Мастер класс по предметам
презентация урока для интерактивной доски на тему
1. Открытое мероприятие на межрегиональном форуме 2015 г.
2. Показ мастер - класса на заседаниях КМО по родным языкам.
3. Открытые уроки по башкирскому языку и литературе.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Мустай Карим иле | 24.52 КБ |
Дәрес өлгөһө | 60 КБ |
Предварительный просмотр:
Мостай иленә сәйәхәт.
(5 -сы класс).10.12.2018
Учалы ҡалаһында № 10 һанлы мәктәптә дәрес күрһәтеү
Әҙерләне .Ә.Н.Рәхмәтуллина Комсомол урта мәктәбе башкорт теле һәм әҙәбиәте укытыусыһы
Маҡсат: Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәрим ижадын, өйрәнеүҙе дауам итеү, телмәр байлығын ,фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, арҙаҡлы шәхестәребеҙ ижадына ихтирам, һөйөү тәрбиәләү. Йыһазландырыу: слайдтар, китаптары.
Дәрес барышы: Ойоштороу: Һаумыһығыҙ укыусылар! Кәйефтәрегеҙ нисек? Баҫығыҙ әле. Әйҙәгеҙ әле бер-берегеҙгә боролоп йылмаяйыҡ һәм бер–беребеззе сәләмләйек.Ултырышығыҙ. СЛАЙД№1
- Тупрағымдан уңдым.Башҡортостан!
Һин иманым минең, ҡәҙерлем,
Күк сымылдыҡ ҡорған сәңгелдәгем,
Һиндә булһын йылы ҡәберем.
Күп нәмәнән уңдым.
Рәхмәт һеҙгә,
Хәйерле төн һеҙгә , үткәндәр!
Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән үткәндәр?
М.Кәрим “Уңдым” шиғыры. Уҡытыусы: Бөгөн дәрестә беҙ Мостай иленә сәйәхәт итәбеҙ һәм дәресте М.Кәримдең “Уңдым “ шиғыры менән башлап ебәрәйек.
-Дәрестең маҡсатын билдәләү.
- Эйе, һеҙ уның тураһында һөйләрһегеҙ, яңы мәғлүмәттәр менән таныштырырһығыҙ. (Слайд №2)
Белгәндәрегеҙҙе, яңы мәғлүмәттәрҙе ошо таблицаға яҙып барырһығыҙ. Дәрес аҙағында ошо шиғыр юлдарына әйләнеп ҡайтырбыҙ. (Таблицалар таратып бирелә.) Слайд№3
Ә дәрестә беҙ төркөмләп эшләйбеҙ, һәр төркөм үҙ эшен башҡара. Башҡа төркөмдәргә ҡушылып эшләй, өҫтәмәләр индерә.
Беләм | Белергә теләйем | Белдем |
1-се төркөм. М.Кәримдең ижадына байҡау яһай. (Биографияһы менән таныштыра).2-се төркөм шағирҙың ҡаҙаныштары тураһында һөйләй. 3-сө төркөм шағирҙың ижади емештәре йәғни, (белгән, уҡылған, күргән китаптары тураһында һөйләй)
Уҡытыусы: Эйе, бөгөн беҙ Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт, М.Шолохов исемендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины , Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тураһында һөйләшәбеҙ.
-Беҙ, Учалы районының Өргөн ауылы халҡы, Мостай Кәримде элек-электән беләбеҙ. Сөнки ул Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып ҡайтҡас, үҙенең дуҫы, ҡәләмдәше, яҙыусы Мөхәммәт Хәйҙәров эргәһенә ҡунаҡҡа килеп йөрөнө. Өргөндөң балдай татлы һауаһы, М.Хәйҙәрҙең тормош иптәше Ғәйникамал апайҙың кәзә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙы уның яралы йән-тәненә бер шифа булғандыр.
Оло быуын кешеләренең һөйләүенсә, М.Кәрим Өргөн, Ҡалҡан күлдәре буйында ял итергә яратҡан, хуш еҫ бөрккән ҡарағас, ҡарағай ағастары менән ҡапланған гүзәл тәбиғәтле Олотау, Оҙонғор тауҙарының башына менеп, тирә-яҡҡа һоҡланған.Ошо бәрәкәтле ергә илһамланып, үҙенең күптәргә билдәле “Өс таған”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”повестарын яҙған. Үҙенең геройҙары итеп яҙыусы беҙҙең ауыл кешеләренең яҙмышын һүрәтләгән,- тип яҙа Учалы районы,Өргөн ауылы шагиры Рамай Ҡаһир.
Уҡытыусы: Уҡыусылар , шулай уҡ Өргөн ауылының абруйлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсүлов Салауат Хәйретдин улы М.Кәримдең Өргөндә булыуы тураһында , ауыл халҡы иҫләгән иҫтәлектәрҙе керетеп “Өргөн-Мулдаш ауылы тарихы” тигән китабында яҙып сыға. Беҙ яратып уҡыған геройҙар беҙҙең яҡтан, хатта Вәзирҙең исеме үҙгәртелмәй алына.
У3ыусылар ошо повестың ысын геройзары менэн күрешэһегеҙ киләме? ( әйе) ?! улайһа
Һеҙҙең алдығыҙҙа Комсомол урта мәктәбе уҡыусылары “Өс таған” әҫәренән өҙөк тәҡдим итә. Ҡаршы алығыҙ!
Шулай итеп,М.Кәрим Учалы ҡалаһынан төнъяк көнсығышта урынлашкан Өргөн ауылында дауаланып аяҡҡа баҫа һәм һуңынан “ Минең беренсе тыуған ауылым Шишмә районы Келәш ауылы булһа , икенсе тапҡыр мин Учалы районы Өргөн ауылында тыуҙым”, - тип яҙа..
Уҡытыусы: Бөгөн беҙ Мостай иленә сәйәхәт иттек. Экранда.
“М.Кәримдең туған телендә яралған әйтер һүҙе үҙ тыуған ерендә- Башҡортостанда- хаҡлы танылды һәм лайыҡлы дан алды. Башҡортостанда М.Кәримде белмәгән кеше юҡ”, -тип яҙа Ҡәҙим Аралбай.
Эйе, ысынлап та М.Кәримде белмәгән , уның әҫәрҙәрен уҡып дәртләнмәгән, үҙенә йәшәү өсөн көс, дәрт алмаған кеше юҡтыр ул. Әлеге көндә лә М.Кәрим беҙҙең алдыбыҙҙа тере кеүек, ни өсөн тигәндә яңыраҡта ғына уның исеме Өфө Аэропортына бирелде.
1 уҡыусы “Уңдым” шиғырын уҡый. 1 слайд
Уҡытыусы: Эйе, тыуған илебеҙ, еребеҙ, Башҡортостаныбыҙ уңды. Ул уның данын , бөйөклөгөн, матурлығын бөтә илгә, бөтә донъяға таратты. Кешеләрҙе матурлыҡҡа, изгелеккә, юғарылыҡҡа, намыҫлыҡҡа, тырышлыҡҡа өйрәтте.
Дәрескә йомғаҡ яһау. Бөгөн дәрестә Мстай иленә сәйәхәт яһаныҡ алдығыҙ? Ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ?
Рефлексия ( Смайлики)
Таблицаны уҡыу.(Уҡыусылар ниндәй яңылыҡ, өҫтәмә мәғлүмәт белеүҙәре тураһында һөйләйҙәр, баһалау).
Өйгә эш.
1.Таблицаны тултырып бөтөргә.
2 “Өргөн-Мулдаш ауылы тарихы” китабынан иҫтәлектәр уҡырға.
Предварительный просмотр:
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ УЧАЛЫ РАЙОНЫ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ
МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ОТДЕЛ ОБРАЗОВАНИЯ УЧАЛИНСКОГО РАЙОНА
Мостай Кәримдең “Өс таған” әҫәре буйынса
йомғаҡлау дәресе
(проект өҫтөндә эш)
Обобщающий урок по теме
Мустая Карима “Таганок”
(проектная работа)
Учалы районы Комсомол
урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Рәхмәтуллина Әнисә Нариман кыҙы
Рахматуллина АнисаНаримановна учительница башкирского языка и
литературы
МБОУ СОШ с.Комсомольск Учалинского района
2016 йыл апрель
Тема: Мостай Кәримдең “Өс таған” әҫәре буйынса йомғаҡлау дәресе.
Маҡсат:
- Әҫәр буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү, йомғаҡлау.
- Уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә, бер-береһенең фекерҙәрен тыңлай белергә, сығыш яһарға өйрәтеү
- Яҙыусының ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, тәбиғәтте һаҡлау, яҡлау һәм дуҫлыҡ тәрбиәләү.
- Уҡыусыларҙың тел байлығын арттырыу, телмәрен үҫтереү, дуҫлыҡҡа тоғро булырға өйрәтеү, проект эшен башҡарырға өйрәтеү.
Йыһазландырыу: компьютер, проектор, экран, слайдтар, презентация, логик мәғәнә моделе; яҙыусының әҫәрҙәренән, матбуғат баҫмаларынан күргәҙмә.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу. Психологик комфорт тыуҙырыу “Хәйерле көн”шиғыры.
II. Маҡсат.
III. Өй эшен тикшереү.
-Уҙған дәрестә, М.Кәримдең “Өс таған” повесын уҡығайныҡ. Өй эше итеп һәр уҡыусы бирем, эш төрө һайлағайны.
1-се уҡыусы викторина һорауы төҙөй,
2-се уҡыусы М.Кәримгә арнап синквейн төҙөй,
3-сө уҡыусы дуҫлыҡ тураһында мәҡәл йыя,
4-се уҡыусы“Минең дуҫтым” тигән темаға инша яҙа,
5-се уҡыусы “Ғабдуллаға хат”(эссе) яҙа,
6-сы уҡыусы кластер”Дуҫлыҡ” төҙөй,
7-се уҡыусы ребус төҙөй
8-се уҡыусы һүрәт төшөрә
IV. Белемдәрен тикшереү.
-Уҡыусылар, һеҙ М.Кәримдең биографияһын һәм ижад юлын өйрәндегеҙ, Л.М.М.-дә күрһәттегеҙ. Белемегеҙҙе тикшереү өсөн һеҙгә викторина һорауҙарын Имаев Эдуард тәҡдим итә.
Башланыҡ: һорауҙар.
- Мостай Кәрим ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? (20.10.1919, Шишмә районы Келәш ауылы)
- Мәктәпте нисәнсе йылда тамамлай. (1935)
- БПИ (БГУ) ҙа ҡасан уҡый?(1937-1941)
- Госпиталдә нисә ай ята? (9 ай)
- 1938 йылда ниндәй китабы сыға?(“Отряд ҡуҙғалды”)
- Әсәһе ни исемле? (Вазифа)
- “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесында төп геройҙар кемдәр?(Йәмил, Оксана)
- “Өс таған” повесында ниндәй легендалар тураһында һүҙ бара?
(Ҡылыскүл, Ҡалҡанкүл, Кирәмәт башындағы күл)
- 4 дуҫтың исемдәре нисек? (Айҙар, Вәзир, Ғабдулла,Яҡуп)
- Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен нисәнсе йылда бирәләр?(1963)
- Ниндәй жанрҙарҙа ижад итә?(поэзия, проза, драматургия)
Турнир тәмам.
Һәр кем үҙ белеменә баһа ҡуйһын. Кемдәрҙә ниндәй етешһеҙлектәр бар, төҙәтегеҙ.
Әҙәбиәт дәресе-ул хис – тойғолар дәресе. Яҙыусы ижадын беҙ ҡоро факттарға таянып йомғаҡланыҡ, ә хәҙер хистәр донъяһында күрһәтәйек.
“Яҙыусы” һүҙенән башлап алһүҙ Гайсина Регина төҙөгән.
Яҙыусы
Тынғыһыҙ, үлемһеҙ, билдәле
Өйрәтә, тәнҡитләй, тәрбиәләй,
Ул бөгөн дә беҙҙең арала.
Ил атаһы. (Донъя кендеге)
V. Яңы теманы ҡабул итергә әҙерләү.
-Әҫәрҙә кемдәр тураһында һүҙ бара?
- Әҫәрҙә 4 малай Айҙар, Вәзир, Ғабдулла, Яҡуп тураһында һүҙ бара.
- Улар ниндәй эш башҡаралар?
- Улар тәбиғәтте һаҡлау, ҡомартҡыларҙы ҡурсалау буйынса эш алып баралар.
- Эштәренең һөҙөмтәһе булырмы? Улар үҙ-ара дуҫмы? Дәрес аҙағында шуға яуап бирербеҙ.
VI.Яңы белемде үҙләштереү.
Эпик әҫәргә анализ схемаһын ҡабатлау.
- Әҫәрҙең яҙылыу тарихы.
- Исеменең мәғәнәһе
- Темаһы
- Проблемаһы
- Идеяһы
- Жанры
- Сюжет
- Композиция
- Образдар системаһы
- Стиль
- Тел
- Әҫәрҙең әһәмиәте
1.Яҙылыу ваҡыты: 1962 йыл.12-13йәшлек малайҙарҙың үҙенсә
мәшәҡәтле һәм ярым мажаралы тормоштары тасуирлана.Уның
ололар төшөнөп етмәҫтәй үҙ хәстәр һәм ауырлыҡтары,табыш һәм
юғалтыуҙары,шатлыҡ һәм хәсрәттәре, үҙ вайым һәм ғәмдәре бар.
2. Исеменең мәғәнәһе 3 терәү, 3 дуҫ,3таған
3. Темаһы: дуҫлыҡ, тәбиғәтте һаҡлау, әҙәп-әхлаҡ
4. Проблемаһы: тәбиғәтте һаҡлау, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре, әҙәп-әхлаҡ.
5. Идеяһы (кәңәш бирә), матурлыҡты күрә белеү, намыҫлы йәшәргә өйрәтә, һәр төрлө ғәҙелһеҙлеккә, ғәмһеҙлеккә, тупаҫ наҙанлыҡҡа нәфрәт тәрбиәләй, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ, кешелеклелек, тырышлыҡ, ғәҙеллек, дөрөҫлөк тәрбиәләй
4. Жанр: повесть
5. Сюжет: ауылда
6. Композиция:
1-се бүлек “Бөркөтлө”
2-се бүлек “Күкрәктауҙағы әңгәмә”
3-сө бүлек “Башлыҡ һайлау”
4-се бүлек “Вәзирҙең беренсе һәләкәте”
5-се бүлек “Өсөнсө терәү”
6-сы бүлек “Ҡаптыңмы,балыҡ ҡарағы!”
7-се бүлек “Үгеҙ менән алышыу”
8-се бүлек “Хат”
9-сы бүлек “Юл”
7. Образдар. Төп геройҙар
Айҙар | Вәзир | Ғабдулла | Яҡуп |
-Берҙән-бер ерән сәсле, һипкелле малай, -“Ҡыр кәзәһе” тигән ҡушаматы бар, -Шәп йүгерә, -Тал сыбығынан мурҙа үрә, -Моңло йырлай, -Вәғәзәһен үтәй, -12 йәш -киң күңелле -тарих менән ҡыҙыҡһына | -Йәмшлек танаулы, -Табаҡ битле, йыуан, -Ике бит алмаһы гел ҡыҙарып янып тора, -Күҙен сылт-сылт йома, -Рогатканан мәргән ата, -Кулы тәк тормай, урлашырға ярата, -Иптәштәрен перәник менән һыйларға була. -Мурҙаға йәшереп кенә балыҡ һала, -яҙыуы матур, -һыйлау йолаһын белә -батыр,ҡурҡаҡ түгел | -Ыҫмала төҫлө, ҡара ҡуйы сәсле -Ҡылыс танаулы -Сандыр малай -Көслө,шәп көрәшә -башлыҡ итеп һайлана, -Гөлнурҙы үгеҙ һөҙөүҙән ҡотҡара, ләкин үҙен һөҙә -2 ҡабырғаһы , һул ҡулы һына, -Киң күңелле, | -Иң йыуаш тыңлаусан малай, -Йөкләткән эште эшләй -Иптәштәренә һүҙ тейҙермәй. -Хатты еренә еткереп уҡый, -һаҡсыл, -“Өлгө Яҡуп” тигән ҡушаматы бар, -мәргән атырға ағасбашына үрмәләргә, ҡаянан ҡаяға һикерергә, һыуҙа йөҙөргә, ишкәк ишергә өйрәнә |
10.Стиль: Матур әҙәбиәт стиле,әкиәт,хикәйәт, легенда.
Йәнле һөйләү стиле,
Хаттар стиле, Эссе,(Ғабдуллаға хатты Гиззатуллин Ильгизар яҙған)
Публицистик стиль(Инша “Минең дуҫтарым” Ахмадеев Наиль уҡый)
11.Тел.Һүрәтләү саралары.
1.Сағыштырыу(боҙ кеүек һалҡын,Шәрифулла төрөпкәһенән сыҡҡан төтөн саҡлы гына, ыҫмала төҫлө ҡара, йәйәнән ысҡынған уҡ шикелле,яртылаш сәсе алынған малай башына оҡшаған)
2.Тасуирлау(Бөркөтлөнө,Күлдәрҙе)
3Йәнләндереү(тауҙар гөрләп тора, күк сите алыҫҡа күсеп китә, байыр яҡҡа тәгәрәгән ҡояш)
4. Эпитет (серле тауыш, сей наҙан, хәтәр юл, уйсан күҙҙәр)
5.Әйтем, мәҡәл, нығынған һүҙбәйләнеш, фразеологик берәмектәр (тура эште кәкре ҡул менән эшләмәйҙәр, баш һау булһа, мал табылыр, унған аттың тире сыҡҡансы, ялҡау аттың йәне сығыр, атаһыҙ бала – йүгәнһеҙ ат, мөрйәнән сыҡҡан төтөн донъяны йылытмаған кеүек, ата даны ла баланы биҙәмәй, ҡаты башлы малайҙар, биш бармағы кеүек белә, ауыҙында һүҙ тормай.
-Атйетарова Лилиә дуҫлыҡ,тоғролоҡ тураһында мәҡәлдәр әйтә.
-Гумерова Гүзәлиә һүрәттәр эшләгән, шулар буйынса һөйләй.
-Уҡыусылар,дәрес башында бирелгән һорауға яуап бирәйек әле.
Эштәренең һөҙөмтәһе булырмы?
Улар үҙ-ара дуҫмы?
-Уҡыусылар ыңғай яуап бирә.Яуап ”Алда Кирәмәт” бүлегендә .
12.Әҫәрҙең әһәмиәте.
-Әҫәр ни өсөн “Өс таған” тип атала?
-Өс дуҫ башлаған эште дүртәү тамамлап ҡуя.
- Балалар үҙ-ара дуҫ,татыу йәшәһендәр. Балалар ғына түгел,өлкән-
дәр ҙә үҙ-ара дуҫ булырға тейеш.
-Әҙәп,әхлаҡ проблемалары малайҙарҙың дуҫлыҡ,ғәҙеллеккә мөнә-
сәбәте аша асыла.
-Малайҙарҙың образдары аша бөтә балаларға дуҫлыҡтың
ҡәҙерен белергә, алдашмаҫҡа, ғәҙел булырға өйрәтә.
-Ысын дуҫлаҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә,йәшәүгә йәм өҫтәй.
-Әйе, уҡыусылар. Повеста һуғыштан һуңғы шаҡтай ауыр тормош шарттары,ҡыҫынҡы көнкүреш, һуғыш килтергән ҡорбан-етемлектәр күренеп тороуға ҡарамаҫтан, балаларҙың фантазияға, сәмле ынтылыштарға бай донъяһы әҫәрҙе романтик рух менән һуғара.
-Дуҫлыҡ тураһында тағы ниндәй әҫәрҙәр уҡығанығыҙ бар?
VII. Дәресте йомғаҡлау.
-Рәхматуллина Әлиә Мостай Кәрим “Өс таған” тигән кроссворд төҙөгән. Шуны сисеү.
-Ысын дуҫлыҡты һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
-Сибәғәтуллина АЙГҮЗӘЛ КЛАСТЕР төҙөгән.
-Уҡыусылар,2014 йылдың 20 октябрендә Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл була. Ошо юбилейға бағышлап проект эше- альбом эшләйек.Бөгөнгө дәрескә алып килгән материалдарҙы ошо альбомға урынлаштырайыҡ. Тағы ла тапҡан материалдарҙы өҫтәп, тулыландыра барырбыҙ.
-“Дуҫлыҡ” тураһында йырҙар ижад итәләр.
Ниндәй йырҙар беләһегеҙ?
Дәресте йыр менән тамамлайыҡ.
VIII.Баһалау.
IX.Өй эше биреү.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Мастер-класс "Снеговички" подарок к Новогоднему празднику предмет композиция прикладная.
Показываю учащимся последовательность выполнения "Снеговичков" из глины в рельефе. Затем изделие обжигается в муфельной печи и покрывается белой водоэмульсией. По белому фону гуашью росписываем и зате...
Мастер-класс "Разнообразие животного мира" предметы: скульптура (рельеф), композиция станковая.
Рассказ о рельефах по наглядным пособиям. Последовательное выполнение животных из глины в рельефе....
Мастер - класс "Педагогические приемы в преподавании предметов гуманитарного цикла"
Педагогические приемы - это основа успешного обучения и способность преподавателя постоянно совершенствовать современный урок, находить новые подходы в обучении студентов, повышать познавательны...
мастер-класс "Интегрированный урок как форма реализации метапредметных связей учебных предметов в системе формирования целостной картины мира обучающихся"
Мастер-класс по апробации региональной модели "Гносеологическое моделирование школьниками картины мира на уроках русского языка и литературы" (в рамках реализации Концепции преподавания русс...
Презентация мастер - класса (приложение к структуре мастер - класса) Тема: «Профессиональная и инфекционная безопасность медицинского персонала. Применение медицинских перчаток. Техника надевания стерильных перчаток»
Мастер - класс или обучающий тренинг предназначен для отработки практического навыка "Техника надевания стерильных перчаток" с целью повышения профессионального уровня и обмена опытом участн...
"Два комочка котят" мастер-класс ( предмет: композиция прикладная 1 класс), презентация.
Последовательное выполнение работы из глины в рельефе....
Методическая разработка Мастер-класс Посвященный празднованию 120-летия со дня основания лицея Для обучающихся первых и вторых курсов по специальности 43.02.11 «Гостиничный сервис» Тема мастер-класса «Анимация как способ повышения продаж гостиничного пр
Повышение эффективности образования, в соответствии с новыми образовательными стандартами, зависит от степени активной позиции студентов в учебном процессе. Преобразования требуют существенных перемен...
- Мне нравится (1)