Мостай Кәрим иленә сәйәхәт
М.Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған кластан тыш сара
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
mostay_ilen_syht.docx | 25.88 КБ |
Предварительный просмотр:
Мостай Кәрим иленә сәйәхәт
(М.Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған кластан тыш сара.)
(5-7 кластар өсөн)
Мағсат: Башҡортостандың халык шағиры Мостай Кәримдең ижады, тормыш юлы менән таныштырыу; Мостай Кәримдең ижады аша башҡорт теленә һөйөу, ҡыҙыҡһыныу; балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Мостай Кәримдең портреты, компьютер, презентация материалдары, йырҙар, уҡыусылар төшөргән һүрәттәр, плакаттар,китаптар күргәҙмәһ.
(“ Беҙҙең өйҙөң йәме”,“ Өс таған” әҫәрҙәренән персонаждар йүгереп сығалар)
Йәмил: Һаумыһығыҙ уҡыусылар!
Оксана: Хәйерле көн ҡунаҡтар!
Айҙар, Вәли,Ғабдулла (бергә): Беҙҙә бөгөн ҙур байрам!
Йәмил: Байрам икәнен беҙ беләбеҙ, ә килгән уҡысылар араһында белгән кеше бармы икән?(уҡыусыларға ҡарай.)
Уҡыусылар : Әлбиттә беләбеҙ, М Кәримдең тыуыуына 100 йыл булды!
Оксана: Эйе,шулай.
Айҙар: Ә һеҙ Мостай Кәрим тураһында нимә беләһегеҙ?
1Уҡыусы: Башҡортостандың халыҡ шағиры.
2Уҡыусы: Драмматург.
3Уҡыусы: Прозаик.
4Уҡыусы: Яугир.
Вәли: Нәҡ шулай.
Ғабдулла: Беләләр икән ,афариндар. Ә һуң беҙ кемдәрикәнен беләләрме икән?
Уҡыусылар : Һеҙҙе лә беләбеҙ.
Йәмил: Мин кем?
1Уҡыусы: Йәмил.
Оксана: Ә мин?
2Уҡыусы: Оксана.
Айҙар, Вәли,Ғабдулла (бергә): Ә беҙ кемдәр?
Уҡыусылар : Айҙар, Вәли,Ғабдулла.
Айҙар, Вәли,Ғабдулла (бергә): Оооо яҡшы, беләләр.
Йәмил: Улай булғас үҙебеҙ менән алабыҙмы?
Вәли: Кәңәшмә ҡороп алырға кәрәк, минеңсә.
Айҙар: Һин дөрөҫ әйтәһең ,Вәли. Әйҙәйгеҙ кәңәшләшеп алайыҡ(бергәләшеп һөйләшеп алалар).
Оксана: Ә уларҙың бараһылары киләме һуң?
Ғабдулла: Эйе шул, әйҙә һорайыҡ. Уҡыусылар ,һеҙ беҙҙең менән барырға теләйһегеҙме?
Уҡыусылар : Ҡайҙа?
Йәмил: Сәйәхәткә!
Оксана: “Мостай иленә”
Уҡыусылар: Эйе беҙ әҙер.
Айҙар, Вәли,Ғабдулла (бергә): Киттек улайһа!
Сәхнәлә “ Оҙон оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк күрһәтелә ( 7-се кл.)
Йәмил: Шулай һәр- беребеҙ Шәһиҙулла ағай кеүек текә ,көслө булаһы килә, эйе бит ,дуҫтар.
Оксана: Шулайҙыр , тик миңә бары-бер Кендек яҡыныраҡ,әйткәндәй был әҫәрҙә Кендек М.Кәримдең прототибы ла инде.
1Уҡыусы: М.Кәрим ... Был исемде күптән инде яратып, үҙ итеп, үҙебеҙҙеке тип әйтергә өйрәнгәнбеҙ.
Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә йәмле Дим йылғаһы буйында Ҡыҙҙар тауы итәгендә урынлашҡан Шишмә районы Келәш ауылында тыуып үҫкән. Ул атаһы кеүек йәштән эш һөйөргә, атта йөрөргә өйрәнә. Әсәһе ҡойған йомаҡтар, һөйләгән әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам итә. Үҙенең ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө рабфагына уҡырға инә.Һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 14 йәшендә 1-се шиғырын яҙа. Был шиғыр «Беҙ еңербеҙ» тип атала. Шиғырында М. Кәрим еңеүгә ынтыла һәм үҙ ғүмерендә ҙур Еңеүҙәр яулай: тормошта ла, әҙәбиәттә лә, яуҙа ла, тыуған халҡына хеҙмәт иткәндә лә.
Ошондай оло шәхесте беҙгә бүләк итеүсе Мостафа Кәримовтың әсәһе Вазифа инәйҙән: «100 йәшкә етеүҙең сере ниҙә?» - тип һорағас– Илгә килгән ҡайғыларҙы ил менән күтәрҙек, ә бына балаларым ҡайғыртыу түгел, ғәмләндермәне лә, шулдыр сәбәбе», - тигән.
Сәхнәлә М.Кәримдең “Билдәһеҙ һалдат”шиғыры яңғырай (7 класс)
Айҙар: Минең дә олатайым һуғышта булған, миҙалдары ла бар!
2Уҡыусы: Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул институт тамамлап, өйләнеп, Рауза ханым менән Йәрмәкәй районына эшкә, башҡорт һәм рус телдәрен уҡытырға ебәрелә. Ләкин уға уҡытырға насип булмай, һуғыштың беренсе көнөнән үк фронтҡа китә. Ул ҡыҫҡа сроклы хәрби курстарҙа уҡығас, элемтә бүлеге һәм артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә.
Һуғыш ваҡытында, йәғни 1942 йылда, фашист снаряды ярсығы уның комсомол билетын тишеп йөрәгенән бер нисә мм ғына ситтәрәк үтә (билет хәҙер муҙейҙа һаҡлана.) Бәхеткә ҡаршы, үҙе госпиталдә дауаланып иҫән ҡала. Ә иптәше Фомин Владимир һәләк була. 12 йыл үткәс, йәғни 1955 йылда,М.Кәрим «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» тигән шиғырын яҙа.
Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,
Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн
Әрней минең иҫке бер яра.
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.
Тимер ярсыҡ яра төбөндә.
Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә...
Икебеҙгә тейҙе бер юлы
Бер минаның ике ярсығы.
Береһе ҡалды сержант Фоминда,
Текә яр ситендә, ҡәберҙә,
Икенсеһе минең тәнемдә.
Ун ике йыл әрней шул яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.
Ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһә лә М.Кәрим үҙен тормошта бик бәхетлеләрҙән һанай. Һуғышҡа киткәндә Илгиз исемле улы тыуып ҡала. Һуғыштан иҫән ҡайтыуын ул:” Хоҙай мине йәлләгәндер, уның бит ҡыҙы Әлфиә тыуырга тейеш, тигәндер”, - тип аңлата.
Сәхнәлә М.Кәримдең “ Айгөл иле ” драмаһынан өҙөк күрһәтелә.
Ғабдулла: Бына бит ниндәй ҡыйыу ,үҙ илен һөйөгән, патриотик ҡарашлы ҡыҙыҡай була Айгөл.
3Уҡыусы: М.Кәрим шағир ҙа, яҙыусы ла, драматург та, публицист та, йәмәғәт эшмәкәре лә тинек. Бына ошоларҙың барыһын да бергә туплаһаҡ, ул бөйөк – Уҡытыусы. Үҙенең әҫәрҙәре менән Мостай ағай беҙҙе тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.Уның һәр бер әҫәре яҡтылыҡ һәм нур менән һуғарылған. Һәр геройы ысын тормоштан алынған.
4Уҡыусы: М. Кәрим беҙҙең замандың иң популяр, иң күренекле әҙиптәренең береһе, аҡһаҡалы. Уның хеҙмәттәре юғары баһалана. Нисәнсе йылда, ниндәй исемдәр бирелгәнлеген берәмләп уҡып сығарбыҙ.
1963 – «Башҡортостан халыҡ шағиры» исеменә лайыҡ була.
1967 – «С. Юлаев премияһы» бирелә.
1967 – «Станиславский» премияһына лайыҡ була.
1972 – «Рәсәйҙең дәүләт премияһы» бирелә.
1977 – «Андерсен исемендәге бөтә донъя дипломы»на лайыҡ була.
1984 – «Ленин премияһы» бирелә.
1999–«Шолохов премияһы», «Өфө ҡалаһының почетлы гражданины»исеменә лайыҡ булған әҙип.
Һаналып үткән исемдәр генә лә яҙыусының халыҡ араһындағы абруйының бик юғары булыуын күрһәтә.
Йәмил: Мостай Кәрим 86-сы йәшендә, 2005 йылдың 21 сентябрендә вафат була.
Заманыбыҙҙың оло шәхесе, милләтебеҙҙең ғорурлығы М. Кәрим һуңғы шиғырҙарының береһендә былай тип яҙа:
Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр, һеҙгә
Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам.
Түп-түңәрәк Ер ҡалдырам һеҙгә,
Сатнамаған Ҡояш ҡалдырам.
Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә,
Ағын һыу ҡалдырып китәмен . . .
Оксана: Эйе, Мостафа Сафа улы Ер, Ҡояш, ут, һыуҙан башҡа беҙгә урғылып торған ижад шишмәһен ҡалдырып китте.
Вәли: Дуҫтарым, ҡайтырға ваҡыт етте түгелме?
Ғабдулла: Эйе дуҫтар ошонда беҙҙең юлдарыбыҙ айырылыр.
Айҙар: Һеҙгә уҡыуығыҙҙа үңыштар!
Уҡыусылар : Хәйерле юл!
Айҙар, Вәли,Ғабдулла, Йәмил, Оксана (бергә): Һау булығыҙ!