"Башҡортостан ынйылары" конкурсына тәҡдим ителгән "Йәштәрҙең"Һыу буйында"уйынының "Ҡапҡа урлау"йолаһы" исемле эҙләнеү эше
Вложение | Размер |
---|---|
zhemchuzhiny_bashkortostana.docx | 29.31 КБ |
“Башҡортостан ынйылары”конкурсына тәғдим ителгән
“Һыу буйында” уйынының “Ҡапҡа урлау” йолаһы .
Ҡатнашалар:
Ғәйнетдинов Азамат - төп герой, сценарийҙың төҙөүсеһе;
Бүләков Рифат – Азаматтың иң яҡын дуҫы, уң ҡулы;
Мусина Регина – Рифаттың оҡшатып йөрөгән ҡыҙы;
Йомағужина Лилиә – Йомабикә әбей;
Баймурзин Дим, Ибраһимов Илмир – ҡапҡа урлап килтереүселәр, егеттәр араһында иң йәштәре;
Хәлилов Азамат – гармунда уйнаған егет;
Аллаярова Гөлназ, Сәғитуллина Наҙлыгөл- ҡыҙҙар араһында иң йәштәре;
Ибраһимова Резеда, Вәлиев Айгиз, Зыяитдинова Гүзәл – ҡатнашыусы ҡыҙҙар, егеттәр;
Талғын ғына ҡурай тауышы ишетелә, Азамат килеп сыға, тубыҡланып һыу эсә, тирә-яғына ҡарай, тыңлай. Алыҫта ҡыҙҙар йырлаған тауыш ишетелә.
Азамат : Егеттәр! ( Һыҙғырып ебәрә, ҡулы менән саҡыра, егеттәр килеп сығалар). Ҡыҙҙар һыу буйына төштө, бөгөн күңел асабыҙ ( бейеп ала). Тәк, кем бөгөн Йомабикә әбейҙең ҡапҡаһын урларға бара әле? ( Егеттәр барыһы ла ситкә ҡарайҙар, бер-береһе менән бәхәсләшәләр)
Рифат: Юҡ-юҡ, былай булмай, егеттәр, хәҙер шыбаға тотошабыҙ,эщестна булһын өсөн. ( Азаматтың ҡурайын тартып ала, шыбаға тоталар)
Азамат: Әһә, һеҙ икәү китәһегеҙ, ә башҡалар минең артта-ан!( ике егет бер яҡҡа, башҡалар икенсе яҡҡа сығып китәләр)
Йыр йырлап, ҡыҙҙар килеп сығалар:
Йәйҙең матур кистәрендә
Беҙ киләбеҙ уйынға.
Күңел асып, ял итергә
Уймалы һыу буйында.
Регина : Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ “Йәшерәм- йәшерәм яулығымды» уйнап алайыҡ!
Ҡыҙҙар : Әйҙә һуң, һинең тәғдимең, һин көтөүсе! ( түңәрәк яһап ултыралар)
Регина : Йәшерәм- йәшерәм яулығымды йәшел ҡайын аҫтына, һиҙҙермәйсә һалып китәм берегеҙҙең артына (яулығын Резеданың артына һала, Резеда уны ала ла баҫтыра, Регина уның урынына барып ултыра)
Резеда : Йәшерәм- йәшерәм яулығымды йәшел ҡайын аҫтына, һиҙҙермәйсә һалып китәм берегеҙҙең артына( Гөлназдың артына һала, Гөлназ һиҙмәй, Резеда тағы берҙе йөрөй ҙә барып уға һуға, урынына ултыра) Гөлназ йөрөй, шул ваҡыт Азамат гармуны менән сыға һәм ҡыҙҙарҙы ҡурҡыта, ҡыҙҙар ситкә ҡасалар, оялышып торалар.
Егеттәр йыр йырлайҙар :
Эх , илдәре, илдәре,
Илдәрендә ҡыҙҙары,
Шул илдәрҙә ҡыҙҙар уйнай,
Һандуғастай үҙҙәре!
Ҡапҡаны уртаға сығарып һалалар, Азамат өҫтөнә менеп тыпырлата.
Азамат : Ҡыҙҙар, әйҙә беҙҙең янға, бергә-бергә уйнап- көлөп күңел асырбыҙ!
Ҡыҙҙар ризалашмайҙар, оялышып торалар.
Рифат: (яҡыныраҡ барып) Ҡара һыйыр көйөштә,
Ҡара һыйыр көйөштә,
Уйнамағас, ниңә килдегеҙ,
Йоҡлап ятмай мөйөштә?
Регина : Уйнайбыҙмы, ҡыҙҙар? ( ҡыҙҙар бергәләп : уйнайбыҙ!)
Регина : ( егеттәргә ҡаршы сығып ) Бейейбеҙме әллә йырлайбыҙмы?
Егеттәр: Бейейбеҙ!
Ҡыҙҙар : Юҡ, йырлайбыҙ!
Егеттәр : Былай булғас, сәтәш !( Регина менән Рифат сәтәшләшә, ҡыҙҙар еңә)
Регина : Ҡара- ҡаршы таҡмаҡ әйтешергә һәләтегеҙ бармы икән?
Егеттәр һөйләшеп алалар ҙа,
Рифат уртаға сыға:
Һинме матур, минме матур,
Көҙгөгә ҡарап ебәр.
Мине ҡыҙҙар араһында:
“Һин матур егет”- тиҙәр.
Ҡыҙҙар һөйләшәләр, көлөшәләр,
Регина сыға:
Һылыулыҡты,матурлыҡты
Үлсәмәйҙәр төҫ менән.
Егеттәрҙең матурҙары
Дан ҡаҙана эш менән.
Азамат:
Уйнатам мин гармунымды,
Бейеһендәр йәш ҡыҙҙар.
Беҙҙең илдең егеттәре,
Бары ла бөркөт кеүектәр!
Гөлназ:
Әтәстә лә кикерек,
Тауыҡта ла кикерек.
Был егеткә ни әйтәһең,
Үҙе төштө һикереп.
(Егеттәр оҙаҡ таҡмаҡ әйтә алмай торалар).
Гүзәл: Бәрәнге таҙарталар,
Бәрәнге таҙарталар,
Таҡмаҡ әйтә белмәйҙәр,
Бейергә яраталар.
Айгиз: Ярма ярмағыҙ әле,
Ярма ярмағыҙ әле,
Өс кешенең таҡмағынан
Файҙаланмағыҙ әле.
Егеттәр ҡул һелтәйҙәр, “ялҡытты” тиҙәр.
Азамат : Улай итә башлайыҡ,
Былай итә башлайыҡ,
Таҡмаҡтарҙы туҡтатайыҡ,
Инде бейеп алайыҡ!
Иң шәп бейеүсегә минән яулыҡ ! (Билендәге яулығын сисеп күрһәтә)
Бейей башлайҙар, шунан әбей килеп сыға, барыһын да әрләп йөрөй, әбейҙе бейетәләр, башын әйләндерәләр,иң шәп бейеүсе итеп Йомабикә әбейҙе һайлайҙар, ҡапҡаһына ултыртып алып сығып китәләр, егеттәр ҡыҙҙарға яулыҡтарын ябалар һәм оҙаталар.
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль
районының муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы
Миндәк ауылының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Балаларҙың ”Аҡ тирмә” сәхнә фольклор түңәрәге
“ҺЫУ БУЙЫНДА”
уйынының
“Ҡапҡа урлау”йолаһы
Эҙләнеү эшен атҡарҙы: Ғәйнетдинов Азамат
Сәйәр улы
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Ғибаҙуллина
Зилә Рим ҡыҙы
Килмәк- 2014.
Йөкмәткеһе:
Өләсәйем Тәслимә Алтынбай ҡыҙы Фәтхитдинова 1933 йылдың 23 октябрендә Наурыҙ ауыл советы Мәҫкәү ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Уның бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Ғаиләлә 7 бала үҫә, уларға асығырға ла, туңырға ла тура килә. Шулай ҙа өләсәйем тыуған ауылы мәктәбен тамамлап, 5-се класҡа Наурыҙ урта мәктәбенә уҡырға бара.
9-сы класты 4 кенә бала тамамлай, 10-сы класс булмай. Шул арҡала уға кире Миндәк мәктәбенә юл төшә.Унда ул Рафиҡ ауылынан йәйәү йөрөп уҡый. 10-сы класты тамамлағас, Мәсәғүткә уҡытыусылар әҙерләү институтына уҡырға инә, һуңынан Килмәк мәктәбенә математика уҡытыусыһы булып эшкә килә.
Бик тырышып, дәртләнеп эшләй минең өләсәйем. Тәнәфес ваҡытында мандолинала уйнап, уҡыусыларҙы бейетеп, йырлатып алырға ла өлгөрә.
Көслө ихтыярлы ла, дәртле лә, намыҫлы ла булған минең өләсәйем йәш сағынан! Концерт, спектаклдәрҙә, бөтә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан. 4 балаға ғүмер бүләк итеп, һәр береһенә яҡшы тәрбиә биргән. Ул “ Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Бөгөнгө көндә лә ул ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша, уларҙа ла сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй. Ауылыбыҙҙың аҡинәйе һанала . Әлегә тиклем мандолинаһында уйнап, таҡмаҡ-йырҙарын йырлап, беҙҙе һөйөндөрөп йәшәй ул.
Мин үҙемдең өләсәйемде бик ныҡ яратам , уның менән ғорурланам! Һәм һеҙҙең иғтибарығыҙға унан һөйләтеп яҙып алған эшемде тәғдим итәм.
Йәштәрҙең“Һыу буйында” уйынының “ Ҡапҡа урлау” йолаһы.
( Өләсәйем һөйләүе буйынса)
-Элек, тормоштоң ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, бик күңелле йәшәй торғайныҡ. Янып, бирелеп эшләй ҙә, матур итеп ял да итә белдек. Хәҙерге кеүек дискотекалар беҙҙең заманда булманы, клубывыҙ унһыҙ ҙа гөрләп торҙо. Алдынғы комсомолкалар, эшмәкәрҙәр тарафынан концерттар, спектаклдәр ойошторолор ине. Зал халыҡ менән тулы була, хатта баҫып торорға ла урын булмай торғайны.
Һуңынан беҙ, йәштәр, клубта ҡалып, төрлө уйындар уйнайбыҙ, “Наза”,”Марш”, “Милли уйын” кеүек бейеүле-таҡмаҡлы уйындар бик күңелле үтә ине . Бигерәк тә “Ҡул бирешеү”,“ Ебегән” уйыны( “Змейка” тип хәҙер йөрөтөлә ул) йәштәр тарафынан әүҙем уйнала торғайны. Иң ҡыҙығы бында - фанттарҙың эйәләренә яза биреү: йә әтәс кеүек ҡысҡыраң, йә һыңар аяҡта һикереп бейейһең һ.б. Ҡайһы ваҡыт аулаҡ өйҙә йыйылышып, ҡара-ҡаршы таҡмаҡтар әйтешеү ярышын ойошторабыҙ, йә булмаһа, йәйҙең йылы кистәрендә һыу буйына төшә инек. Бында инде“Үгеҙ йөҙөк”,”Йәшерәм-йәшерәм яулығымды”, “ Аҡ тирәк, күк тирәк” уйындарын ихлас күңелдән уйнай торғайныҡ. Алдан уҡ ҡыҙҙар һөйләшеп ҡуябыҙ ҙа йылға буйына төшәбеҙ, аҙаҡ беҙҙең арттан егеттәр килә торғайнылар.
Улар араһында бик ҡыҙыҡ йола булды, беҙҙең һыу буйына төшкәнебеҙҙе шәйләп алһалар, әбейҙәрҙең ҡапҡаларын урлай торғайнылар. Оло Зөлфиә өләсәйең дә егеттәр араһында киң таралған был йоланы элек ҡыҙыҡ итеп һөйләй ине. “Үләнле ерҙә тыпырлатып бейеп булмай, саң да булып бөтәһең, шуға ла егеттәр, кис еткәс тә, шыбаға тотошалар ҙа әбейҙәрҙең ҡапҡаларын урлап килтерәләр, шуның өҫтөндә ҡара-ҡаршы таҡмаҡтар әйтешеп тороп бейейбеҙ, уйнайбыҙ. Арыу-талыуҙы ла белмәйбеҙ, ҡайҙа ул арыу! Егеттәр килтергән бүләк өсөн ярыша торғайныҡ бит! Улар сиратлашып бүләк әҙерләп килтерәләр: йә матур биҙәкле яулыҡ, йә йөҙөк, йә ялан сәскәләре... Ә инде таң һыҙыла башлаһа, ҡапҡаны кире урынына алып барып ҡуялар”, - тип һөйләгәне хәтеремдә.
Беҙҙең егеттәребеҙ ҙә бик шаян, отҡор булдылар. Шәп кенә әбейҙәрҙең ҡапҡаларын сисеп алалар ҙа беҙҙең яныбыҙға ашығалар. Ҡулдарында һәр саҡ гармун, иң шәп таҡмаҡ әйтеүсегә, йә иң шәп бейеүсегә бәләкәс кенә бүләктәре лә була торғайны үҙҙәренең. Хатта араларында: “ Еңеүсене берҙе битенән үбәм!”- тип әйтеүселәре лә табыла торғайны. Шулай итеп, күңелле ял итәбеҙ, тирләгәнсе бейейбеҙ, ярышабыҙ, фанттар эйәләренә язалар бирәбеҙ, хатта ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәйһең.
Галка в чужих перьях
Эта весёлая планета
Никто меня не любит
Рисуем крокусы акварелью
Сказка об одной Тайне