Башҡорт халыҡ фольклоры аша балаларҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
novyy_dokument_v_formate_rtf_2.docx | 12.43 КБ |
Онлайн-тренажёры музыкального слухаМузыкальная академия
Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей
Современно, удобно, эффективно
Предварительный просмотр:
Башҡорт халыҡ фольклоры аша балаларҙа тыуған илгә
һөйөү тәрбиәләү.
Маҡсат:
Балаларҙы башҡорт халыҡ ижадын өйрәнергә йәлеп итеү,халыҡ йырҙарына ,моңдарына,уйындарына мөхәббәт,тыуған яҡҡа һөйөү,ғорурлыҡ тәрбиәләү.Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы -ҡумыҙ менән танышыу. Был музыка ҡоралдарына ҡарата һөйөү,һаҡсыл ҡараш, уйнарға өйрәнеү теләге уятыу. Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлай улы менән танышыу.
Дәрес барышы:
Балаларҙы теҙеү һәм һаулыҡ һорашыу.
-Балалар, нимә ул Тыуған ил( беҙ йәшәгән урын,ауыл )
-Беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ.(Башҡортостан)
-Эйе, балалар,Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған үҫкән ер яҡшы тигәндәр борон.
-Тимәк,беҙ бөгөгө дәрестә башҡорт халыҡ фольклоры менән танышып үтәбеҙ.
Мин һеҙгә балалар ошондай матур кейеҙ түшәк алып килдем.Бындай түшәк- балаҫтарҙы борон ҡыҙҙар кейәүгә сыҡһа әсәләре бирнә итеп бүләк иткәндәр.Беҙҙең Әбйәлил районы кейеҙҙән төрлө ҡаралтылар,тирмәләр,аяө баш кейемдәре эшләү менән дан тота.Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән балаҫ һуғыуҙы бейеү хәрәкәттәре менән күрһәтәбеҙ.
(һарыҡ йөнөн күрһәтеү)
-Һарыҡты ҡырҡҡас бына ошолай итеп теткәндәр,тимәк таҙалағандар.(хәрәкәттәр күрһәреү)
-Иләгәндәр(хәрәкәттәр)
Йомарлап йомғаҡ яһағандар(хәрәкәттәр)
Балаҫ һуҡҡандар һәм эш бөткәс бына ошондай хәрәкәттәр менән беәеп алғандар.(бейеү хәрәкәттәрен өйрәнеү)
-Һай, афарин ,балалар.Атанан күргән уҡ юнған,әсәнән күргән -тун бескән тигәндәр борон.Бик матур күңелле итеп балаҫыбыҙҙы эшләп бөттөк, арып киткәнһегеҙҙер,шым ғына ултырышайыҡ.
(Ҡурайҙа Урал көйө яңғырай)
-Урал ғына тауҙың ай башында
Урай урай үҫкән бер ҡурай.
Шул ҡурайҙы алып тарттыниһәң
Ҡайғы -хәсрәт тала бер талай.
-Балалар,һүҙ ниндәй музыкаҡоралы тураһында бара.Эйе,ҡурай. Ул башҡорт халҡының иң боронғо музыка ҡоралы булып тора.Халыҡ ҡурай моңо менән күңел дә асҡан,ҡайғы- хәсрәтен дә баҫҡан,яуға ла сапҡан.Ҡурай ул-үлән , урманда үҫә.Бындай үләнде таҡыя башлы ҡурай тип атайҙар. Уның эсе ҡыуыш була.Үлсәмдәр яһап ҡырҡып алалар.
Ҡарай
-Әү
-Ҡайҙа үҫтең
-Урманда
-Кем ҡырҡты
-Оҫта ҡырҡты
-Ни эшләргә
-Уйнарға.
Ҡурайҙы хәҙерге ваҡытта оҫталар яһай. Ә ҡурайҙа уйнаған кеше -ҡурайсы була.
Мин һеҙҙе тағы ла бер музыка ҡоралы-ҡумыҙ менән таныштырам.(ҡумыҙҙа уйнау)
Ҡумыҙ- башҡорт халҡының иң боронғо ҡыллы музыка ҡоралы.Сөнки ул дуғаформаһындағы уртаһында теле булған металл.Борон ағастан,тимерҙән,хатта һөйәктән эшләнгән ҡумыҙҙар булған.
(Ҡурай һәм ҡумыҙ хәрәкәттәрен эшләү,ял итеү.)
Балалар был һүрәттә һеҙ нимә күрәһегеҙ.
Эйе,башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев (батыр тураһындә әңгәмә)
Мин һеҙгә Салауат батыр тигән йыр әҙерләп килдем.Был йырҙы компазитор Әлфиә Зиннурова яҙған.(йыр өйрәнеү).
Был йыр ниндәй характерҙа йырлана,һүҙҙәрен ҡабатлап өйрәнеү.
Мин һеҙгә бөгөн бик матур ошондай карточкалар алып килдем.Әйҙәгеҙ, тағы бер тапҡыр милли музыка ҡоралдарын иҫкә төшөрәек.
Дөрөҫ тап уйыны.Музыка ыңғайына хәрәкәттәр эшләйбеҙ.Көй туҡырыһа, ниндәй музыка ҡоралы уйнаә,шуның һүрәтен күрһәтергә тейешбеҙ.
Йомғаҡлау.