Баймаҡ биләмә - ара үҙәк китапханаһында “Кино - халҡыңды донъяға танытыуҙың иң отошло юлы” исеме аҫтында Рәсәй Киноһы йылын тантаналы асыу сараһы уҙҙы. Сарала Киноның барлыҡҡа килеүе, кинорежиссерҙар тураһында видеояҙмалар күрһәтелде. Башҡортостандың күренекле кинорежиссеры Әмир Абдразаков , яҡташыбыҙ Вилюра Иҫәндәүләтова, Айнур Аскаровтар тураһында бәйән ителде. Сарала ҡатнашҡан Урал аръяғы ауыл хужалығы колледжы студенттары В. Иҫәндәүләтованың Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов тураһында төшөргән фильмы , яҙыусы Барый Ноғомановтың Ирек Зарипов тураһында яҙған китабы һәр кемде тетрәндерҙе уйға һалды. Ҡаланың “Ирандыкские зори” ансамбле Фирүзә Шамил ҡыҙы етәкселегендә рус киноларында йырланған йырҙарҙы башҡарыуы сараға йәм өҫтәне. Викторинала ҡатнашҡан студенттарға иҫтәлекле бүләктәр таратылды.
Рәсәй Кино йылын асыу тантанаһын фәһемле итеп әҙерләп алып барҙылар хеҙмәтләндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре С. Иҙелбаева, В. Ишбаева, В. Ушанова