7 класс, Р.Ғариповтың "Урал йөрәге" шиғыры. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе нығытыу.

Ахметшина Юлия Ринатовна

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе 7 класс уҡыусылары өсөн Р.Ғариповтың "Урал йөрәге" тигән шиғыры. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. темаһына дәрес өлгөһө.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 7_klass_r.garipov._yangyzlyk_hm_urtaklyk_isemdr.docx25.67 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Рәми  Ғариповтың  “Урал  йөрәге” шиғыры.

Яңғыҙлыҡ  һәм  уртаҡлыҡ  исемдәрҙе  нығытыу.

Маҡсат: 1) Башҡортостандың  халыҡ  шағиры  Рәми  Ғариповтың биографияһын, “Урал  йөрәге”  өйрәнеү; яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ  исемдәрҙе  нығытыу;

               2) уҡыусыларҙың һүҙлек запасын байытыу, һөйләү телмәрен үҫтереү;

               3) Рәми Ғарипов  ижады  аша  патриотик рух  тәрбиәләү.

Дәрес тибы: яңы дәрес

Йыһазландырыу: шағирҙың портреты, Башҡортостан картаһы, кроссворд, электрон дәреслек, проектор, шағирҙың дәреслектәренән күргәҙмәлек  һ.б.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.
  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Сәләмләү шиғри формала.

Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Мин сәләмәт, мин матур,

Салауат кеүек батыр!

   

  • Бөгөн дәрестә кем дежур? Кем юҡ? Өй эше нимә бирелде? Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау: Әә – әсәй, Өө – өләсәй, Ҡҡ – ҡарға, Ғғ – ғүмер, Ҙҙ – ҙур, Һһ – һигеҙ, Үү – үлән, ҫ – кеҫә, ң – саңғы.
  • (Башҡортостан  һүҙенән һүҙҙәр төҙөргә.) Бер  нисә баланан һүҙҙәрен уҡытырға.  
  1. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

(Башҡорт  халыҡ йыры “Урал” һәм уның тарихы менән таныштыҡ. Иҫкә төшөрөп китеү.)

II. Төп өлөш.

  1. Яңы тема.

Бөгөнгө дәрестең  темаһын  белер өсөн беҙгә кроссворд сисергә кәрәк булыр. Бының өсөн үткән дәрестең темаһын, йәғни Башҡортостан тураһында белемегеҙҙе тикшереп үтәйек.  

  1. Башҡорт халҡының милли ҡоралы?
  2. Башҡортостандағы иң  ҙур мәмерйә?
  3. Башҡортостандағы иң бейек тау түбәһе?
  4. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай .....
  5. Башҡортостандағы иң ҙур йылға?
  6. Башҡорт халҡының милли батыры?
  7.  Башҡортостан республикаһының тәүге президенты?
  8. Ете ҡат үлсә, бер ҡат .......
  9. ......... - белем  шишмәһе.
  10.  Башҡортостан республикаһы гимнының авторы?
  11. Башҡортостан республикаһының хәҙерге президенты?

1.

Ҡ

У

Р

А

Й

2.

Ш

Ү

Л

Г

Ә

Н

3.

Я

М

А

Н

Т

А

У

4.

К

Ә

Р

И

М

О

В

5.

А

Ғ

И

Ҙ

Е

Л

6.

С

А

Л

А

У

А

Т

7.

Р

Ә

Х

И

М

О

В

8.

К

И

Ҫ

9.

К

И

Т

А

П

10.

И

Ҙ

Р

И

С

О

В

Х

Ә

М

И

Т

О

В

  • Тимәк беҙ бөгөн кем хаҡында һөйләшәсәкбеҙ?

(Уҡыусылар:Беҙ бөгөн Рәми Ғарипов тураһында һөйләшәсәкбеҙ.)

  • Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ. Бөгөн беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың  тормош юлы һәм ижады менән танышабыҙ, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе. Дәфтәрҙәрҙе асабыҙ, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуябыҙ.
  • Шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. (электрон дәреслек  һәм проектор аша.)
  • Уҡыусыларға ҡағыҙ таратып сығабыҙ. Улар шағирҙың тормош юлы һәм ижады буйынса  хронологик таблица тултыралар.
  1. Нығытыу күнегеүҙәре.

Һүҙлек эше: йөрәк – сердце

                    тамыр – корень

                    яҙмыш – судьба

                    бәхет – счастье

                    Ватан - Отечество

Һүҙлектәге һүҙҙәрҙе бер нисә уҡыусынан уҡытырға һәм һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙҙырып ҡуйырға.

 Дәреслектән “Урал  йөрәге”  шиғырын  тасуири уҡыу.

  • шиғырҙы уҡытыусы уҡый;
  • рус теленә тәржемә итәләр;
  • уҡыусылар үҙ аллы уҡый;
  • ҡысҡырып тасуири уҡыу;
  • һорауҙарға яуап биреү

Сердце Урала

Родная земля – будто сердце

Под вздыбленной грудью Урала.

Отсюда, как кровь по венам,

Бежит Агидель голубая.

Святую землю сердцем я зову не зря, -

С ней безраздельно связан я судьбой,

Здесь занималась счастья моего заря,

Отсюда начинается Отечество мое!

                                                                                   

Һорауҙарға яуап биреү.

  • Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?
  • Уралдың йөрәге нимә булып тора?
  • Ағиҙел йылғаһын нимәгә оҡшатҡан?
  • Шиғырҙан яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе табып, ике бағанаға бүлеп дәфтәргә яҙырға.

яңғыҙлыҡ исемдәр               уртаҡлыҡ исемдәр

Урал                                     йөрәк

Башҡортостан                     тамыр

Ағиҙел                                  яҙмыш

Ватан                                   бәхет

  • Бирелгән тексты хаталарҙы төҙәтеп күсереп яҙырға.

Башҡортостандың (Бб)аш ҡалаһы – (Өө)фө. Өфө ҡалаһы (Аа)ғиҙел (Йй)ылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡалаға ингәндә ике (Һһ)әйкәл күренә. Уларҙың береһе – (Дд)уҫлыҡ (Мм)онументы, икенсеһе – (Бб)ашҡортостандың  (Мм)илли батыры (Сс)алауат  (Юю)лаев һәйкәле.

  1. Йомғаҡлау.
  • Тимәк, беҙ бөгөн кемдең тормош юлы һәм ижады менән таныштыҡ?
  • Уҡыусылар: Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады менән таныштыҡ.
  • Эйе, Рәми Ғарипов бөтә тормошон тыуған ил, Ватан, туған тел, рух, милләт яҙмышына арнаған. Уҡыусылар, әйтегеҙ әле нимә ул Ватан? Һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

(Ватан – ул беҙ йәшәгән ер.

Ватан – ул беҙҙең тыуған ил.

Ватан – ул беҙҙең тыуып үҫкән ер.)

Ребус сисеү. Тыуған илем – 6ын  5ек.  (слайдта күрһәтелә)

  • Тыуған ил, Ватан тураһында тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
  • Ватанһыҙ кеше – урманһыҙ һандуғас.
  • Данлы егет ил өсөн үлер.
  • Иле барҙың – теле бар, теле барҙың иле бар.
  • Өйө барҙың – иле бар, иле барҙың көйө бар.
  • Уҡыусылар! Тыуған илегеҙҙе, телегеҙҙе яратығыҙ!Илен яратып үҫкән кеше генә кеше була ала.
  •  Хәҙер бөгөнгө алған белемебеҙҙе нығытыу өсөн үтелгән тема буйынса бәләкәй генә тест эшләйбеҙ.

Тест

  1. Р.Ғарипов ниндәй йылдарҙа йәшәгән?

1)1905-1954                  3)1932-1977

2)1911-1939                  4)1903-1938

  1. Р.Ғарипов ҡайһы ауылда тыуған?

1)Диңгеҙбай                  3)Хәсән

2)Әсән                           4)Арҡауыл

  1. Р.Ғариповтың  тәүге  шиғри  китабы?
  1. “Йүрүҙән”                  3) “Һабантурғай йырҙары”
  2. “Таш сәскә”               4) “Аманат”

  1. Урал күкрәгендә йөрәк кеүек

Башҡортостан – тыуған илкәйем. Был өҙөк  Рәми Ғариповтың ҡайһы шиғырынан  алынған?

  1. “Салауат батыр”             3) “Уйҙарым”
  2. Урал йөрәге”                 4) “Туған тел”

  1. Р.Ғарипов  ниндәй  оло  исемгә лайыҡ була?
  1. Башҡортостандың  атҡаҙан мәҙәниәт хеҙмәткәре
  2. Башҡортостандың  халыҡ шағиры
  3. Башҡортостандың  халыҡ  яҙыусыһы

  • Дәфтәрҙәрҙе йыйып алабыҙ.
  1. Өй эше.
  • 38-се биттәге “Урал йөрәге” шиғырынан бирелгән өҙөктө ятларға.
  1. Баһалау.
  • Дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырғандарға тейешле баһа ҡуйырға. Ошоноң менән дәрес тамам, һау булығыҙ!