Региональный компонент. Башкирские фольклорные праздники
Фольклорный праздник для детей старшего дошкольного возраста.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Фольклорный праздник Мин мэргэн | 20.99 КБ |
Онлайн-тренажёры музыкального слухаМузыкальная академия
Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей
Современно, удобно, эффективно
Предварительный просмотр:
Муниципальное автономное дошкольное образовательное учреждение детский сад “Солнышко” с.Янгельское
МР Абзелиловский район Республики Башкортостан
«МИН –МӘРГӘН»
БАШҠОРТ ФОЛЬКЛОР БАЙРАМЫ
Подготовила: музыкальный руководитель
Мухаметшина Айгуль Иршатовна
«Мин мәргән»
Маҡсат: мәргәнлекте, ҡул хәрәкатенең етеҙлеген, ҡараш ярҙамында аралыҡты билдәләү һәләтен, хәрәкәт әүҙәмлеген үҫтереү, йәш быуын күңелендә милләтебеҙгә, тыуған ергә ҡарата оло һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү; милли спорт төрөн тергеҙеү.
Тирмә ҡоролған. Тирмә тышында кейеҙ түшәлгән һәм бәләкәй ҡыҙ бала ҡурсаҡ уйнап ултыра. Янында апайы түбәтәй сигә.
- Ға-ға ға – әйҙә киттек урманға,
- Шә-шә-шә – урманда еләк бешә,
- Лә-лә-ле ауыҙ итәйек әле
- Ге -ге-ге – ҡалай тәмле еләге.
Әлфинә. Бына бит телең дә шымарып бара. «Бала яҫтыҡта ятһа, ҡоштай сос була», - тигәндәр (әйтем). Әйҙә әле бишек йырын көйләп ҡурсағынды йоҡлатайыҡ.
Динә. Әйҙә, апай. (йырлайҙар)
Әлли – бәлли – бәпкәһе,
Ҡайҙа киткән әсәһе?
Иламаһын, йоҡлаһын,
Фәрештәләр һаҡлаһын.
Әлли – бәлли, бәү, бәү.
( « Һай, Салауат» йырын йырлап, тал сыбыҡтарын ат итеп ярышып, малайҙар инә).
Ислам. Егет булһа мут булһын!
Иек күҙе ут булһын.
Азамат. Батыр егет – яу курке,
Сәсән егет – дау курке!
Рәүил. Малайҙар, әйҙәгеҙ, ярышты башлайыҡ!
Бөтәһе. Әйҙәгеҙ!
Урал. Ағайҙар, ағайҙар, көтөп тороғоҙ, мин дә ярышҡым килә!
Ислам. Әйҙә, Урал, “Ятып ҡалғансы, атып ҡал”, тигәндәр, һин дә мәргәнлектә үҙеңде һынап ҡара. (әйтем)
Рәүил. Туҡта, туҡта, ырыуыңды тамғаңды беләһеңме икән? Әгәр дөрөҫ әйтһәң – ярышырһың.
Урал. Ырыуым – тамъян, ҡошом – ҡарға,
Ағасым минең – тирәк,
Ҡыҙыл һымаҡ сихри йылға
Был донъяла бик һирәк.
Бәлә – ҡаза килгән саҡта
“Тутыя!” - булған оран.
Мал – тыуарға, ҡаралтыға
“Ырғаҡ” – тамғаһы булған.
Һай, афарин. Урал!
Урал. Ағай, ярышайым инде, ә?
Рәүил. «Әйткән һүҙ – атҡан уҡ!» Уҡ – ҡаҙағанды әҙерлә, ҡустым. (әйтем).
Зөһрә. Егеттәр, бөгөн сәпкә уҡ атыу буйынса ярыш була тигәнде ишетеп, мин дә әҙерләнеп килдем.
Ислам. Зөһрә. Зөһрә,
Тау битенән югерә.
Мунса күрһә – абына! (үсекләшеү)
Зөһрә. Ҡарап ҡарарбыҙ, кемебеҙ абыныр икән! Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙарының саялығын, мәргәнлеген онотмағыҙ. Маянһылыу кеүек үҙ илебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡларға беҙ ҙә һәр саҡ әҙербеҙ!
Урал. Ярай инде ярышты тиҙерәк башлайыҡ.
Күмәкләшеп: Әйҙәгеҙ! Әйҙәгеҙ! Бисмилләһи рәхмәнни рәхим!
(Түмәр өҫтөнә баҫып “уҡ” аталар, ҡыҙҙар сыға)
- Һай, афарин, Салауат!
- Ислам, етеҙерәк бул!
- Кәүҙәңде төҙөрәк тот!
- Урал, уғыңды дөрөҫ төҙлә!
Урал. Әлеү, әллеү (илай). Мин ҡулымды ауырттырҙым! Ҡаны сыҡты!
Наҙгөл. Илама, Урал. Хәҙер беҙ уны юл япрағы менән бәйләп ҡуябыҙ, тиҙ генә бөтөрә ул (тирмә артына юл япрағы алып ҡулын бәйләй).
Әпсен – төпсөн,
Бесәй упһен (2) (имләү)
Бына шулай.
Урал Рәхмәт, апай.
Динир. Ҡурҡмаҫ булһа ирҙәр яранан,
Уҡ та үтмәҫ беҙҙең аранан!
Салауат. Егеттар, был ярышта Азамат иң мргәне булып сыҡты!
Әлфинә. “Аттан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән”, - тигәндәр. Һин дә , Азамат, атайың Мораҙым ағай кеуек мәргән икәнһең! Мин һиңә үҙем нығышлап сиккән ошо түбәтәйҙе бүләк итәм (түбәтәй кейҙерә)
Азамат. Ҙур рәхмәт, Әлфинә. Мин – мәргән! (ҡул сабалар)
Камила. Бына бит, “Ағас курке япраҡ - , әҙәм күрке – сепрәк”, - тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, ҡалай килешә үҙенә, йөҙөң асылып китте!
Камила. Ә һеҙ, сәпкә уҡ атыуҙың әһәмиәтен беләһегеҙме һуң?
Азамат. Әлбиттә,
“Йәйәләрҙән уҡ аттым – беләктәрҙә көс таптым”, - тигәндәр, тимәк, уҡ атҡан кеше көслө була.
Ислам. Арҡа һөйәген, кәүҙәне төҙ тоторға, мыҡты булырға ярҙам итә.
Салауат. Сәпкә төбәлгән ваҡытта ҡарашты бер яҡынға, бер алыҫҡа күсереү – күреү һәләтен яҡшырта.
Урал. Башҡорттоң уҡ-һаҙағы башҡа милләттәрҙекенән айырыла ,ул урманда алышыу ,һунар итеү өсөн яраҡлаштырылған. Манголдарҙыҡынан ҡыҫҡараҡ, әммә атыу көсө күпкә ҡеүәтлерәк.
Азамат. Атайым әйтә, уҡтарҙың да төрлө төрҙәре бар ,ти.Иң алыҫҡа атыла торған еңел оҙон уҡ-зөлфөн йәки серем,мәрәйгә ата торғаны-майтус, башағы иң ослоһо-бөрөз, ә башағы ялпаҡ булһа-ҡырҡҡы, башаҡһыҙы -тупан уҡ була икән.
Наҙгөл. Бына бит,күп ҡыҙыҡлы нәмәләр белдек, әйҙәгеҙ уйнап, йырлашып алайыҡ.!
(Ҡурай уйынын йырлап бейеү.)
Наҙгөл. Ҡыҙҙар, малайҙар ямғыр килә бит!
Бергә. Ысынлап та! Күптәнән яуғаны юҡ ине, әйҙәгеҙ, ямғыр теләйек.
Ямғыр ,яу, яу, яу,
Иген үҫһен тау, тау,
Арыштан, бойҙайҙан,
Беҙ һорайбыҙ Хоҙайҙан!
Урал. Әйҙәгеҙ, ҡайтайыҡ инде.
Бергә .Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ! (сығалар).