Конспекты занятий
Конспект фольклорного занятия для старших дошкольников. Знакомство с народным музыкальным инструментом.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Өлкән төркөм балалары менән башҡорт халҡының музыка ҡоралы -ҡумыҙ менән танышыу. | 19.32 КБ |
Онлайн-тренажёры музыкального слухаМузыкальная академия
Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей
Современно, удобно, эффективно
Предварительный просмотр:
Муниципальное автономное дошкольное образовательное учреждение детский сад “Солнышко” с.Янгельское
МР Абзелиловский район Республики Башкортостан
Өлкән төркөм балалары менән башҡорт халҡының музыка ҡоралы -ҡумыҙ менән танышыу
Подготовила: музыкальный руководитель
Мухаметшина Айгуль Иршатовна
Максат: башҡорт халҡының музыка ҡоралдарының береһе ҡумыҙ менән танышыу. Ҡумыҙ тураһында легенда тыңлау. Ҡумыҙ төрҙәре, ҡумыҙсылар тураһында өйрәнеү һәм шулай уҡ башҡорт фольклорын өйрәнеуҙе дауам итеү.Таҡмаҡтар тыңлау.
Дәрес барышы:
Кире йөҙәс, бире йөҙәс
Кирле мырлы һикерә.
Һикереп тимер тәртәлә
Йөрәккә моң еткерә.
Балалар, был шиғырҙа ниндәй музыка ҡоралы т.һ. һүҙ бара?
-Эйе, дөрөҫ. Беҙ бөгөн башҡорт халҡының иң бороңғо муз. Ҡоралдарының береһе ҡумыҙ менән танышып үтәбеҙ. Ул уртаһында теле булған дуға формаһындағы металл. Борон ағастан,тимерҙән, хатта ҡаҙ һөйәгенән эшләнгән ҡумыҙҙар булған.Иңэлек уны ағастан яһағандар. Саған ағасын бысаҡ ярҙамында юнып 15-20 см. Ҙурлығында пластинка эшләп еләҫ урында киптергәндәр. Уртаһына ҡумыҙҙың телен юнып эшләп ҡаты еп беркеткәндәр. Уйнағанда инде ошо епте бармаҡҡа урап тартҡандар һәм матур тауыш килеп сыҡҡан.
Мин һеҙгә ҡумыҙ атамаһының ҡайҙан килеп сыҡҡан икәнен һөйләп ишеттерәм.
(легенда һөйләү)
Был бәләкәй генә нескә муз. Ҡоралы т.һ. бик күп легендалар йөрөй һәм ул фәҡәт башҡорт ҡатын ҡыҙҙарының муз. Ҡоралы тигән һығымта яһап була. Сөнки борон дин буйынса ҡатын ҡыҙға ҡысҡырып көлөү, йырлау, тыпырлап бейеү тыйылған булған. Улар яңғыҙ ҡалған саҡтарында ҡайғыны ла шатлыҡты ла ошо бәләкәй муз.ҡоралы менән йыуатҡандар. Ә инде, кәрәкмәгән ваҡытта йәшереү өсөн бик ҡулай инструмент булған.
Ә хәҙер мин һеҙгә ҡумыҙҙа таҡмаҡтар уйнап ишеттерәм.
( таҡмаҡтар уйнау)
Арып киткәнһегеҙҙер, күнекмәләр эшләп алайыҡ.
Һай ҡумыҙ (3 тапҡыр)
Ҡумыҙҙар сыңлай икән.
Өҙә баҫып бейемәйсә
Күңелдәр булмай икән.
Ҡумыҙ ул варгандың бер төрө. Ул һуҡма телле муз. Ҡоралы тип атала. Ә ни өсөн һуҡма телле икән?(яуаптар).
Хәҙерге ваҡытта ҡумыҙҙарҙың төрлө төрҙәре була
1. Бер телле ябай ҡумыҙ.
2.Ике телле ҡумыҙ (тауыш яңғырашы арта)
3.Өс тауышҡа күсеп уйнай торған ҡумыҙ.
4.Һигеҙ тауышлы ҡумыҙ.
5. тауышлы ҡумыҙ (бас гитара, контрабас, тромбон тауыштарын да алыштыра ала икән).
Ә инде иң беренсе , боронғо ағастан эшләнгән ҡумыҙ 1985 йылда Мәсетле районында Гарипова Ҡәфиә инәйҙә табыла. Был ҙур асыш була.
(Ағас ҡумыҙҙың тауышын тыңлау).
Алдан әйтеп китеүемсә, ҡумыҙ ул фәҡәт башҡорт ҡатын ҡыҙҙарының музыка ҡоралы булған.Ә инде һуңғы ваҡытта был муз, ҡоралында ҙур поппулярлыҡ менән ир егеттәребеҙ сығыш яһай. Беҙҙең атаҡлы ҡумыҙсыбыҙ Роберт Заһретдинов һәм уның уҡыусыһы Миңлегәфүр Зәйнетдинов, Күмертау ҡалаһынан Халилов, Дүртөйлөнән Рысбаев,Салауат ҡалаһынан Дәүләтбаев һ.б.
(Р.Зәйнетдинов һәм Р.Заһретдинов т.Һ. һөйләү һәм көйҙәр тыңлау).
Балалар, ҡумыҙҙа уйнауҙан тыш ,ошо матур муз.ҡоралы ярҙамында төрлө иммитация алымдары, тәбиғәт күренештәре,йәнлектәр,ҡоштар тауыштарын ишеттереп була икән.
(Олена Подлужная башҡарыуында ҡумыҙ).
2.Балалар, беҙ бөгөн ҡумыҙ т.һ. куп ҡыҙыҡлы нәмәләр белдек. Ә хәҙер дәресебеҙҙе балалар фольклоры менән бәйләп өйрәнәйек.Ниндәй фольклор төрҙәрен беләһегеҙ.
1.Таҡмаҡтар.
Әйҙә, ҡумыҙҙа уйна ла
Әйҙә моңланып йырла.
Үҙ телеңдең ҡөҙрәтен бел
Һис тә оялып торма.
Һай ҡумыҙ 3
Ҡумыҙҙар сыңлай икән.
Өҙә баҫып бейемәйсә
Күңелдәр булмай икән.
2.Һөйгөстәр.
Һәтес, һәтес һәтес тә
Өләсәй ҡумыҙ сиртә.
Ҡумыҙ көйөнә ҡыҙым
Ҡулдарын сәпәй итә.
3.Бишек йырҙары.
Йоҡла ҡыҙым йом күҙең
Йом күҙеңде, йондоҙом.
Ҡумыҙҙа мин уйнармын,
Моңло йырҙар йырлармын.
4.Тел төҙәйткестәр.
Ҙа-ҙа-ҙа
Мин уйнайым ҡумыҙҙа
Ҙы-ҙы-ҙы
Милле башҡорт ҡумыҙы
Шы-шы-шы
Ҡалай матур тауышы
Рә-рә-рә
Зыңғыр,зыңғыр һикерә
Рә-рә-рәЙөрәккәмоң еткерә
Тан-тан-тан борон булған ағастан
Ған-ған-ған олатайым яһаған
Ар-ар-ар ҡумыҙ сиртә бармаҡтар
Ар-ар-ар бейеп китә аяҡтар.
3.Ҡумыҙҙың һаулыҡ өсөн әһәмиәте.
Ҡумыҙ сирткәндә тын ярҙамында уйнағанлыҡтан,үпкәләр һау була,теш ҡаҙналары ныҡ,тештәр һау була, сөнки ҡумыҙ вибрация бирә һәм теште нығыта. Ә инде бармаҡ менән сиртеп уйнағанлыҡтан бармаҡ остарындағы нервы күҙәнәктәренә күнекмәләр яһала.
Йомғаҡлау.
Мәңге йәшәр халҡым ҡоралдары
Ул башҡорттоң йәшәй аңында.
Ул халҡымдың йәшәй булмышында,
Ул халҡымдың йәшәй ҡанында.