Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр эшмәкәрлегенең тотҡан роле
статья на тему

Юсупова Раузиня Юмабаевна

 

Телмәр эшмәкәрлеге, психологтар һәм методистар билдәләүенсә, тыңлап аңлау менән уҡыу, һөйләү менән яҙыу барышын үҙ эсенә ала.

Һәр формала үҙенә хас үҙенсәлектәр бар. Шул ук ваҡытта улар коммуникация процесында барыла. Был бәйләнеш текст өҫтөндә эштә уңышлы. Бәйләнешле текст, телмәр эшмәкәрлегенең продукты булараҡ, телмәр эшмәкәрлегенең формаларын комплекслы өйрәтеүҙә булышлыҡ итә.

Тыңлау менән уҡыу, телмәр эшмәкәрлегенең рецептив формаһына инәләр. Сөнки улар яңы текст (информация) барлыккҡҡа килтермәйҙәр, ә тапшырылған мәғлүмәтте, һөйләгән йәки яҙылған телмәрҙе ҡабул итеү, анлау функцияһын үтәйҙәр, аралашыуҙың мөһим формалары булып торалар.

Тыңлау әсән һайланған дидактик материалдар йөкмәткеһе һәм әҙәби тел нормаларын паклау яғынан һәйбәт булырға тейеш. Әйтергә кәрәк, тыңлай һәм аңлай алыу күнекмәһен үҙ аллы, айырым ғына килмәй. Ул һөйләү, яҙыу, уҡыу күнекмәләре менән аралашып, үрелеп бара. Шуға ла тынларға өйрәтеү эштәре телмәр эшмәкәрлегенең башҡа төрҙәре менән параллель алып барыла.

Уҡыу кешенең ижтимағи тормошонда һәм эшмәкәрлегендә мөһим роль уйнай. Уҡыу уҡыусыларҙың һүҙлеген һәм телмәрҙең грамматик төҙөлөшөн   байыта,  орфоэпик    күнекмәләрҙе камиллаштыра. Тыңлау, һөйләү, яҙыу кеүек формалар уҡытыуға таянып үҫтерелә.

Һөйләү, тексты яҙыу кеүек үк, телмәр эшмәкәрлегенең продуктив формаһына инә. Телмәр төҙөгәндә лә кеше (укыусы) нимә тураһында һөйләйәсәген (яҙасағын) планлаштыра (был телмәрҙең йөкмәткеһен тәшкил итә), ниндәй маҡсат менән был турала һөйләйәсәген билдәләй: телмәрҙең кемгә тәғәйенләнеүен асыҡлай. Шуларҙың бөтәһен дә иҫәпкә алып, телмәрҙе билдәле стилдә, тейешле тел сараларын ҡулланып, тел законлылыҡтарын һаҡлап һөйләй (яҙа), шул ук ваҡытта ул үҙ телмәренең тыңлаусыға нисек тәьҫир итеүен тикшерә.

Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: дәрестә үткәрелә торған эштәр мөмкин тиклем тормошсан, балаларҙың алдағы эшмәкәрлеге өсөн файҙа бирерлек булһын, уҡыусылар бындай эштәрҙең, күнекмәләрҙең алда кәрәк буласағын аңлаһын. Шул саҡта улар был эштәрҙе ҙур ихласлыҡ менән үтәйҙәр, дәрестә актив һәм инициативалы булалар, телмәр эшмәкәрлегендә күнекмәләрҙе еңел үҙләштерәләр.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon vystuplenie.doc30.5 КБ

Предварительный просмотр:

Телмәр эшмәкәрлеге, психологтар һәм методистар билдәләүенсә, тыңлап анлау менән уҡыу, һөйләү менән яҙыу барышын үҙ эсенә ала.

Һәр формала үҙенә хас үҙенсәлектәр бар. Шул ук ваҡытта улар коммуникация процесында барыла. Был бәйләнеш текст өҫтөндә эштә уңышлы. Бәйләнешле текст, телмәр эшмәкәрлегенең продукты булараҡ, телмәр эшмәкәрлегенең формаларын комплекслы өйрәтеүҙә булышлыҡ итә.

Тыңлау менән уҡыу, телмәр эшмәкәрлегенең рецептив формаһына инәләр. Сөнки улар яңы текст (информация) барлыҡҡа килтермәйҙәр, ә тапшырылған мәғлүмәтте, һөйләгән йәки яҙылған телмәрҙе ҡабул итеү, аңлау функцияһын үтәйҙәр, аралашыуҙың мөһим формалары булып торалар.

Тыңлау өсөн һайланған дидактик материалдар йөкмәткеһе һәм әҙәби тел нормаларын паклау яғынан һәйбәт булырға тейеш. Әйтергә кәрәк, тыңлай һәм аңлай алыу күнекмәһен үҙ аллы, айырым ғына килмәй. Ул һөйләү, яҙыу, уҡыу күнекмәләре менән аралашып, үрелеп бара. Шуға ла тыңларға өйрәтеү эштәре телмәр эшмәкәрлегенең башҡа төрҙәре менән параллель алып барыла.

Уҡыу кешенең ижтимағи тормошонда һәм эшмәкәрлегендә
мөһим роль уйнай. Уҡыу уҡыусылар
ҙың һүҙлеген һәм телмәрҙең
грамматик  тө
ҙөлөшөн байыта, орфоэпик күнекмәләрҙе

камиллаштыра. Тыңлау, һөйләү, яҙыу кеүек формалар уҡытыуға таянып үҫтерелә.

Һөйләү, тексты яҙыу кеүек үк, телмәр эшмәкәрлегенең продуктив формаһына инә. Телмәр төҙөгәндә лә кеше (уҡыусы) нимә тураһында һөйләйәсәген (яҙасағын) планлаштыра (был телмәрҙең йөкмәткеһен тәшкил итә), ниндәй маҡсат менән был турала һөйләйәсәген билдәләй: телмәрҙең кемгә тәғәйенләнеүен асыҡлай. Шуларҙың бөтәһен дә иҫәпкә алып, телмәрҙе билдәле стилдә, тейешле тел сараларын ҡулланып, тел законлылыҡтарын һаҡлап һөйләй (яҙа), шул ук ваҡытта ул үҙ телмәренең тыңлаусыға нисек тәьҫир итеүен тикшерә.

Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: дәрестә үткәрелә торған эштәр мөмкин тиклем тормошсан, балаларҙың алдағы эшмәкәрлеге өсөн файҙа бирерлек булһын, уҡыусылар бындай эштәрҙең, күнекмәләрҙең алда кәрәк буласағын аңлаһын. Шул сакта улар был эштәрҙе ҙур ихласлык менән үтәйҙәр, дәрестә актив һәм инициативалы булалар, телмәр эшмәкәрлегендә күнекмәләрҙе еңел үҙләштерәләр.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Тела вращения" презентация к уроку

Презентации к теме  "Тела вращения"....

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә укучыларның фикерләү сәләтен һәм иҗади активлыгын үстерү

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә укучыларның    фикерләү сәләтен һәм иҗади активлыгын үстерү      Бүген җәмгыятьтә укытучы эшчәнлеге – гаять катлаулы һәм җ...

Доклад "Роль информации в юридической деятельности" на международной студенческой научно-практической конференции "Роль информации в жизни, профессии и здоровье человека XXI века" учащихся Бубенковой А.А.,Прохоровой А.К., Ивановой А.С. 28.10.2014 г.

Доклад "Роль информации в юридической деятельности" на международной студенческой научно-практической конференции "Роль информации в жизни, профессии и здоровье человека XXI века" учащихся Бубенковой ...

Презентация к докладу "Роль информации в юридической деятельности" на международной студенческой научно-практической конференции "Роль информации в жизни, профессии и здоровье человека XXI века" 28.11.2014 г.

Презентация к докладу "Роль информации в юридической деятельности" на международной студенческой научно-практической конференции "Роль информации в жизни, профессии и здоровье человека XXI века" 28.11...

Методическая разработка практического занятия «Понятие «биомеханика тела», «эргономика». Причины травм спины и позвоночника сестринского персонала» «Правильная биомеханика и положение тела медсестры и пациента при поднятии тяжестей и в положении сидя. По

Методическая разработка практического занятия по теме «БИОМЕХАННИКА» предназначена для проведения данного занятия  со студентами 1 курса обучающегося по специальности.Актуальность практического з...

Урорк-беседа "Воспитательная роль сказок К.Д.Ушинского, их роль в современном чтении"

             Материал был подготовлен в рамках выступления на научно – практической конференции «Великий учитель», посвященной творчеству К....