Эссе "Воспоминание о выпускнике..."
Байлык күрке мал менән, батыр күрке дан менән!!!
Ҡалабыҙҙың күркәм уҡыу йорттарының береһе булған 3 –сө һанлы лицейҙы бик күп данлыҡлы кешеләр тамамлаған. Семенов Н.П, Секин В.A., Горбачева Р.М, Бикмөхәмәтов Х.А, Ибраһимов Р. А, Рәжәпов Р. Ш, Попова О.В, Әхмәров Т.Р, Дементов Д.Ю., һәм башҡалар..
Ағымдағы йылдың башында был белем усағында традицион сараға әйләнгән Әхмәров Тимур иҫтәлегенә бағышланған турнир уҙҙы. Сара килгән ҡунаҡтарҙың һәм ярышта ҡатнашыусыларҙың уның таҡтаташы янында 1 минут тынлыҡта иҫкә алыуҙан, сәскәләр һалыуҙан башланды. Артабан музей етәкселеге уның данлы батырлығы тураһында таныштырып китте.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
khter_rozaliya.docx | 1004.37 КБ |
Предварительный просмотр:
Заһитова Розалия Фәнис ҡыҙы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы
Хәтер
Байлык күрке мал менән, батыр күрке дан менән!!!
Ҡалабыҙҙың күркәм уҡыу йорттарының береһе булған 3 –сө һанлы лицейҙы бик күп данлыҡлы кешеләр тамамлаған. Семенов Н.П, Секин В.A., Горбачева Р.М, Бикмөхәмәтов Х.А, Ибраһимов Р. А, Рәжәпов Р. Ш, Попова О.В, Әхмәров Т.Р, Дементов Д.Ю., һәм башҡалар..
Ағымдағы йылдың башында был белем усағында традицион сараға әйләнгән Әхмәров Тимур иҫтәлегенә бағышланған турнир уҙҙы. Сара килгән ҡунаҡтарҙың һәм ярышта ҡатнашыусыларҙың уның таҡтаташы янында 1 минут тынлыҡта иҫкә алыуҙан, сәскәләр һалыуҙан башланды. Артабан музей етәкселеге уның данлы батырлығы тураһында таныштырып китте.
« Тимур бәләкәйҙән тыныс холоҡло,тырыш булды, бар эшкә лә яуаплы ҡараны, баянды, спортты яратты, хәрби булам тип хыяллана торғайны» тип хәтерләй уны әсәһе Гөлнур апай, күҙ йәштәрен тыя алмайынса.
Хәрби хеҙмәтен ул Каспий диңгеҙе буйындағы флотта башлаһа ла, һуңынан уны яҙмышы дәшһәтле Чечен еренә алып килә.”Ҡайғырмағыҙ, барыһы ла һәйбәт –тиҙҙән командировкаға китәбеҙ, юғалтмағыҙ”-тип яҙа.Ул аяныслы көндө Тимур Әхмәров дүрт хәрби корреспондентты үҙе йөрөткән уазигына ултыртып, юлға сыға. Билдәле булыуынса, ул ваҡыттағы Чечен юлдары- тотош һуғыш майҙаны була...1999 йылдың 17 декабрендә Тимур менән бергә ике хәрби корреспондент һәләк була...
Тағы бер минут тынлыҡ. Артабан батырлыҡ тураһында шиғырҙар һөйләнде,йырҙар йырланды. Килгән ҡунаҡтар лицей уҡыусыларына илебеҙҙең тыныс тормошта йәшәүен, буласаҡ һалдаттарға аяҙ күк йөҙөндә хеҙмәт итеү теләктәрен еткерҙеләр, уҡыуҙарында уңыштар теләнеләр.
Көндөң икенсе яртыһында уҡыусылар мәргәнлектә көс һынашты. Унда ҡалабыҙҙан 16 уҡыу учреждениеһы ҡатнашты. Иң яҡшы һөҙөмтәләрҙе 3-сө һанлы гимназия, 10-сы мәктәп, 1- се һәм 3-сө лицей уҡыусылары күрһәтте.
«Набат» ҡала союзы рәйесе урынбаҫары Ковтанюк Юрий Иванович килгән ҡунаҡтарҙы, турнирҙа ҡатнашыусыларҙы тәбрикләй .
Ярыш сәмле бара.
Байрамдан күренештәр
Ҡалабыҙҙың РОСТО ДОСААФ етәксеһе Миһранов Ф.А мәрәйҙәрҙе һанай.