К.Кинйәбулатова.Дуҫтарым күп.Алмаш.
план-конспект урока

Султанова Рузиля Хамзовна

К.Кинйәбулатова.Дуҫтарым күп.Алмаш.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл k._kinybulatova._dustarym_kup._almash._4.docx50.66 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:  К. Кинйәбулатова. "Дуҫтарым күп". Алмаш.

Маҡсат:  1). Кәтибә Кинйәбулатова тураһында өйрәнеү, белешмә биреү. Уның "Дуҫтарым күп"                                                     шиғырының  йөкмәткеһен үҙләштереү, шиғырҙы тасуири уҡыу. Уҡыусыларҙың рифманы          тойомлау, ижади һәләттәрен үҫтереү. Образдарға характеристика бирергә өйрәнеү. Логик          фекерләү һәм аралашыу һәләтен үҫтереү.

2). Бәйләнешле һөйләм телен үҫтереү. Һүҙлек запасын байытыу. Бирелгән һорауҙарға тулы һәм дөрөҫ яуап биреү.  Телмәр күнекмәләрен формалаштырыу. Алған белемдәрен нығытыу, яңыларҙы өйрәнеү.

3). Тыуған илгә, тыуған илдең халыҡтарына һөйөү тәрбиәләү. Халыҡтар менән дуҫ, татыу, берҙәм булыу. Дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу. Эште ҡыҙығып, яратып эшләргә күнектереү. Милләттәр араһында дуҫлыҡ, тормошта үҙен - үҙе яҡларлыҡ көслө быуын тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:   дәреслек, компьютер, К.Кинйәбулатова портреты, индив. карточкалар.

Дәрес планы:  

I. Ойоштороу мәле.

а)  иҫәнләшеү.

б)  дәрескә әҙерлекте тикшереү.

в)  тын алыу күнекмәләре.

г)  тиҙәйткес.

II. Темаға инеш.

а)  кроссворд сишеү.

III. Өй эштәрен тикшереү.

IV. Тема өҫтөндә эш.

а)  К.Кинйәбулатова тормошо һәм ижады.

б)  "Дуҫтарым күп" шиғырын өйрәнеү.

-уҡытыусы уҡый.

-һүҙлек эше.

-бышылдап уҡыу.

-сылбырлап уҡыу.

-һорауҙар буйынса эш.

в)  төркөмдәрҙә эшләү.

V. Грамматик теманы асыу.

а). ребус сисеү.

б).шиғыр өҫтөндә эш.

в). таҡтала эшләү.

г). телдән һөйләмдәр төҙөү.

VI. Ял минуты.

VII. Мәҡәл өҫтөндә эшләү.

ДУҪ БУЛҺАҢ, ДУҪ ҠӘҘЕРЕН ОНОТМА.

а) мәғәнәһен асыҡлау.

б). матур яҙыу минуты.

в). төркөмдәрҙә эшләү.

VIII. Күнегеүҙәр  эшләү.

а). 163-сө күнегеү.

IX. Рефлексия.

X.  Йомғаҡлау.

а).өй эше биреү.

б). билдәләр ҡуйыу.

в). һығымта сығарыу.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу мәле.

а). иҫәнләшеү.

- Һаумыһығыҙ,  балалар!

Ҡыңғырау шалтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап-дәфтәрҙәр әҙер

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

- Ултырығыҙ.

Дәрестә өйрәнеләһе шиғырҙы  яҡшы итеп уҡыр өсөн, дөрөҫ тын алыу күнекмәһен үткәреп алабыҙ. Матур итеп ултырҙыҡ, тыңлайбыҙ һәм эшләйбеҙ.

в).

1. "Көрһөнөү" (Көс менән, ҡыҫҡа-ҡыҫҡа итеп тын алыу, уны оҙаҡ сығарыу).

2. "Сәскәләр кибете". (Өс сәскә, һәр береһен еҫкәп ҡарҡйбыҙ).

3. "Шәм һүндереү". (Янып ултырған шәмде һүндереү).

4. "Яңаҡтар - өрөп тултырылған шарҙар". (Яңаҡтарға һауа уртлау, ҡулдар менән шарҙарҙы шартлатыу).

г).Тиҙәйткес.

"Биш"ле билдә, "биш"ле билдә

"Биш"ле билдә бик шәп шул.

"Биш"кә уҡып, гел тырышып

"Биш"ле генә алам шул.

-  Тәүҙә бышылдап, унан бергәләп, хор менәнһәм кем шәберәк уҡыр?

II. Темаға инеш.

а). кроссворд сишеү.

- Был кроссвордты дөрөҫ итеп сишһәгеҙ, дәрестең лексик темаһы н асыҡларбыҙ.

Д

А

Р

Ы

У

Ҡ

У

Р

А

Й

Б

Ә

Ҫ

Й

Ы

Й

Ы

Л

А

Ҡ

Ы

Л

Ы

М

Б

А

Ш

Ҡ

О

Р

Т

О

С

Т

А

Н

1. Ауырыу балаларға, кешеләргә нимә ярҙам итә?

2. Теле юҡ уның - көйләй,

Ҡош теле менән һөйләй

Тыңлаусы берсә илай,

Берсә ҡушылып йырлай.

3. Ҡышын ағастарҙың ботағы нимә менән ҡаплана?

4. Мәҡәл (Күл тамсынан...)

5. Предметтың эшен, хәрәкәтен, хәлен белдереү-се һәм ни эшләй? ни хәлдә? һорауҙарына яуап биргән һүҙҙәр нисек атала?

6.Беҙ йәшәгән республика?

 - Эйе, тимәк беҙ бөгөнгө дәрестә дуҫлыҡ тураһында һөйләшербеҙ.

 - Ә нимә ул ДУҪЛЫҠ?

III. Өй эштәрен тикшереү.

- Һеҙҙең өй эштәрегеҙ ниндәй ине әле?  Йәгеҙ, тикшереп китәйек.

IV. Тема өҫтөндә эш.

   а)  Бына инде дуҫлыҡ тураһында бөгөнгө дәрескә Кәтибә апай Кинйәбулатова "Дуҫтарым күп" тигән шиғырын ижад иткән. Тәүҙә шиғырҙың авторы тураһында һөйләшеп китәйек әле, кем икән ул?

  Кәтибә Кинйәбулатова Кәрим ҡыҙы 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәүлет ауылында уҡытыусы ғайләһендә донъяға килгән. Уның атаһы Кәрим, әсәһе Фатима исемле булған. Мәктәптә белем алғас, Өфөлә 3 йыл рабфакта уҡый, ә унан инде Башҡорт педагогия институтына уҡырға инә. Уны тамалағас Силәбеләге Ҡолой урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Унан ул Өфөгә күсеп килә. Тәүҙә "Ағиҙел" журналында, унан "Башҡортостан ҡыҙы" журналының мөхәррире булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ижад эше менән шөгөлләнә. Бик күп китаптар авторы. Кәтибә - шағирә тигән һүҙ. Тимәк, уның исеме есеменә тап килеп тора.

б) "Дуҫтарым күп" шиғырын өйрәнеү.

  -  һүҙлек эше.

бәлеш - пирог

балан - калина

алъяпҡыс - фартук

тиреп алыу - собрать

һый - угощение

  -  уҡытыусы уҡый.

  - бышылдап уҡыу.

  - сылбырлап уҡыу.

  - төркөмләп уҡыу.

  - һорауҙар буйынса эшләү.

- Кем исеменән һөйләнелә?

- Ниндәй ҡыҙ булған ул?

- Шиғырҙағы ҡыҙ ҡайҙан ҡунаҡтар саҡыра?

- Ҡунаҡтарға ул нәмәләр әҙерләй?

в) Төркөмдәрҙә эшләү.

-һәр төркөм шиғыр буйынса һорау әҙерләй.

- әҙер һорауҙарҙы күрше төркөмдәргә биреү.

V. Грамматик теманы асыҡлау.

  Ребусҡа ҡарап, грамматик  яҡтан нимә эшләрбеҙ икән?

                           

- Тимәк, алмаш темаһын нығытып китәрбеҙ.

- Йәгеҙ әле, шиғырҙан алмаштарҙы табығыҙ.  (Мин, минең)

- Мин алмашы ниндәй һанда килгән һәм нисәнсе затта?

- Ә күплек һанда ул нисек була?  (Беҙ)

- Йәгеҙ әле, кем МИН һәм БЕҘ алмаштарын таҡтала килештә төрләндерер?

-Хәҙер тикшереп алабыҙ инде, килештә дөрөҫ төрләндерҙеләр микән?

VI. Ял минуты.

Сәләмләйбеҙ һауаны,

Именлек булһын өсөн.

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы,

Дуҫлыҡ ныҡ булһын өсөн.

VII. Мәҡәл өҫтөндә эшләү.

ДУҪ БУЛҺАҢ, ДУҪ ҠӘҘЕРЕН ОНОТМА.

а) Мәҡәлде уҡып, нимә әйтерһегеҙ?   (...)

  - Дәфтәрҙәргә датаны яҙыу.

б) Матур яҙыу минуты итеп мәҡәлде күсереү.

в)Төркөмдәрҙә эшләү.

- Дуҫлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

VIII. Күнегеүҙәр өҫтөндә эшләү.

а) 163 - сө күнегеү.

 - Был күнегеүҙә  һеҙ алмаштарҙы дөрөҫ ҡуйып яҙырға тейешһегеҙ.

 - Ҡайһы һүҙҙәр йыш ҡабатлана?

(Дәфтәрҙәрҙе алмашып тикшереү).

IX. Рефлексия.

 - Бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр эшләнек?

- Үҙегеҙ өсөн файҙалы берәй нимә алдығыҙмы?

 - Дәрес оҡшанымы?

X. Йомғаҡлау.

а) өй эштәре биреү.

б) билдәләр ҡуйыу.

в) Һаубуллашыу.

ДУҪЛЫҠ ҠӘҘЕРЕН БЕЛӘЙЕК:

ДӘҮЕРҘӘР ҮТКӘН ҺАЙЫН

ЕР ЯҘМЫШЫН УРТАҠЛАШЫР

ДУҪТАР ТАБЫУЫ ҠЫЙЫН.

                                                                                                                      М.ЯМАЛЕТДИНОВ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация на тему "Алмашу реациясе"

Презетация урока химии в 8 классе по химии...

"Алмаш" темаһы буйынса дәрес. Ғайсарова Р.Ф.

Әҙәбиәт менән башҡорт теле буйынса дәрес...

Буыннар алмашы. (Спорт ветераннары белән очрашу)

Буыннар алмашы. (Спорт ветераннары белән очрашу)...

4кл. Алмаш

Алмаш...