Әхмәт Сөләймәнов
Бөгөн Әхмәт ағайымдың юбилейын билдәләгән булыр инек... Туған йәнлелеге, өлгөрлөгө, уҡымышлылығы, һәр яҡтан да ғилемлелеге менән һәр ҡайһыбыҙға өлгө булды. Нисә барһаң да ҡағыҙҙарына күмелеп ултырыр ине. Шөкөр, яҙғандары халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлап ҡалыуға хеҙмәт итте, уны арттырыуға, байытыуға өлөш индерҙе. Нисек кенә булмаһын, шундай бөйөк шәхестең һеңлеһе (әсәйемдең бер туған ҡустыһы), студенты, аспиранты булыу мөмкинлегенә эйә булыуым менән бәхетлемен. Ҡайһы бер хеҙмәттәрен редакторлауҙа, тәржемәләүҙә ҡатнашыу бәхете лә тәтене миңә. Ниндәй генә байрам булмаһын (ағайым, моғайын, кире ятып торғандыр, һуңыраҡ шылтыратырмын, тигәнсе), ағайым һәр саҡ минән алда шылтыратыратып ҡотлар ине. Шуныһы ҡыуаныслы: йыш аралаштыҡ, хаттар яҙыштыҡ. Бына уның һуңғы йылдарҙа яҙған хаттарының береһе...