Туған тел

Внеклассное мероприятие ко Дню Родного языка

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tugan_tel.docx29.79 КБ

Предварительный просмотр:

Ейәнсура районы муниципаль район мәғариф бүлеге  Яңыбай ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

       Телгенәм- бергенәм!

( 21 февраль- Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған дәрестән һуң   эшмәкәрлек эшкәртмәһе)

                                  Уҡытыусы: Ҡотошова Лилиә Илдус ҡыҙы

                                                         

                                   

                                 

Маҡсат:  уҡыусыларҙа туған телгә, илгә, халыҡҡа һөйөү тәрбиәләү

Ҡатнашалар: 5-11-се класс уҡыусылары

Йыһазландырыу: компьютер, экран, проектор, слайдтар

Зал байрамса биҙәлгән( шарҙар, тел тураһында әйтемдәр)

Ҡурай моңо яңғырай.

     Уҡыусы Р. Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләй.

   Алып барыусылар сыға:( 1, 2)

  1. Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, илем, халҡым,  

     телем тип йән атыусылар!

            Слайд 1: Телгенәм- бергенәм!

  1. Беҙ 21 февраль- Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған«Телгенәм-  

бергенәм! » тип аталған кисәгә йыйылдыҡ.

  1. Халыҡ ара туған телдәр көнө ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы  тарафынан 1999 йылдың 17 ноябрендә иғлан ителә һәм 2000 йылдан билдәләнә.

Слайд 2:

     ЮНЕСКО мәғлүмәттәренән күренеүенсә, донъяла 6000 тел иҫәпләнә. Тик шуныһы аяныслы: уларҙың яртыһына юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай. Донъя телдәренең 96%- ында барлыҡ халыҡтың ни бары 4%- ы аралаша. Африка телдәренең иһә үҙ яҙмаһы ла юҡ. Йыл һайын тиҫтәләгән телдең «үле» телдәр рәтенә күсеүе кешелекте хәүефкә һала, шуға ла Халыҡ – ара туған телдәр көнө телдәрҙе, бигерәк тә аҙ һанлы милләттәрҙең телдәрен, һаҡлап ҡалыу һәм үҙ – ара аралашыуҙа ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

  1.  Тел – аралашыу, аңлашыу сараһы ғына түгел, тел милләттең рухи байлығын, тормош тәжрибәһен, аҡылын, хыялын үҙенә йыйған бөтмәҫ хазина.
  2. Башҡорт теле- беҙҙең әсә телебеҙ. Уның моңо, көсө һәм ҡеүәте, шиғри биҙәге һәм тапҡырлығы, булат ҡылыстай үткерлеге, куркәм яңғырашы,аһәңлеге беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән. Телен, ер-һыуын һаҡлап, илен яҡлап, намыҫын тапатмаҫ өсөн нисә быуын халҡым яу ҡайтарған, даулашҡан. Дошмандары тиҫтәләрсә,йөҙҙәрсә,

меңдәрсә ауылдарҙы яндырғанда ла,ҡаты язалағанда ла халҡыбыҙ туған телебеҙҙе ҡурсалаған.

  1. Шуға ла туған телебеҙ- ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған үлемһеҙ бүләк, иң изге аманат.

                 Слайд 2: Башҡортостан тәбиғәте

         Уҡыусы Р. Бикбаев шиғырынан өҙөк һөйләй.

Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, һүҙем бар.

 Шул тел менән  халҡым хаҡ яҙмышын  

Ҡайһы быуаттарға яҙмаған!

Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,

Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,

Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған

Тик моңонан, теленән яҙмаған!                                    

2.Туған тел – ул ата- әсә теле. Кешенең донъяла тәү ишеткән һүҙе,  

   асылған теле, рухи моңо.

     Уҡыусы Б. Бикбайҙың «Туған тел»шиғырын һөйләй.

Ерҙә кеше һөйәгенән

Убалар үҫкән.

Тел- тере шишмә- үлмәгән

Бөгөнгә еткән.

Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,

Торам бөгөн дә.

Аңлай мине ғәзиз халҡым

Туған телендә.

Минең телем – тыуған ерем,

Әсәм тауышы.

Халҡымдың бай хазинаһы

Таҙа намыҫы.

Ерҙә халыҡ йәшәй икән,

Теле лә йәшәй.

Телен асҡанда һәр бала

Әйтәсәк «Әсәй!»

                                           

  Слайд 3: Туған телем – иркә гөлөм (бергәләп әйтеү)

   Уҡыусы З. Биишеваның «Туған тел» шиғырынан өҙөк һөйләй.

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы – гөллө сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй илһамлы, эй хөрмәтле башҡорт теле.

  Слайд 4:     Р. Шәкүр һүҙҙәренә «Башҡорт телендә һөйләшәм»    

                 йыры яҙылған, бергәләп башҡарыу.

  1. Тел – кешенең ғүмерлек юлдашы. Тыуғандан алып һуңғы һулышына  тиклем тел һәм һүҙ кеше менән бергә йәшәй.

   2. Тел – милләтте милләт иткән иң мөһим шарттарҙың береһе.

 Уҡыусы К.Бакировтың «Туған телем» шиғырын һөйләй:

Һөйләшәйек туған телдә

Туйғансы һөйләшәйек!

Тел тыуҙырған шатлыҡтарҙы

Кешегә өләшәйек!

Эй туған тел- тәрән диңгеҙ,

Сумһаң да буйлап булла.

Ул ҡурайҙа бар донъяның

Моңдарың уйнап була.

     Слайд 5:  Тел яҙмышы – ил яҙмышы( бергәләп әйтеү)

      Уҡыусы шиғыр һөйләй

Яҙмышыбыҙ – тел яҙмышы

Беләм уның хаҡында:

Әгәр телем йәшәй икән,

Йәшәйәсәк халҡым да.

           Әйтеш:

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

- Тыуған- үҫкән ил кәрәк!

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

- Мәңге тыныс ер кәрәк!

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

- Беҙ һөйләшкән тел кәрәк!

     Слайд 6: Мәңге йәшә, башҡорт теле

                       Атам теле, әсәм теле,

                       Минең телем. (бергәләп әйтеү)

- Тамашасылар менән уйын: уҡытыусы ойоштора

Экранда хәрефтәр яҙылған, шул хәрефтәрҙе  билдәле бер тәртипкә килтерһәгеҙ -мәҡәл уҡырһығыҙ!

 Яуап:  Тел – күңел көҙгөһө.

Слайд 7: Мәҡәлдәрҙе дауам ит!

Телдең күрке - ?      (һүҙ)

Һүҙ бер көнлөк, тел - ?   ( ғүмерлек)

? тел ? ярыр.     (татлы) (таш)  

- Туған телде маҡтап ярышыу ( 2 уҡыусы алмашлап әйтешә,ҡабатларға ярамай: бай, моңло…Кем беренсе туҡтай, шул еңелә)

Слайд 8: Бергәләп синквейн төҙөү:

  1) Нимә тураһында һөйләштек?    

 2) Ике «ниндәй?» һорауына яуап биреүсе һүҙ.

 3) Өс «ни эшләй?» һорауына яуап биреүсе һүҙ.

4) Һөйләм, мәҡәл.

5) Бер үк мәғәнәне аңлатыусы һүҙ.

 Яуап:        1)  Тел

                   2) Бай, яғымлы.

                   3) Маҡтай,наҙлай, өйрәтә.

                  4) Ҡәҙерле, хөрмәтле тел.

                  5) Туған тел.

Слайд 10: Ә.Мөъминова һүҙҙәренә «Туған тел» йыры яҙылған,  

                  бергәләп  башҡарыу.

  1. Телебеҙ бар халыҡ яҡлауына мохтаж. Ул халҡыбыҙҙың иң ҡиммәтле хазинаһы. Уны һаҡлау, үстереү- беҙҙең изге бурысыбыҙ!

Йомғаҡлау( уҡытыусы һүҙе)

 Туған тел – беҙҙең байлығыбыҙ, яҙмышыбыҙ.

Телдең дә, илдең дә йәшәүе беҙҙең ҡулда. Беҙҙең һәм киләсәк быуындың телендә мәңге ғорур йәшәһен башҡорт теле!

Һүҙемде Фәнзил Санъяровтың «Башҡорт теле» шиғыры менән тамамлайым.

            Ҡурай моңо яңғырай.

Телем тиеп,

Тамаҡ ярғаным юҡ,

Әйтер һүҙем – йөрәк түремдән.

Бар хыялым: телем, һине һаҡлау,

Һинең сәскә атыу еремдә.

Ҡанбабалар

Аманаты күреп,

Ҡәҙерләйем һине, телгенәм!

Һинең хаҡта яман һүҙ ишетһәм,

Йәндәремде ниҙер телгеләй.

Һине яҡлап,

Баҫты ҡалҡан кеүек

Мостайҙарың, Рәми улдарың

Туған телем изге нурын сәсер,

Торғанында ерҙә Уралым!

Һәр бер өнөң

Әсәм һымаҡ наҙлай,

Һәр һүҙең бит миңә –

Мең дауа.

Килер быуындарға рухи дарман

Биреп йәшә, телем, донъяла!

            Телебеҙҙе яратайыҡ, яҡлайыҡ һәм һаҡлайыҡ!

Бөгөнгө кисәлә актив ҡатнашҡанығыҙ, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!