ғилми-тикшереү эше
Вложение | Размер |
---|---|
munitsipal_byudzhet_doyom_belem_bireu_uchrezhdeniehy.docx | 19.66 КБ |
ssndrzn_tel_kalyr.pptx | 1.72 МБ |
Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
18-се урта мәктәп
Байыҡ Айҙар сәсән.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса
ғилми-тикшереү эше
Әҙерләне:
5-се класс Таһирова Ильнара
Етәксеһе :
Ғәлиәхмәтова Гөлфиә Ишберҙе ҡыҙы
Белорет - 2013
Сәсән.Был һүҙҙең ҡайҙан килеп сағыуы беҙгә билдәле түгел. Хәйер, исеме түгел, уның асылы ҡиммәт.
Элек-электән тәрән аҡыллы,йор һүҙле, халыҡ мәрфәғәтен күҙәтеүсе ҡыйыу кешеләр булғандар.
Ябай халыҡ сәсәндәрҙә үҙенең яҡлаусыһын да,кәңәшсеһен дә,тәрбиәсеһен дә күргән.
Минең һүҙем күренекле Байыҡ Айҙар сәсән тураһында булыр.
Урал йыры яңғырай /музыка/
Урал йыры –Байыҡ Айҙар сәсәндең иң бөйөк ижад емеше.Һүҙҙәрен дә,көйөн дә үҙе ижад итеп,ҡурайҙа уйнап, таратып йырлап йөрөүсе лә булған ул.
Салауат районы Арҡауыл ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны,тыуған яҡты өйрәнеүсе,Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Искәндәр Миһранов,Байыҡ Айҙар сәсәндең тормош юлын һәм ижадын төптән өйрәнеүсе булараҡ,шундай фекер әйтә;
2 слайд.
Мин “Урал” йырын иң ныҡ матдә һымаҡ,һығып эшләнгән,тығыҙлап тупланған ижад емеше тип әйтәм. Уны тик Байык Айҙар кеүек даһи сәсән генә башҡара ала ине. Һәм ул беҙгә мәңгелек бүләген ҡалдырҙы ла.
3 слайд
Башҡортостандың Халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов “Урал” йырын 1915 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Һабыр ауылында йәшәгән халыҡ йырсыһы Әфләтундан,ә 1920 йылда Ғәбит сәсән Арғынбаевтан яҙып алған
Китап күрһәтеү. М.Буранғолов «Сәсән аманаты».
1995 йылда Китап нәшриәтендә Мөхәмәтша Буранғоловтоң Сәсән аманаты исемле китабы баҫылып сыҡты. Был китапта бөтә сәсәндәрҙең,шул иҫәптән Байыҡ,Мәхмүт сәсәндәрҙең әҙәби мираҫтары бирелгән. Мәхмүт сәсән тураһындағы мәҡәләлә ошондай һүҙҙәр бар ;
4 слайд.
«Шуны әйтергә кәрәк,Мәхмүт үҙе сәсән генә булмаған,башҡа йырау- сәсәндәрҙең дә әйткәндәрен халыҡҡа таратҡан. Мәҫәлән, ул һәр урында Байыҡ сәсән сығарған Урал йырын халыҡҡа йырлап ишеттергән. »
Ғәбит сәсән һөйләүенсә,Урал йыры иң тәүҙә “Йәйләүек”,һуңынан “Ете ырыу” булып йөрөп,аҙаҡ ,Байыҡ сәсән тарафынан гәлсәр нескәлеге менән алмас ныҡлығын йәнәш ҡуйып яһалғанбөйөк милли гимнға әүерелгән.
Йыр Һүҙҙәренә иғтибар итәйек;
5 слайд.
Яҡшы атҡа менеп,ҡулына алып,
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын.
Аямаған йәнен,түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын.
Ай,Уралым, һинән ҡырҡып алһам,
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың,
Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта
Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.
Был йырҙа халҡыбыҙҙың бар тарихы,йәшәйеше сағыла. Башҡорт халҡы өсөн “Урал” йыры иң ҡәҙерле ҡомартҡы.
Сығышы менән ҡайһы яҡтарҙан икән Байыҡ сәсән?
Байыҡ Ишмөхәмәт сәсәнгә үҙенең Златоуст өйәҙе Мырҙалар улусы Мәхмүт ауылындағы Байназар тархандың улы булыуы тураһында әйтеп ҡалдыра.
Искәндәр Миһранов:” Документтарға таянғанда, Байыҡ сәсән 1734 йылда тыуған.Фамилияһы Байназаров булырға тейеш,ә ул Аблаев тигән фамилия менән теркәлгән. Быны уның йәшерен хәлдә йәшәү һөҙөмтәһе тип ҡара кәрәк. Ҡаҙаҡтың Аблай ханы хөрмәтенә Аблаев тип яҙылыуы ла ихтимал. Фамилияһын үҙгәртеп,йәшәү урындарын алыштырып.властарға эләкмәй йөрөүсе сая, үткер сәсән булған бит ул.”
Ә легендалар Байыҡты 102 йәшкә еткерә. Быға ла аптырайһы юҡ,сөнки оло йәшкә еткән олпат ҡарттар “өҙгә еттем инде”,тип әйтеүсән. Ә Байыҡ Айҙар сәсән бик тә шаян кеше булып,”йөҙҙән ашҡам инде”,тип әйтеүе бер ҙә ғәжәп түгел - тип яҙҙы.
Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһында уның1735-1740,1755-1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыуы,аҙаҡ эҙәрләкләүҙәрҙән ҡасып,ҡаҙаҡ далаларында йәшеренеп йәшәүе тураһында әйтелә. 1710 йылда тыуһа ғына,ул1735-1740 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан булып сыға. Тимәк,легенда дөрөҫлөккә тап килә.
1773-1775 йылдарҙағы ихтилалға рухи әйҙәүсе ләБайыҡ сәсән була. Йәш Салауаттың йөрәгенә ут һала, һүнмәҫ дәрт һәм дарман бирә,уның Бүгәсәүгә ҡушылып көрәшеүен тәбрикләй.
5 слайд.
Айҙар тигән атым бар,
Ҡулымдаан ҡорал һалмаҫҡа
Илгә биргән антым бар!
Ҡаяға тамған ҡан ҡалған,
Батырҙар сапҡан юл ҡалған,
Дошман бысаҡ ҡайраған,
Бөтмә торған ил ҡалған.
Аҙналының балаһы-
Юлай инде ин көтә?
Яумы көтә, дан көтә?
Атаһы юлын эҙләйме?
Батырҙар күҙләйме?
Өйөнә табан барайым....
Батырҙар юлы ереккән,
Саң баҫҡан,эҙләп тапманым,-
Тиһә бына мин тирем,
Батырҙар юлын буйлаған,
Ат өҫтөндә уйнаған
Алдыңа килгән ҡарт, тинем
1812 йылда Француздар я асҡан,Мәскәүҙе килеп баҫҡан тигән хәүефле хәбәр тарала.Ил ҡарттары кәңәшләшеп,ат еткән ергат,хат еткән ергә хат ебәреп,халыҡты йыйғандар. Йыйынға йөҙ йәшәр Байыҡ сәсән дә килгән.
6 слайд.
Ситтән килгән ят булыр,
Унан илгә ҡот булмаҫ,
Баҫҡан ере ут булыр,
Үҙе Сыңғыҙҙай эт булыр
Ил ситенә яу баҫҡан,
Ҡунаҡ түгел,яу асҡан.
Уның таныш өндәмәһен ишеткәс,халыҡ “умарта ҡортондай гөжләшеп”,күтәрелеп киткән. Күпте күргән,күпте ишеткән Байыҡта оло Рәсәйгә ҡарата хөрмәт,Рәсәйҙе дөйөм Втаныбыҙ тип таныу хистәре хәҙер беренсе урынла сыға. Ул улы Әхмәт Байыҡты,ейәндәрен һуғышҡа оҙатып,үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәй. Башҡорт халҡын изге яуға күтәрәр,өгөт –нәсихәт,фатиха бирә.
Һуғыш бөткәс,еңеп ҡайтҡан башҡорт батырҙарын дан менән ҡаршы алалар. Һ уңынан был йырға “Байыҡ” исеме бирелә.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. М.Буранғолов Сәсән аманаты. Башҡортостан китап нәшриәте 1995й.
2. Башҡортостан уҡыиыусыһы журналы 2010й, №11
3. Йырауҙар.Сәсәндәр. Мәғрифәтселәр. Өфө, Китап. 2010 й.
4. Башҡорт шиғриәте антологияһы. Өфө. 2005 й.
Слайд 1
Сәсәндәрҙән тел ҡалырСлайд 2
Мин “Урал” йырын иң ныҡ матдә һымаҡ,һығып эшләнгән,тығыҙлап тупланған ижад емеше тип әйтәм. Уны тик Байык Айҙар кеүек даһи сәсән генә башҡара ала ине. Һәм ул беҙгә мәңгелек бүләген ҡалдырҙы ла.
Слайд 4
«Шуны әйтергә кәрәк,Мәхмүт үҙе сәсән генә булмаған,башҡа йырау- сәсәндәрҙең дә әйткәндәрен халыҡҡа таратҡан. Мәҫәлән, ул һәр урында Байыҡ сәсән сығарған Урал йырын халыҡҡа йырлап ишеттергән. »
Слайд 5
« Урал » Яҡшы атҡа менеп,ҡулына алып, Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын. Аямаған йәнен,түккән ҡанын, Һис бирмәгән башҡорт Уралын. Ай,Уралым, һинән ҡырҡып алһам, Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың, Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.
Слайд 6
Сәсәндәрҙән тел ҡалыр
Слайд 7
Айҙар тигән атым бар, Ҡулымдан ҡорал һалмаҫҡа Илгә биргән антым бар! Ҡаяға тамған ҡан ҡалған, Батырҙар сапҡан юл ҡалған, Дошман бысаҡ ҡайраған, Бөтмә торған ил ҡалған. Аҙналының балаһы- Юлай инде ни көтә? Яумы көтә, дан көтә? Атаһы юлын эҙләйме? Батырҙар күҙләйме? Өйөнә табан барайым.... Батырҙар юлы ереккән, Саң баҫҡан,эҙләп тапманым,- Тиһә бына мин тирем, Батырҙар юлын буйлаған, Ат өҫтөндә уйнаған Алдыңа килгән ҡарт, тинем
Слайд 8
Ситтән килгән ят булыр, Унан илгә ҡот булмаҫ, Баҫҡан ере ут булыр, Үҙе Сыңғыҙҙай эт булыр Ил ситенә яу баҫҡан, Ҡунаҡ түгел,яу асҡан.
Слайд 9
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Сказочные цветы за 15 минут
Марши для детей в классической музыке
Два плуга
Тупое - острое
Лесная сказка о том, как согреться холодной осенью