Мостай Кримдең 100 йыллығына
Мостай Кәримдең тормош юлына, ижадына арналған саралар дауам итә. Быйыл республика халҡын халыҡ шағирының туыуына 100 йыл тулыуға арналған күләмле саралар көтә. Юбилей саралары тотош ил буйынса ла үтәсәк.
Башҡортостан халҡы бөйөк әҙиптең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Мостай Кәрим исемен йөрөткән урам, гимназия, театр бар. Өфө уртаһында шағирҙың исемен мәңгеләштергән һәйкәл ҡуйылған. Әммә төп һәйкәлде халыҡ шағиры ижады менән үҙе тере сағында уҡ ҡуя. Мостай Кәримдең исеме төрлө быуын вәкилдәренә берләштереүсе көс булып тора.
Мостай Кәримдең ижады алдында ваҡыт көсһөҙ, сөнки әҫәрҙәр нигеҙендә мәңгелек ҡиммәттәр ята. Әҙиптең ижады бөгөн дә кешеләр араһында дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәре һуҙыуын дауам итә, тине шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова. Бөгөнгө заман балалары ла Мостай Кәримдең ижадын яратып өйрәнә. Уҡыусылар араһында ойошторолған әҙәби-ижади конкурстар быға асыҡ миҫал.
- Мне нравится (1)