Сценарий конкурса кураистов "Играй, мой курай!", посвященный памяти Альберта Юлдыбаева
Сценарий конкурса кураистов "Играй, мой курай!", посвященный памяти Альберта Юлдыбаева разработан на русском и башкирском языках.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
stsenariy_konkursa_kuraistov.docx | 25.5 КБ |
Онлайн-тренажёры музыкального слухаМузыкальная академия
Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей
Современно, удобно, эффективно
Предварительный просмотр:
СЦЕНАРИЙ
Открытого районного конкурса памяти Альберта Юлдыбаева
“Уйнаһын ғына ҡурайым!”
ПРОЛОГ
Борон Юшатыр ерендә мөһабәт кәүҙәле, бик көслө һәм “һатмаҫ-һатылмаҫ ҡыпсаҡ”* батыры йәшәгән. Уның етәм тигән еренә еткерә алған күк толпары һәм яу ҡоралы менән тиң ҡуйыр тылсымлы ҡурайы булған. Ул – Урал мөғжизәһе, йөрәктәрҙе илаһи моң менән һуғарыр, илатыр йә йыуатыр, яраларҙы уңалтыр, күңелдәргә ҡанат ҡуйыр ҡорал икән. Баһадир ҡайҙа йөрөһә лә, “Урал” көйөн башҡорт гимны итеп яңғыратып, йәндәренә шайтан эйәләгән бәндәләрҙе дауалар, тере шишмәләргә** юлдар асып йөрөр булған, ти.
Был ҡоралдың ир-егетте берсә балауыҙҙай иретеүен, берсә диуаналай тилертеүен, берсә һиммәтле ир итеүен белеп, башҡорт илендә рухлы батырҙар, аҫыл ир-ҡыҙҙар мәңге йәшәһен өсөн, Юшатыр батыры һәр төрлө ерҙәрҙән йыйған йәш-елкенсәк ҡулына тылсымлы ҡурайын биреп ҡараған. Кем дә кем был ҡоралдың илаһи ябайлығын һәм аҫылдан-аҫыл моңон, башҡорттарҙың йөрәк ярһыуын тоя белгән, шуларға ҡурай серҙәрен төшөндөргән.
Бер заман башҡорт илендә, Көйөргәҙе ерендә, Ғәтиәтулла сәсән кеүек, йолаларҙы һаҡлап, замандарҙы замандарға, йөрәктәрҙе йөрәктәргә бәйләп, ҡурайсылар йыйыны үткәргән, ти, Юшатыр батыры. Йыйында кешегә тәбиғәттән бирелгән изгелек нурҙары, донъяға, тормошҡа һөйөү сатҡылары, ҡурай моңдарына ҡушылып, бар йыһанға таралған. Башҡорт милләтенең дәрәжәһен күтәргән, ҡурайҙы баһаларға өйрәткән был йыйынды халыҡ хуш күреп, йыл да үткәреүҙе һораған. Халҡын бик яратҡан баҫалҡы холоҡло баһадир риза булған.
Ҡурай менән батыр ҡурайсы йөрәге күренмәҫ ептәр менән ныҡ бәйле булыуын берәү ҙә белмәгән. Ҡурай моңо уға икмәк һәм һыу кеүек рухи аҙыҡ, күңел шифаһы булып торған. Йылдар үткәс, батырҙың йөрәге туҡтаһа ла, уның ҡурайы һаман, сыңрау торналай, янына төрлө яҡтарҙан ҡурайсыларҙы йыйып, рухы йәйғорҙай балҡып, йыл да йыйын үткәреүен дауам иткән.
Фанфары. Ведущие выходят
Вед. Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле дуҫтар! Сал ҡылғанлы, урман- таулы, саф шишмәле бәрәкәтле Көйөргәҙелә, ҡыпсаҡтарҙың ғорурлығы, арыҫландар нәҫеленән ил улдары – Кинйә, Сәлмән, Ғәфиәт, Хәсән батырҙар ерендә һеҙҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ!
Вед. Ҡурайсылыҡ традициялары, йыр-моң, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәт донъяһын һаҡлау сараһы – “Уйнаһын ғына ҡурайым!” асыҡ район конкурсында барығыҙҙы ла ҡайнар сәләмләйбеҙ!
Вед. Конкурсанттарыбыҙҙың ҡурай моңо Кинйә абыҙ музейы залдарының һауаһын сатнатып, күңелдәрҙе елкендерер, рухты күтәрер һәм, әлбиттә, ҡурайҙың башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы булараҡ республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда үҙәк урындарҙың береһен алып тороуына инандырыр, тигән өмөттәбеҙ. Әйҙәгеҙ, конкурсанттарҙы дәртле алҡыштар менән сәләмләйек: Көйөргәҙе районы, Мәләүез районы, Күгәрсен районы, Ейәнсура районы, Федоровка районы, алыҫ араларҙы яҡын итеп килеүсе Хәйбулла районы, Йылайыр районы, Баймаҡ районы, Стәрлебаш районы, Ишембай районы, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Сибай, Баймаҡ ҡалалары! Һеҙҙең барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ!
Вед. Ил рухын һаҡлаусы һәүәҫкәр ҡурайсылары менән дан тотҡан Башҡортостанды сыңрау торналар иле тип атау бик дөрөҫ. Халҡыбыҙ тарихына арҙаҡлы ҡурайсы, күренекле мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ инеп ҡалған Альберт Ғәйфулла улы Юлдыбаевтың иҫтәлегенә бағышланған был сарабыҙ Башҡортостанда ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Иманыбыҙ камил: конкурсҡа килгәндәрҙең һәр береһе Альберт Юлдыбаев кеүек ҡурайҙың ҡәҙерен белеүсе ысын илһөйәр, уның кеүек үҙ тәжрибәһе, һәләте менән бүлешергә ынтылыусы асыҡ күңелле кеше.
Вед. Эйе, Альберт Юлдыбаев - халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған ил азаматы, Көйөргәҙе районы халҡы өсөн ҡәҙерле шәхес. “Альберт ағай бар булмышы, холҡо, йәшәйеше менән милләтебеҙҙең өлгөлө ир-уҙаманы ине”, - ти уның хаҡында Айрат Ҡобағошов. Яҡташыбыҙҙы ҙур ихтирам менән иҫкә алып, ул заманында Көйөргәҙе районында ғына түгел, Күмертау ҡалаһында башҡорт мәктәбе, балалар баҡсаһы асыуға, йәш ҡурайсылар тәрбиәләүгә, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ эштәре, мәҡәләләре тураһында ла ентекле бәйән итә. Ә яҡташ шағирәбеҙ Тамара Ғәниева Альберт Ғәйфулла улын “Һатмаҫ-һатылмаҫ ҡыпсаҡ башҡорто ине ул,” - ти. Әйткәндәй, Альберт ағайҙың ижтимағи һәм мәҙәни эшмәкәрлеге менән ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың күбеһе һоҡлана һәм хәтирәләрендә бүлешә.
Вед. Хәтерҙән юйылһа, әҙәмдең рухы ла үлә, ти халыҡ. Бөтә донъя башҡорттарының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән наградланған шәхес, “Мираҫ” халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, үҙешмәкәр ҡурайсылар өсөн дәреслек авторы, республика конкурстары лауреаты, Өлфәт Ҡобағошовҡа Кинйә Арыҫланов бюсын һәм Флюр Исмәғилевҡа Кинйә портретын эшләүгә нигеҙ биреүсе арҙаҡлы башҡорт улы Альберт Ғәйфулла улы Юлдыбаевтың рухы мәңгелеккә беҙҙең хәтерҙә!
Вед. Ҡәҙерле дуҫтар, Альберт Ғәйфулла улы Юлдыбаевты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алайыҡ.
Минута молчания
Вед. Бөйөклөк – ил, халыҡ ғәме менән йәшәүҙә һәм намыҫлы хеҙмәттә булыуын Альберт ағай үҙенең тормошо менән иҫбат итә. 1913 йылда Көйөргәҙе ерендә тәүге ҡурайсылар йыйынын үткәреүсе Ғәбит сәсән эшен дауам итеп, беренселәрҙән булып 2012 йылда ҡурайсылар йыйынын ойоштороу йолаһын тергеҙеп ебәрә.
Вед. Ошо йәмле йола Башҡортостан мәҙәниәте тормошона һиҙелерлек йоғонто яһай, һәм шул айҡанлы, Альберт Ғәйфулла улы Юлдыбаев хәтеренә бағышлап, уның башҡарған эштәрен ҙур хөрмәт менән иҫкә алып, беҙ, 2016 йылдан башлап, йыл да “Уйнаһын ғына ҡурайым“ бәйгеһен ойошторабыҙ һәм сираттағы ҡурайсылар конкурсын асыҡ тип иғлан итәбеҙ!
Вед. Ҡәҙерле конкурсанттар, хәҙерге заман сәнғәтенең бурысы - кешенең рухын, зауығын тәрбиәләү аша зиһенен һәм күңелен арбау. Һеҙ был бурысты еңел үтәрһегеҙ, тип ышанабыҙ. Ҡурай моңо аша күңелдәрҙе уй-хыялдарға сорнап, күктәргә ашырып, рухты күтәрерһегеҙ.
Вед. Ҡәҙерле дуҫтар! Конкурстың хөрмәтле жюри ағзалары менән таныштырырға рөхсәт итегеҙ!
ОБЪЯВЛЕНИЕ ЧЛЕНОВ ЖЮРИ
- Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы - Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
- Йылҡыбаев Венер Рәжәп улы - Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Республика ҡурай байрамының Гран-при яулаусыһы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт университетының этномузыкология һәм традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы доценты
- Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын ойоштороусы
Вед. Жюри сәркәтибе - Әбйәлилова Рәмзиә Миңлеғәли ҡыҙы – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Вед. Ҡәҙерле дуҫтар! Конкурсыбыҙға мәртәбә өҫтәп килгән хөрмәтле ҡунаҡтар менән таныштырырға рөхсәт итегеҙ!
ОБЪЯВЛЕНИЕ ПОЧЕТНЫХ ГОСТЕЙ
- Башҡортостандың халыҡ артисы, Республика халыҡ мәҙәниәте үҙәге директоры Кирәев Салауат Илгиз улыБашҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлдашев Роберт Нәжип улы
- Башҡортостандың халыҡ артисы Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы
- Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмитов Таһир Дидар улы
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәүлетов Вафа Атаулла улы
- Республика халыҡ мәҙәниәте үҙәгенең халыҡ мәҙәниәте бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхмәтйәнова Эльвира Искәндәр ҡыҙы
- Республика халыҡ мәҙәниәте үҙәгенең Күмертау ҡалаһындағы филиалы етәксеһе Грязнова Әлфиә Хәлил ҡыҙы
- Көйөргәҙе районы мәҙәниәт йортонда утыҙ йылдан артыҡ режиссер булып эшләгән, “Йәнтөйәк” фольклор ансамбле етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың хеҙмәт ветераны, Альберт Ғәйфулла улы Юлдыбаевтың тормош иптәше Юлдыбаева Мәрйәм Фәйзулла ҡыҙы.
Вед. Ҡәҙерле дуҫтар! Конкурсыбыҙҙы бойомға ашырыуҙа ярҙам иткән бағымсыларыбыҙға ҙур рәхмәттәребеҙҙе һәм ихтирамыбыҙҙы еткерәбеҙ һәм уларға артабан да уңышлы хеҙмәт, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
ОБЪЯВЛЯЮТСЯ СПОНСОРЫ
- Маликов Фәүзил Әлфир улы – “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-заповедник директоры
- Сәғитов Юлай Рәфҡәт улы –"РЕМТРАНСПОРТ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры
- Зөлҡәрнәев Руслан Илдар улы – Ишембай ҡалаһы шәхси эшҡыуары
- Көйөргәҙе районы муниципаль районы Хакимиәте, Хакимиәт башлығы - Юлай талха улы Ильясов
- Көйөргәҙе районы муниципаль районы Хакимиәтенең Мәҙәниәт бүлеге, бүлек етәксеһе – Нуриәхмәтова Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы.
Вед. Бәйгене ойоштороуға Көйөргәҙе районы ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов күп көс һалды. Уға айырыуса ҙур рәхмәт!
Вед. Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөнгө сараның Кинйә абыҙ музейында “Кинйә йыйыны” сиктәрендә ойошторолоуы, әлбиттә, уға мәртәбә өҫтәй, уның хатта ниндәйҙер кимәлдә тарихи ваҡиға булыуына ишара яһай. (обращение ко 2-му ведущему) ..., һин ризамы шуның менән?
Вед. Әлбиттә! Конкурстан күңел күтәренкелеге, эстетик зауыҡ ҡына түгел, милли геройыбыҙ хаҡында яңы мәғлүмәт алып, милләтебеҙҙең рухи бөйөклөгөнә инанып ҡайтырҙар бәйгеселәребеҙ. Шулаймы, дуҫтар? Һеҙҙең арала башҡорт классик моң сәнғәтенә, милли профессиональ музыка өлгөләренә таянып, Рәмилә Иҫәнғолова һүҙҙәренә Альберт Юлдыбаев ижад иткән “Кинйә маршы”н белмәгән кеше юҡтыр, тип уйлайым. Был конкурстың шарты ла ине. Шулаймы, бәйгеселәр? Әлбиттә шулай! Афарин!
Вед. Эйе, башҡорт халҡы үҙенең оҙон һәм ауыр тарихи юлын йыр һәм ҡурай менән бергә үткән. Милләтебеҙҙең рухи бөйөклөгөн, ижади даһилығын раҫлап, уның моң-зарын әйтеп биреүсе, ярһыу йөрәк тибешен быуындарҙан-быуындарға еткереүсе тылсымлы музыка ҡоралы - ҡурайсы-сәсәндәр ҡулында ғына түгел, Салават, Ҡаһым түрә, Кинйә абыҙ кеүек милли батырҙарҙың уң ҡулында булыр юлдашы. Башҡорт батырҙарының образы ҡурай менән бәйле булған һәм буласаҡ.
Вед. Кинйә абыҙ менән бергә бөтә башҡорт батырҙарына дан йырлап, конкурсыбыҙҙы “Кинйә маршы” менән башлап ебәрәйек, дуҫтар! Рәхим итегеҙ!
Конкурсанты играют “Марш Кинзи”
Вед. Һай, афарин! Рәхмәт барығыҙға ла!
Вед. Күкрәтеп, геүләп, һайрап, өзләп
Килде, ҡурай, уйнар миҙгелең!
Яҡшы уйҙар һалып, дәртен ҡуҙғат
Күккә ашыр йөрәктәр һиҙгерен!
Барыһына ла уңыштар теләп, бәйгебеҙҙе башлайбыҙ, дуҫтар!
Вед. Бәйгеселәребеҙ иғтибарына: хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ! Һеҙҙең сығыштарығыҙ 2 көй башҡарыуҙан ғибәрәт булырға тейеш, улар 5 балл менән баһаланасаҡ. Башҡарыу оҫталығы, сәхнәлә сығыш яһау мәҙәниәте, музыкаль эшләнеш, урындағы халыҡ көйҙәрен башҡарыу һәм конкурс шарттарын үтәү – бәйге критерийҙары.
Вед. Жюри ағзалары иң тәүҙә 16 йәшкә тиклемге бәйгеселәрҙе ҡараясаҡ. Программа буйынса сығыштар сираты билдәле. Сәхнәгә иң беренсе бәйгесене саҡырабыҙ.
Объявление конкурсантов согласно программе и оценочным листам.
1 часть: конкурсанты до 16 лет
Вед. Һыҙғырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын!
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын!
Дуҫтар, был юлдарҙы һәр ҡурайсы яттан беләлер инде. Һеҙгә нисектер, әммә мин йәш бәйгеселәребеҙҙең ҡөҙрәтле ҡурайҙа йөрәк ҡылдарын өҙҙөрткәнсе оҫта уйнауына һоҡланып, хатта бер аҙ көнләшеп ҡарап торҙом.
Вед. Бәйгенең ҡыҙа башлаған сағы ғына әле, ...! Оҫта ҡурайсы ҡулында был ҡыу үлән тылсымлыға әйләнә. Ундай ҡурайсыларҙың таң ҡалдырыр сығыштары алда әле. Шулай итеп, 16 йәшкә тиклемге конкурсанттарҙың сығышы тамам һәм беҙ 16 йәштән олораҡтар араһында бәйгене башлайбыҙ, дуҫтар! Сәхнәгә тәүге бәйгесене саҡырабыҙ!
Объявление конкурсантов согласно программе и оценочным листам.
2 часть: конкурсанты старше 16 лет
ОБЪЯВЛЕНИЕ ОКОНЧАНИЯ КОНКУРСА
и ИНФОРМАЦИИ О НАГРАЖДЕНИИ
Вед. Бөтә гүзәллеген һиңә биргән
Киң күңелле ҡартлас Уралым.
Башым эйәм һиңә, башҡортомдо
Көйлө халыҡ иткән ҡурайым,
Көслө халыҡ иткән ҡурайым!
Вед. Ҡәҙерле бәйгеселәр, башҡорт ҡурайының моңон сәхнәбеҙҙә яңғыратыуығыҙға ҙур рәхмәт! Альберт Ғәйфулла улы Юлдыбаев кеүек халыҡ сәнғәтенә хеҙмәт итеүегеҙ тик маҡтауға лайыҡ!
Вед. Хөрмәтле жюри ағзалары, конкурсанттар! Артабанғы эш барышы менән таныштырып китәбеҙ:
!!! Конкурс йомғаҡтары төп майҙансыҡта сәғәт өстә иғлан ителәсәк. Шул ваҡытҡа тиклем Альберт Юлдыбаевҡа бағышланған күргәҙмәне, “Кинйә йыйыны”н күрергә саҡырабыҙ. Унан алда бәйгеселәрҙе кураторҙар төшкө ашҡа оҙатасаҡ. Ә хәҙер хөрмәтле жюри ағзаларын, ҡунаҡтарҙы һәм конкурсанттарҙы сәхнәгә иҫтәлеккә фотоға төшөргә саҡырабыҙ!
Вед. Ҡәҙерле тамашасылар, бәйгеселәр! Сәғәт өстә осрашҡанға тиклем хушлашабыҙ һәм күңелле ял, яҡшы кәйеф теләйбеҙ!
НАГРАЖДЕНИЕ
Вед: Башкирский народный музыкальный инструмент – курай с его мелодичностью затрагивает самые тонкие струны нашей души. Наша долг – передать следующему поколению этот неповторимый музыкальный инструмент.
Вед. Башҡорт ҡурайы – һоҡланғыс мөғжизә. Ә бөгөн ишеткән ҡурай моңдары – сал Уралдың алтын-көмөштәренән дә ҡиммәтерәк, ғүмергә хәтерҙә ҡалыр ғәжәйеп таланттар балҡышы булды.
Вед: Для награждения участников Открытого районного конкурса памяти Альберта Юлдыбаева «Уйнаһын ғына ҡурайым!» на праздничную сцену приглашается Юлдыбаева Марьям Файзулловна - более 30 лет режиссер народного башкирского фольклорного ансамбля “Йэнтойек” районного дома культуры “Йэшлек” Куюргазинского района, Ветеран труда Российской Федерации и Республики Башкортостан, супруга Альберта Гайфулловича Юлдыбаева.
Награждение – спецприз.
______________________________________________________________
Вед. Для награждения участников Открытого районного конкурса памяти Альберта Юлдыбаева «Уйнаһын ғына ҡурайым!» на праздничную сцену приглашаются члены ЖЮРИ КОНКУРСА
НАГРАЖДЕНИЕ (согласно положению):
Вед. Еңеүсенең йөрәге ҡыуаныстан ярһып типһә лә, беҙ һүҙҙе уға бирәбеҙ!
Победитель играет на курае
Вед. Ҡәҙерле дуҫтар! Ҡөҙрәтле ҡурай моңо киләсәктә лә халҡыбыҙҙың бар донъяны таң ҡалдырыр музыка ҡоралы булып, арҙаҡлы шәхестәребеҙ хаҡында хәтер мәңге йәшәһен! Ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә, жюри ағзаларының барыһына ла саф күңелдән рәхмәт! Киләсәктә һеҙгә ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ!