Стихи учеников 4 класса
Вложение | Размер |
---|---|
4 класс уҡыусыларының шиғырҙары | 23 КБ |
4 б класс уҡыусыларының шиғырҙары.
Таң атты, ҡояш ҡалҡты
Мине иркәләп уятты.
«Айгизә, тиҙерәк тор,- ти,
Бына яҙ ҙа килеп етте».
*
Тышта шундай саф һауа
Йылғанан боҙҙар аға.
Ҡоштар һайрай, талпына
Бар тәбиғәт шатлана.
*
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ,
Оя ҡорҙоҡ инеп сыҡ.
Һыу юҡ тип һин ҡайғырма
Эсеп сыҡ- ана, аласыҡ.
*
Рәхмәтлемен терәк булғанға
Атай- әсәй, ҡәҙерлеләрем.
Көн дә һеҙгә бәхет теләйем
Һеҙһеҙ мин нисек йәшәйем.
Айгизә.
Физкультура дәресен
Һәр саҡ көтөп алам.
Спортты мин бик яратам
Шуға гел дә тырышам.
Сыңғыҙ.
Бөхтә йөрөргә яратам
Кейемдәрем гел алһыу.
Атайым яратып ҡушҡан
Исемем дә бит – Алһыу.
Алһыу.
Минең ике бәләкәс
Һеңлем менән ҡустым бар.
Улар тынһыҙ, тиктормаҫ
Бигерәк тә шаяндар.
Әсәйемә ярҙам булып
Мин уларҙы ҡарашам.
Һеңлем менән ҡустымды
Бигерәк ныҡ яратам.
Йәмил.
Ласточка
Сочинение
Рисуем "Ночь в лесу"
Кто чем богат, тот тем и делится!
Агния Барто. Сережа учит уроки