гел алғыларҙан булған.
Абулҡаһир батыр ауыл егеттәре менән уҡ-һаҙаҡтар аҫып, суҡмар тотоп һунарға йөрөргә яратҡан. Бер сыҡҡанда улар дүртәр- бишәр көнләп, хатта аҙналар буйы йөрөгәндәр.
Абулҡаһир батырға 25 - 25 йәштәр тирәһе булғанда, француз яуы сығып киткән. Рәсәй батшаһы башҡорттарға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Был хәбәр – оран беҙҙең Саҡмағошҡа ла килеп еткән. Ауыл ҡарттары – аҡһаҡалдар йыйылып кәңәш ҡорғандар.
Аҡһаҡал 1. Илгә ауырлыҡ төшкәндә, яу килгәндә башҡорттар бер ҡасан да ситтә ҡалмаған.
: Шулай.
: Ир –егеттәр иртән үк аттарын эйәрләһендәр!
Аҡһаҡал 2.Яуға тиеп уҡталған
Батырҙарға һүҙем бар.
Күп яуҙарҙы күрҙек беҙ
Өлгө өсөн йәштәргә
Әйтә торған уйым бар.
Батыр булып, дан сәсеп,
Дошманын ҡуйҙай ҡырғанын
Күҙ алдында дошмандың
Һанын һанап тормайса,
Атҡан уҡтай уҡталып,
Тауға сөйгән ҡыйғырҙай
Яуын ҡырҙан йотоноп
Уралтауҙан дан алып
Типһә тимер өҙөрҙәй
Салауаттай беләкле,
Яуға барған нөгәрҙең
Батырҙары күп булһын
Һөрән һалып яу ҡырған,
Ҡылды ҡырҡҡа ярырлыҡ
Теле майҙай иреткән,
Бөтә эште сер тотҡан
Уйлағанда таш йотҡан
Ҡараһаҡалдай ир булып,
Яуҙы башлар ир булһын
Ир булһын, ау, ир булһын
Батыр: Ата-бабаларҙың ҡанын һыулап
Үҫкән сауҡаларҙан уҡ юнып,
Дошмандарҙы сыр-сыу килтереп
Беҙ ҡайтырбыҙ илгә шатланып.
Батыр: Быуын-быуын үткән батырҙарҙың
Һүҙен тыңлап, йырын йырларбыҙ
Илкәйебеҙ өсөн булырбыҙ шаһит
Дошмандарға илде бирмәбеҙ.
Әбей: әрмеләргә китә, әй, башығыҙ,
Буҙ балалр, инде хушығыҙ!
Йылдарығыҙ айҙай тиҙ үк үтеп,
Иҫән йөрөп, еңеп ҡайтығыҙ.
Автор : Батыр ғына егет, һай шул булыр –
Яу килгәндә сығыр ялтырап.
Батыр ғына егет һөрән һалһа,
Француздар торор ҡалтырап.
Булат ҡылыстары, ай, ялтырай.
Батыр егет яуға сапҡан саҡта,
Француздар дер-дер ҡалтырай.
Батыр: Ҡулдарымда һөңгө, билдә ҡалта,
Илем һаҡлап яуға сабам
Дошмандарҙы еңеп илгә ҡайтһам,
Байманымды шунда табам.
Автор: Яуҙан еңеп ҡайтышлай Ғабдулҡаһир батырҙы батша үҙенә саҡырып күп ер биргән. Ғабдулҡаһир ҡайтҡас та һалдат хеҙмәтен ҡуймаған, ҙур түрә булып эшләгән. Саҡмағош ауылының хәҙерге Мансуровтар уна шул Ғабдулҡаһир нәҫеленән булалар.
Без сердца что поймём?
Лесная сказка о том, как согреться холодной осенью
Браво, Феликс!
Снег своими руками
Как Дед Мороз сделал себе помощников