18 май - башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант
Опубликовано 12.05.2019 - 14:55 - Архангел районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе
18 майҙа Өфөлә Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторола. Был сараны үткәреү тураһындағы ҡарарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы.
Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү.
Диктанттың бурыстары:
– теләге булған һәр кемгә Диктант барышында үҙенең белем кимәлен билдәләү мөмкинлеген биреү;
– башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү;
—телмәр һәм яҙма коммуникацияның модалы һәм заманса алымы булараҡ башҡорт телен популярлаштырыу;
– башҡорт телен өйрәнеүгә ылыҡтырыу.
Диктанттың девизы: “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”.
Диктант түбәндәге кимәлдәрҙә ҡатнашыуҙы күҙаллай:
– башҡорт телен яңы өйрәнә башлау кимәле;
– башҡорт телендә ирекле һөйләшеү кимәле.