9 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленән эш. 2 вариант.

9 класс уҡысылары өсөн башҡорт теленән имтихан һорауҙары. 

Скачать:


Предварительный просмотр:

9 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленән эш

2-се вариант

Контроль тикшереү өсөн тест һорауҙары

1. Уның китабы һүҙбәйләнешендә эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә ниндәй юл менән бәйләнгән?

А) Һөйкәлеү.

Б) Ярашыу.

В) Йәнәшәлек

Г) Башҡарылыу.

2. Бер составлы һөйләмде билдәләгеҙ.

А) Был исем бик күптәр, бик күптәр өсөн үтә лә ҡәҙерле.

Б) Ҡыш етте.

В) Ул ауыртыуҙы тойманы.

Г) Көҙҙөң тымыҡ һары һағышына-

Һағышына көҙҙөң түҙ генә.

  1. Һөйләмдең төрөн билдәлә.

Айһыҙ, йондоҙһоҙ төн.

А) Билдәле эйәле һөйләм.

Б) Билдәһеҙ эйәле һөйләм.

В) Эйәһеҙ һөйләм.

Г) Атама һөйләм.

  1. Аҫтына һыҙылған ҡылымдың һөйкәлешен билдәләгеҙ.

Тырышлыҡ күрһәтһәң, йорт старшинаһы итәсәкмен.

А) Хәбәр һөйкәлеше.

Б) Шарт һөйкәлеше.

В) Бойороҡ һөйкәлеше.

Г) Теләк һөйкәлеше.

5. Ваҡыт эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләмде табығыҙ:

А) Шул ваҡыт ситән башынан бер көтөү турғай пырылдап осоп китте.

Б) Тегеләр, Һарыбайҙы осратҡас, өтәләнеп киттеләр.

В) Ямғыр-маҙар яуҙымы – серетеп ҡуйыуы мөмкин.

Г) Атаһы өйҙә булһа, яҡлашыр ине лә бит.

Текс буйынса эш.

А. Бының өсөн артҡы күсәре урман йөгөнөң оҙонлоғона ҡарап шылдырып йөрөтөлә торған арбалар ҡулланылған.

Б. Башҡортостанда ҡырсылыҡ эштәре киң тарала башлағас, ер һөрөү, тырматыу, иген һуғыу кеүек эштәрҙә башҡорт аттары файҙаланыла башлай.

В. Ә төнъяҡ һәм төнъяҡ-көнсығыш Башҡортостанда аттар бүрәнә, таҡта ташыуҙа файҙаланыла.

Г. Бер көндө егелгән биш аттың һәр береһе йөҙәр бот иген һуҡҡан.

  1. Текст килеп сыҡҡын өсөн, һөйләмдәрҙе ниндәй тәртиптә урынлаштырырға кәрәк?
  1. А, Г, Б, В.
  2. Б, А, В, Г.
  3. Г, В, Б, А.
  4. Б, Г, В, А.

  1. А һөйләмендә һаңғырау тартынҡыларҙан башланған һүҙҙәрҙе табығыҙ.

  1. Б һөйләмендә ниндәй киҫәктәр тиң булып килә?

  1. В һөйләмендә ҡушма исемдәрҙе табығыҙ. Һүҙҙәрҙе составы буйынса тикшерегеҙ.

  1. Г һөйләмендә һандарҙы табып, төркөмсәләрен билдәләгеҙ.