8 класс. Ҡаланың иҫтәлекле урындары. Ҡылымдарҙың төҙөлөшө.

Ахметшина Юлия Ринатовна

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе 8 класс уҡыусылары өсөн "Ҡаланың иҫтәлекле урындары. Ҡылымдарҙың төҙөлөшө" темаһына дәрес өлгөһө.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 8_kl.docx29.22 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Ҡаланың  иҫтәлекле  урындары.

Ҡылымдарҙың  төҙөлөшө.

Маҡсат: 1) Уҡыусыларҙы Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән таныштырыу аша уҡыусыларҙың коммуникатив һәләттәрен арттырыу, ҡылымдарҙың төҙөлөшөн аңлатыу;

2) уҡыусыларҙың аң кимәлен, белемен  үҫтереү;

3) уҡыусыларҙа баш ҡалаға һәм уның иҫтәлекле урындарына ҡарата һөйөү һәм башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Өфөнөң иҫтәлекле  урындары тураһында  һүрәттәр, мультимедия проекты һ.б.

План: 1) Ойоштороу мәле.

           2) Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

           3) Яңы тема.

           4) Нығытыу күнегеүҙәре.

           5) Йомғаҡлау.

           6) Өй эше.

           7) Баһалау.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.
  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн! Кәйефтәр нисек?
  • Һаумыһығыҙ, уҡытыусым! Кәйефтәр яҡшы!
  • Бөгөн дәрестә кем дежур? Кем юҡ? Өй эше нимә бирелде? Башҡортостан тураһында 3 һөйләм яҙып килергә ине. (өй эшен тикшереү)

  1. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

- Беҙ үткән дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек әле? Әйҙәгеҙ, иҫкә төшөрөп китәйек.

      3. Яңы тема.

- Хәҙер барыбыҙ ҙа экранға ҡарайбыҙ. Унда төрлө һүҙҙәр яҙылған, кем ҡысҡырып, дөрөҫ итеп уҡып күрһәтә?

- Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев һәйкәле, Мәжит Ғафури исемендәге  Башҡорт дәүләт академия драма театры, Өфө-Арена, Еңеү паркы, “Ләлә-Тюльпан” мәсете, Башҡорт дәүләт университеты, Нефтселәр һарайы, М.Ғафуриҙың йорт-музейы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, “Аҡбуҙат” ипподромы, Башҡортостан Республикаһының милли музейы һ.б.

- Был һүҙҙәрҙе дөйөмләштереп өс һүҙ менән генә әйтеп була, уҡыусылар һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

- Достопримечательность.

- Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, ә “достопримечательность” һүҙе нисек тәржемә ителә  икән? Бының өсөн беҙ электрон һүҙлектән ҡарайбыҙ.

- Достопримечательность – иҫтәлекле урын тип тәржемә ителә. Тимәк беҙ бөгөн нимәләр тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

- ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Хәҙер эш дәфтәрҙәрен асабыҙ, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуябыҙ.

Һүҙлек эше:

            иҫтәлекле урын – достопримечательность

                             һәйкәл – памятник

                                     йорт-музейы – дом-музей

                                     уҡыу йорто – учебное  заведение

                             мәңгелек дуҫлыҡ – вечная  дружба

                         Башҡорт дәүләт – Башкирский государственный

                                 

  • Бирелгән һүҙҙәрҙе уҡытыусы уҡый;
  • Һүҙлек дәфтәренә яҙҙыртыу;
  • Хор менән уҡытыу;
  • Унан бер нисә уҡыусынан уҡытыу;
  • Һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр төҙөтөү;
  • Һүҙлек һүҙҙәренә яңы һүҙҙәрҙе яҙып ҡуябыҙ.

- Афарин, уҡыусылар! Тап шулай. Бөгөн беҙ дәрестә баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт ҡылабыҙ һәм ҡылымдарҙың төҙөлөшө хаҡында һөйләшәсәкбеҙ. Сәйәхәт ҡылыр өсөн беҙгә автобус кәрәк, ә автобусға инер өсөн билет алыр кәрәк, уның өсөн беҙ “Өфө ҡалаһы” тигән йырҙы йырларға тейешбеҙ.

Йыр. “Өфө ҡалаһы”

- Беҙ һеҙҙең менән ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәткә сығабыҙ. Төрлө туҡталыштарҙа туҡтаясаҡбыҙ, унда алған мәғлүмәтте хәтерегеҙҙә ҡалдырып барығыҙ, сөнки ҡайтҡас бәләкәй генә тест эшләйәсәкбеҙ.

- Беренсе туҡталыш. Һәйкәлдәр туҡталышы.

-Дуҫлыҡ монументы(слайд)

- артабанғы һәйкәлгә күсер алдынан бәләкәй генә кроссворд эшләп китәйек.

1. Башҡортостандағы иң ҙур күл?

2. Башҡортостандағы янар тау?

3. …….   беш, ауыҙыма төш. (мәҡәл)

4. Ғаилә башлығы?

5. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы?

6. …….. -  белем шишмәһе. (мәҡәл)

7. Башҡортостан Республикаһының президенты?

             

А

С

Ы

Л

Ы

К

Ү

Л

Я

Н

Ғ

А

Н

Т

А

У

А

Л

М

А

4.

А

Т

А

Й

5.

Ҡ

У

Р

А

Й

6.

К

И

Т

А

П

     

7.

Х

Ә

М

И

Т

О

В

 

- тимәк беҙ ниндәй һәйкәлгә туҡталабыҙ?

(С.Юлаев һәйкәле тураһында слайд)

Икенсе туҡталыш. Парктар туҡталышы.

И.Яҡутов исемендәге парк, Еңеү паркы (слайд)

- Беҙ паркта ни эшләйбеҙ? Ниндәй паркта булғанығыҙ бар?        Өсөнсө туҡталыш. Мәҙәни усаҡтар туҡталышы. (слайд)

- Һеҙ тағы ниндәй мәҙәни усаҡтарҙы беләһегеҙ?

Дүртенсе туҡталыш. Биналар туҡталышы.

Өфө-Арена тураһында бер уҡыусы ҡыҫҡаса мәғлүмәт уҡый.

Бишенсе туҡталыш. Музейҙар туҡталышы. (слайд)

Һеҙ тағы Өфөлә ниндәй музейҙарҙы беләһегеҙ?

Алтынсы туҡталыш. Грамматика туҡталышы.

- Барыбыҙ ҙа экранға ҡарайбыҙ, унда һөйләмдәр бирелгән, уҡыйбыҙ һәм тәржемә итәбеҙ, ҡылымдарҙы табабыҙ. Ҡылымдарҙы табыр алдынан “Нимә ул ҡылым? Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?” тигән һорауҙарға яуап табайыҡ.

1) “Аҡбуҙат” ипподромы 1982 йылда асыла.  

2) Уның трибунаһы 5 мең кешене һыйҙыра ала.

3) Уның аҙбары, ветеринария дауаханаһы, ҡунаҡханаһы, ат спорт клубы бар.

- Хәҙер ошо һөйләмдәрҙән ҡылымдарҙы табып әйтәбеҙ. Әйтегеҙ әле, ни өсөн ҡылымдар төҙөлөштәре буйынса айырылып тора ул? Кем нисек уйлай? Тимәк ҡылымдар төҙөлөштәре буйынса ике төргә бүленәләр: ябай (простые)  һәм ҡушма (составные). Ябай ҡылымдар бер һүҙҙән генә торалар. Мәҫәлән:  уҡырға – читать, һөйләргә – рассказать, яҙырға – писать.

Ә ҡушма ҡылымдар ике һәм унан да күберәк һүҙҙән төҙөлә. Мәҫәлән: һатып алырға – купить, барып килергә – сходить, съездить, йөҙөп китергә – переплыть, хәл итергә – решать, юҡ итергә – уничтожить, хәбәр итергә – сообщить.

Миҫалдар.

- Әйҙәгеҙ үҙегеҙ миҫалдар килтереп ҡарағыҙ әле, башта ябай ҡылымға, шунан ҡушма  ҡылымға. Шул ҡылымдарҙы дәфтәргә яҙып ҡуябыҙ.

- Хәҙер уҡыусылар, ял итергә туҡтап алабыҙ. Ял иткән арала ребус сисәбеҙ. Ребус сисеү: Ҡар+ай, уҡ+ыт+ат*, ҡолаҡ+ны, 40+ты (һүрәттәр менән бирелә) Килеп сыҡҡан ҡылымдарҙы тәржемә итеү.

4.Нығытыу күнегеүҙәре.

Карточка менән эш.

  • Экранда һөйләмдәр бирелә, уҡыусылар төшөп ҡалған ҡылымдарҙы ҡуйып, һөйләмдәрҙе дәфтәрҙәренә күсереп яҙалар:

Баш ҡалабыҙ Өфөгә ……. тә, бөтәбеҙҙе лә Дуҫлыҡ монументы ……. ….. . Бейеклеге 33 метрға еткән был һәйкәл бик ҙур тарих тураһында ……. . Башҡортостан 1557 йылда үҙ ирке менән Рәсәйгә …… . Ә 1957 йылдың 14 июнендә, ошо дуҫлыҡтың 400 йыллығын …..…   …. , һәйкәлдең нигеҙенә тәүге мәрмәр таҡта …… һәм һәйкәл 1965 йылда ……. .

Белешмә өсөн һүҙҙәр: һөйләй, ингәс, асыла, ҡуйыла, ҡушыла, ҡаршы ала, байрам иткәндә.

  • Тексты уҡып сығыу;
  • Тәржемә итеү;
  • Ҡылымдарҙы төҙөлөшө буйынса тикшереү.(экранда күрһәтелә) Бер нисә уҡыусынан һорау;
  • Хәҙер текст буйынса төҙөлгән һорауҙарға яуап биреп китәйек.
  • Был текста ниндәй һәйкәл тураһында һүҙ бара?
  • Ни өсөн Дуҫлыҡ Монументы тип атағандар?
  • Дуҫлыҡ монументының бейеклеге нисә метр?
  •  Башҡортостан Рәсәйгә үҙ ирке менән нисәнсе йылда ҡушыла? Тәүге мәрмәр таҡта нисәнсе йылда һалына?
  •  Һәйкәл Өфөлә нисәнсе йылда асыла?
  • Ярай, афарин! Тексты яҡшы үҙләштергәнһегеҙ.
  • 54-се биттәге  105-се күнегеү.
  1. Йомғаҡлау.
  • Шулай итеп, беҙ ҡаланың иҫтәлекле урындары һәм ҡылым төҙөлөшө буйлап сәйәхәт иттеп ҡайттыҡ. Белемебеҙҙе арттырҙыҡ, кәрәкле мәғлүмәттәр тупланыҡ. Беҙ Өфө ҡалаһында йәшәйбеҙ. Шуға күрә йәшәгән ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарын белергә, һаҡларға, яҡларға тейешбеҙ.
  •  ә хәҙер ошо теманы дөймләштереп, иҫтә ҡалдырыу өсөн бәләкәй генә тест эшләп китәйек.

Тест һорауҙары

  1. С.Юлаев һәйкәленең скульпторы кем?

А) И.Ғәйнетдинов                    В) Т.Нечаева

Б) С.Тавасиев                           Г) М.Бабурин

2. Дуҫлыҡ монументына нисәнсе йылда асыла?

     А) 1957                    В) 1964

     Б) 1958                   Г) 1965

3. Еңеү паркында кемдәргә һәйкәл ҡуйылған?

 А) А.Матросов һәм М.Ғөбәйҙуллинға    

           Б) А.Матросов һәм М.Шайморатовҡа

           В) М.Ғөбәйҙуллин һәм М.Гәрәевҡа              

           Г) М.Ғөбәйҙуллин һәм М.Шайморатовҡа

     

     4. Башҡорт дәүләт драма театры кемдең исемен йөрөтә?

          А) Н.Асанбаев                 В) Б.Бикбай

          Б) М.Кәрим                      Г) М.Ғафури

5. Ҡылымдар төҙөлөшө буйынса нисә өлөшкә бүленә:

     А) ике                    В) бер

     Б) өс                      Г) бүленмәй

6. Төҙөлөшө буйынса был ниндәй ҡылым: эшләргә?

     А) ҡушма                      Б) ябай               

7. Төҙөлөшө буйынса был ниндәй ҡылым: ҡаршы ала?

     А) ҡушма                         Б) ябай

      6. Өй эше.

  • Беҙҙең баш  ҡалабыҙҙың  иҫтәлекле  урындары  бик күп, шуға күрә һеҙ киләһе дәрескә бөгөн беҙ ҡарамаған бер иҫтәлекле урын тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙып килергә.
  1. Баһалау.
  • Дәрестә актив ҡатнашып ултырғандарға тейешле баһа ҡуйыу. (Уҡыусыларға йылмайып һәм күңелһеҙ торған смайликтар таратып сығабыҙ)
  • Һеҙгә дәрес оҡшанымы? - тигән һорауға ике смайликтың береһен уҡыусылар күтәрергә тейештәр.
  • Ошоноң менән дәрес тамам. Һау булығыҙ!