Батырҙарын иҫкә алғанда...

Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы

Бөйөк Еңеү еңел яуланмаған. Үҙ батырҙарыбыҙҙы айырым көндәрҙә генә түгел, һәр ваҡыт иҫкә алырға тейешбеҙҙер. Балаларҙа патриотик тойғолар тәрбиәләү эше даими алып барыла. Бик күп эштәр эшләнде: һуғышта ҡатнашҡан ҡартатайҙарыбыҙҙың фотолары альбомға тупланды, тематик папкалар булдырылды, күргәҙмәләр, бишминутлыҡтар ойошторола.