Сценарий "Мисс Весна"

Кунакбаева Альфина Ахатовна

В данной разработке описан сценарий для проведения конкурса между 8-11классами, посвящённого празднику 8 марта. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Сценарий "Мисс Весна!"19.68 КБ

Предварительный просмотр:

Зал байрамса биҙәлгән.

Алып барыусы: Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре

                             Был донъяның таймаҫ терәге,

                             Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең

                             Бөтә кешелектең йөрәге.

                             Һеҙ – һүҙҙәре һәм көйҙәре йырҙың

                             Матур һүрәттәре рәссамдың,

                            Фәрештәләй күргән йәрҙәрһегеҙ

                             Яҡты йондоҙҙары ғаләмдең.

 Хәйерле кис, ер биҙәге, донъя ҡото булған гүзәл заттар – һылыу ҡыҙҙар һәм хөрмәтле әсәләр!

 Яҙ – ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Сөнки, ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, ғүмер усағы мәңге һүнмәҫ яна.

   Һөйөклө әсәйҙәр, тоғро ҡатындар, изге күңелле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә етеп килгән яҙҙың һоҡланғыс байрамы -  8  Март Халыҡ  ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм байрам кәйефе теләйбеҙ!

    Ҡотлау өсөн һүҙҙе мәктәп директоры Кинйәғолова Хәлисә Лоғман ҡыҙына бирәбеҙ! Рәхим итегеҙ!

    Ҡотлау өсөн һүҙҙе ата-әсәләр Советы исеменән Әхмәтова Рида Ҡунаҡбай ҡыҙыны бирәбеҙ! Рәхим итегеҙ!

Ошо байрам айҡанлы «Яҙһылыу-2016» конкурсына йыйылдыҡ.

    Бөгөнгө конкурсыбыҙҙа  - 10 ҡатнашыусы ҡыҙҙарыбыҙ.

    Ә хәҙер, сәхнәгә, һылыуҙарҙан-һылыу, гүзәлдәрҙән-гүзәл ҡыҙҙарыбыҙҙы саҡырабыҙ! Алҡышлап ҡаршы алығыҙ! (Музыка аҫтында ҡыҙҙар сәхнәгә сыға.)

1-се номер :  Абдрафикова Фаягөл

2-се номер : Иманғәлина Аида

3-сө номер :  Әхмәтова Наҙгөл

4-се номер :  Иманғәлина Гөлдәр

5-се номер : Ҡунаҡбаева Лиана

6-сы номер :Хөсәйенова Ильвина

7-се номер : Әхмәтова Сөмбөл

8-се номер :Мусина Алһыу

9-сы номер :Яҡшымбәтова Айгөл

10-сы номер: Рауилова Алһыу

   Рөхсәт итегеҙ, жюри ағзалары менән таныштырып китергә.

1.  Ата-әсәләр Советы ағзаһы Әхмәтова Рида Ҡунаҡбай ҡыҙы.

2. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәхмәтуллина Фәрүәз Нуретдин ҡыҙы.

3. Ауылдашыбыҙ Әбсәликова Гөлфинә Мәхмүт ҡыҙы.

Беҙҙең бөгөнгө кокурсыбыҙ- 6 турҙан торасаҡ.

  1. Визитка (үҙең менән таныштырыу)
  2. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы, әсәләрҙе байрам менән ҡотлау
  3. Ижади талант
  4. Викторина
  5. Оҫталыҡ дәресе ( мастер класс)
  6. «Тапҡыр яуап» конкурсы. (жюри ағзаларынан һорау)

1-се  конкурс: Визитка.

(барыһы ла сығыш яһап бөткәс, жюри ағзаларына һүҙ бирелә. Иң юғары балл -  5, асыҡ тауыш биреү буласаҡ).

Әсә хәстәрлеге һәм сабырлығы менән донъяла иң ҙур һәм ныҡ ҡәлғә-ғаилә төҙөлә. Тимәк, Тыуған илебеҙ киләсәге лә улар иңендә. Беҙҙең бурыс – иң бөйөк кеше – Әсәгә сикһеҙ хөрмәтебеҙҙе, мөхәбәтебеҙҙе белдереү, еңел булмаған тормошо, хеҙмәте алдында баш эйеү һәм үҙебеҙҙең күңел яҡтылығын бүләк итеү.

 Әсә күңелен – ҡояш тиҙәр

                  Унда күпме яҡтылыҡ,

                  Шул күңелдең яҡтыһынан

                 Тормош тағы балҡып китә

 Ерҙә ята яҡшылыҡ.

2-се конкурс:Ҡатын-ҡыҙҙарҙы, әсәләрҙе  байрам менән ҡотлау.

(һүҙ жюри ағзаларына бирелә).

3-сө конкурс:Ижади талант.

Талант кешегә бер төрлө бирелмәй, берәүҙәр йырлай, берәүҙәр бейей, берәүҙәр һүрәт төшөрә. Ә беҙҙең конкурсанттарыбыҙҙың ниндәй таланттары  бар икән? Әйҙәгеҙ,

1-се номер :  Абдрафикова Фаягөл ( Шиғыр ятлай)

2-се  номер : Иманғәлина Аида (Шиғыр ятлай)

3-сө номер :  Әхмәтова Наҙгөл менән Сөмбөл (йыр йырлайҙар «Донъя түңәрәк»)

4-се номер :  Иманғәлина Гөлдәр (Шиғыр ятлай)

5-се  номер : Ҡунаҡбаева Лиана ( Һүрәт төшөрә)

6-сы  номер : Хөсәйенова Ильвина (Йыр  « Әсәйемдең ҡосағы»)

8-се  номер : Мусина Алһыу (Ҡобайыр «Уйҙарым»)

9-сы  номер : Яҡшымбәтова Айгөл (Шиғыр ятлай)

10-сы номер: Рауилова Алһыу (Йыр «Әсәйем»)

(Жюри ағзаларына һүҙ.)

4-се конкурс: «Викторина»

Концерт номеры:  7 класс  уҡыусыларының сығышы.(Вәлиев Ильгиз һәм Әлибаев Ильнур башҡарыуында йыр «Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар!”)

5-се конкурс: «Оҫталыҡ дәресе»

Беҙҙең ҡыҙҙар йырға, бейергә, һүрәт төшөрөргә генә түгел, ә төрлө дәрестәр ҙә бирә белә. Артабанғы конкурсабыҙ«Оҫталыҡ дәресе» тип атала.

Беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ конкурсҡа әҙерләнгәнсеконцерт номеры:

 6 класс уҡыусылары башҡарыуында йыр « Әсәйем».

1-се номер :  Абдрафикова Фаягөл ( бәйләм эше, урындыҡҡа түшәк)

2-се  номер : Иманғәлина Аида (Төҫлө ҡағыҙҙан тюльпан сәскәһе зшләй)

3-сө номер :  Әхмәтова Наҙгөл ( Оригами, төҫлө ҡағыҙҙан)

4-се номер :  Иманғәлина Гөлдәр (Төҫлө ҡағыҙҙан тюльпан сәскәһе зшләй)

5-се  номер : Ҡунаҡбаева Лиана ( Һеңлеһенә сәс үрә)

6-сы  номер : Хөсәйенова Ильвина (Төҫлө ғағыҙҙан тюльпан сәскәһе эшләй)

7-се номер: Әхмәтова Сөмбөл (Гафророванный ҡағыҙҙан сәскә эшләй)

8-се  номер : Мусина Алһыу (Һеңлеһенә сәс үрә)

9-сы  номер : Яҡшымбәтова Айгөл ( Бәйләм эше, роза сәскәһе бәйләй)

10-сы номер: Рауилова Алһыу (Гафрированный ҡағыҙҙан  сәскә  эшләй, һауыт эсендә)

(Жюри ағзаларына һүҙ.)

6 –сы конкурс:«Тапҡыр яуап”  ( Жюри ағзалары һорау бирә конкурсанттарыбыҙға)

  1. Ҡатын – ҡыҙҙар символы әсәйҙәр! Бына һеҙ үҙегеҙҙең әсәйҙәрегеҙҙә ниндәй сифаттар хөрмәт итәһегеҙ? Үҙегеҙҙә үҙләштергәнһегеҙ?
  2. Һеҙҙең ҡулығыҙҙа бер сәскә.  Ошо сәскәне кемгә бүләк итер инегеҙ  һәм ни өсөн?

( Ҡыҙҙар һорауҙарға яуап бирә, жюри ағзалары баһалай).

 Бына ошолай итеп конкурстарыбыҙ аҙағына ла яҡынлашты.

Жюри ағзалары  йомғаҡлау яһағансы, һеҙҙе байрам менән ҡотлап

8 класс уҡыусылары башҡарыуында йыр  « Әсәйем».

Һүҙ жюриға.

Йомғаҡлау.  Урындар һәм номинациялар  билдәләү.

Еңеүсегә һүҙ.