Уҡытыусы булып ҡалам.( эссе)

Яковлева Флюза Хабибулловна

Уҡытыусы булып ҡалам.

(эссе)

 

Донъяла төрлө һөнəрҙəр бик күп. Үеҙңдең булмышыңа тура килгəн эште һайла ла ҡолас ташлап эшлə.

Билəн урта мəктəбен тамамлағас мин Мəсəғүт педагогия училищеһының балалар тəрбиəлəү бүлегенə уҡырға индем. Минең өсөн яңы офоҡтар асылды. Студент булыу, педагогик практикалар мине ысын мəғəнəһендə кеше итте, тəрбиəлəне, ҡанат ҡуйҙы.

1997 йылда училищены тамамлап, тыуған ауылыма ҡайтҡас, мине мəктəпкə башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкə саҡырҙылар. Был минең өсөн көтөлмəгəн хəл ине. Алдыма килеп баҫҡан мəсьəлəлəрҙе уйлап хафаландым. Әммə минең борсолоуҙарым юҡҡа булған. Ошо мəктəптə күп йылдар эшлəгəн оло йөрəкле уҡытыусылар Фаттахова Дилə Хайбулла ҡыҙы, Саҙыҡова Гөлсибəр Кинйəбай ҡыҙы, Гиззатова Рəйсə Шаһибаз ҡыҙы миңə көс бирҙелəр. Уларҙың кəңəштəре, тəҡдимдəре эшемə ҡыҙыҡһыныу, яаплылыҡ, ғорурлыҡ өҫтəне. Тəүге дəрестəр, тəүге тулҡынланыуҙар артта ҡалды..

Юғары белем алыу телəге мине Бөрө Дəүлəт педагогия институтына алып килде. Унда мин «Психология һəм педагогика» факультетында ситтəн тороп уҡыным.  Һуңыраҡ Өфө ҡалаһындағы М. Аҡмулла исемендəге Башҡорт Дəүлəт педагогия университетында «Башланғыс кластар уҡытыусыһы» программа буйынса белем күтəреү курстарын тамамланым.

Бөгөнгө көндə тыуған ауылымдың мəктəбендə эшлəйем. Мəктəп ул – донъяға тəҙрə, белем усағы. Хəҙерге заман уҡытыусыһы үҙ өҫтөнə ауыр һəм яуаплы миссия алған – уҡыусыларҙы ошо ҡатмарлы донъяла юғалмаҫҡа, үҙ юлын табырға, кешелек сифаттары юғалып барғанда дəрəжəһен һаҡларға, итəғəтле, белемле, төрлө бейеклектəргə ынтылыусан шəхес итеп оло юлға сығарыу. Тимəк, һин юғары мəҙəниəтле, кешелекле, олоно оло, кесене кесе итə белеүсе, ижади эшлəүсе, компетентлы, балалар психологияһын яҡшы белеүсе, ə иң мөһиме, уҡыусы баланы яратыусы, ихтирам итеүсе, кəрəк саҡта уға иң беренсе ярҙам ҡулы һуҙыусы кеше булырға тейешһең.

Һəр эштең үҙ ауырлығы бар. Уҡытыусы өсөн педагогик эш ауыр, ҡатмарлы булһа ла, ул ошонан уңыш, шатлыҡ, ҡəнəғəтлек тойорға тейеш. Балаларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Уҡыусыларҙыңактив эшмəкəрлеге, рухи тəрбиəлелеге – уҡытысының хеҙмəт емеше. Уҡытыусы балаларҙы ҡыҙыҡтыры, ҡыҙыҡһындыра ла белеүсе булырға, шулай уҡ үҙенең уҡытыу-тəрбиə эшендə төрлө педагогик алымдар, методтар ҡулланырға, белемен арттырырға, эҙлəнергə, ижади эшлəргə, эш тəжрибəһен байытырға бурыслы. Уҡытыусы уҡыусыларҙы уҡытып ҡына ҡалмай, ə ата-əсəлəрҙең кəңəшсеһе, ярҙамсыһы ла булла.

Балалар менəн эшлəү - изге эш. Уларҙың күңеле саф, эскерһеҙ. Нисə бала һиңə өмөтлө күҙҙəре менəн баға. Һəр береһен тыңларға, аңларға, хəлемдəн килгəнсе көйлəргəтырышам.

Донъяны яңынан- яңы өйрəнеү мөмкинлеге булыуына мин сикһеҙ бəхетлемен. Үҙемдең йөрəк йылыһын тарата алыуыма, хеҙмəт емештəрен күрə алыуыма бəхетелемен. Ә уҡыусыларыма мин рəхмəтлемен.