Яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловҡа арналған сценарий
Яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловҡа арналған сценарий
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
geroy_auylyna_kayta.docx | 20.83 КБ |
Предварительный просмотр:
Яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловҡа арналған сценарий.
1-се бүлек. Герой ауылына ҡайта.
Ике малай, ҡылыстарын саң-соң итеп, фехтование менән шөғөлләнә. Улар Ғәли менән Вәли.
Ғәли: Вәли, берәй тауыш ишетәһеңме?
Вәли: Ишетәм. Ҡайҙан килә икән был йыр?
Ғәли: Әллә Зөбәй Үтәғолов Еңеү байрамына ҡайтамы?
Вәли: Һин нимә, Ғәли, әллә һаташаһыңмы? Советтар Союзы Геройы З. Үтәғолов 1943 йылда һәләк булған бит.
Ғәли: Ихтимал…
Вәли: Ихтимал, уның рухы ҡайталыр. Тыуған илдәре өсөн баштарын һалған яугирҙарҙың әруахы күктә йәшәй, тиҙәр бит.
Улар күккә ҡарай. Йыр көсәйә. Зөбәй инә.
«Үҙ яғыма ҡайтһам
Тыңлар инем үлән үҫкәнен
Тыңлар инем салғы тауыштарын,
Киске йылы елдәр иҫкәнен»
(Тауыш.)
-Ишеттем, ишеттем тауышығыҙҙы, егеттәр.Ҡош юлынан китеп барғанда ергә төшөп, ауылыма ҡайтырға булдым.
Малайҙар күҙҙәрен ыуып.)-Зөбәй ағай, һеҙме был?
Зөбәй. Эйе, мин. Һаумыһығыҙ, ауылдаштарым!
Малайҙар. Һаумыһығыҙ, Зөбәй ағай!
Ғәли. Зөбәй ағай, һеҙ көтөп тороғоҙ. Беҙ һә тигәнсе бөтә ауылға һөрән һалабыҙ.
Вәли. Вәт, халыҡ шатланасаҡ.
Зөбәй. Әйҙәгеҙ, малайҙар, мин дә һеҙҙең менән.
Етәкләшеп сығалар.
Автор тауышы. З. Үтәғолов1913 йылда Белорет районы Баҡый ауылында тыуған. Башланғыс белемде үҙ ауылында ала.Зөбәйҙәулла 1939 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Зөбәй Мәлүез районыныңЮлдаш урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Бер йылдан һуң Салауат районы Арҡауыл мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә.1941 йыл, 22 июнь. Дәһшәтле һуғыш…
2-се бүлек. Һуғышҡа оҙатыу.
- Телефон бағанаһын
Һанайһым ҡалған икән.
Күҙ керпектәрем талғансы
Ҡарайһы ҡалған икән.
- Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, балаҡайҙар!
- Илап оҙатмағыҙ беҙҙе! Беҙ үлергә түгел, еңергә китәбеҙ!
Файза инәй.-Иҫән- һау әйләнеп ҡайт, улыҡайым!
Зөбәй. – әсәй, мине көтөгөҙ, мин ҡайтырмын.
Автор тауышы. 1942 йылда З. үтәғолов Өфө пехота училищеһына уҡырға китә.
Ике ай ҙа үтмәй, алғы һыҙыҡҡа оҙатыла. 1943 йылдың 13 ғинуары. Был көндәрҙә мөһим бер операцияның яҙмышын Ростов өлкәһендәге Красновка исемле бер бәләкәй ген станция хәл итә.Гвардеецтар станциялағы өс йортҡа бәреп инә һәм уларҙы бирелмәҫ крепосҡа әүерелдерә. Дошман менән бәрелеш ауһыҙ ҡаты була, ни бар ун өс кенә һуғышсы иҫән ҡала. Ҡоторонған фашистар батыр гвардеецтарҙы терелә ҡулға төшөрә алмағас, мәктәпкә кәрәсин һибеп ут төртәләр.Ә геройҙар атыша-атыша, Интернационалды йырлап һәләк булалар.
Һуғыштан эпизод. Атыу тауыштары.
Зөбәй котелок алып яҙа. «Танкылар килә. Беҙ икәү генә ҡалдыҡ. Зөбәй. “
Зөбәй. – Рөхсәт итегеҙ, иптәш командир, мина һалырға!
Командаир. –Рөхсәт, Үтәғолов! Мин Рәсәй өсөн!
Зөбәй. Ә мин Рәсәй һәм Башҡортостан өсөн! (ҡосаҡлашалар).
Командир.- Молодец һин, Үтәғолов Тыуған илеңде, Башҡортостаныңды онотмайһың.
(Сығалар)
3-сө бүлек.Ауылдағы күренеш.
Ауыл советы председателе.-Һөйөнсө, Файза еңгә, һөйөнсө!
Файза инәй. – Йә, нимә менән һөйөндөрәһегеҙ, әйтегеҙ. Һөйөнсөһө минән ҡалмаҫ инде.
Ауыл советы председателе.-Улың герой, Файза еңгә!
Файза инәй. –Атаҡ-атаҡ, уныһы нимы була инде? Командирмы?
Ауыл советы председателе.- Юҡ-Юҡ! Командир ғына түгел. Ул- герой! Советтар Союзы Геройы!
Бына, ышанмаһаң уҡыйым, тыңлап тор! “Немец баҫҡынсыларына ҡаршы ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн, гвардия ҡыҙыл армеецы Үтәғолов Зөбәйгә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. СССР Верховный Советы Президиумы Председателе Михаил Калинин. 31 март, 1943 йыл.”
Файза инәй.- Йә, ул герой тигәнегеҙ кем була инде?
Ауыл советы председателе. Герой –ул бик ҙур кеше. Салауат батыр һымаҡ ил батыры була герой. Ленин орденын һәм Алтын йондоҙҙо герой булған кешегә генә тағалар.Белорет районында әле уның кеүек кеше аҙ. Беҙ китйек инде.
Файза инәй. Ултырығыҙ әле, шулай итеп ҡайнаған самуырҙы эсмәй сығып китмәҫ кеше. Аһ-аһ, шулай килешмәй инде.
Ауыл советы председателе.Юҡ-юҡ, еңгә, беҙҙең эш ҡабалан әле. Ярай, хуш булып тор!(китәләр)
Файза инәй.-Аһ-аһ, бындай ҙур шатлыҡты күршеләрем менән бүлешмәйенсә булмай. (Сыға)
4-се бүлек .Зөбәй, балалар инә. Ҡулдарында байраҡ.
Зөбәй. –Йә, бәләкәй дуҫтарым, нисек йәшәйһегеҙ?Өҫтән ҡарағанда Баҡый матурайған, төҙөкләнгән. Һалам түбәле йорттар юҡ.
Вәли. Эйе, беҙҙең ауылды хәҙер танымаҫһығыҙ ҙа.
Ғәли. Йыл һайын беҙ Еңеү көнөн йыр-бейеү менән байрам итәбеҙ. Һуғыш ветерандары хәрмәтләп иҫкә алабыҙ.
Вәли.-Ана, күрәһегеҙме, өр-яңы мәктәп алдында һеҙгә һәйкәл ҡуйылған.
Зөбәй. Һеҙҙең өсөн шатмын. Рәхмәт һеҙгә, ауылдаштар.
Ҡыҙ. – Зөбәй ағай, улығыҙ Рәстәмгә яҙған хатығыҙҙы онотманығыҙмы?
Зөбәй.- Онота буламмы һуң? Йә әле, уҡып күрһәт. (Хат уҡыла)
-Эйе, балалар, был хат Рөстәмгә генә түгел һеҙгә лә төбәлгән!-
Хушығыҙ, ауылдаштарым, миңә китергә ваҡыт! Башҡа бер ҡасан да һуғыш уты тоҡанмаһын. Тырышып уҡығыҙ, малайҙар һәм ҡыҙҙар!
Вәли менән Ғәли байраҡтың мөйөштәрен үбәләр.
-Ант итәбеҙ, Зөбәй ағай! Һеҙҙең исемегеҙгә тап төшөрмәбеҙ. Һеҙҙең рухығыҙ яҡты иҫтәлек булып быуындан-быуынға күсәсәк.
Теҙеләләр.