Асыҡ дәрес "Көҙгө мажаралар"

Назарова Гульназ Минибаевна

"Көҙгө мажаралар" дәресе балаларҙың көҙ тураһында белемдәрен дөйөмләштереү; тәбиғәт һәм кеше араһындағы бәйләнеште күрһәтеү;  балаларҙың һүҙлек запасын байытыу, һорауҙарға яуап бирергә өйрәтеү; бәйләнешле телмәр үҫтереү, көҙ миҙгеле тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү; тәбиғәткә, хайуандарға ҡарата ихтирамлылыҡ, һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл asyk_dres_kozgo_mazharalar.docx352.74 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Көҙгө мажаралар

Маҡсат: Балаларҙың көҙ тураһында белемдәрен дөйөмләштереү;

Бурыстар: Тәбиғәт һәм кеше араһындағы бәйләнеште күрһәтеү;  балаларҙың һүҙлек запасын байытыу, һөйләм төҙөргә өйрәтеү, һорауҙарға яуап бирергә өйрәтеү; бәйләнешле телмәр үҫтереү, һүҙҙәргә мәғәнәһе буйынса ҡапма-ҡаршы һүҙҙәр табырға өйрәтеү; ”ҡ”, “к” өнөнә артикуляцион күнегеү үткәреү; диалог һәм монолог телмәрен үҫтереү; тәбиғәткә, хайуандарға ҡарата ихтирамлылыҡ, һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: төкөмдө көҙ темаһы менән йыһазлау, шаршау артында - өй, түтәлдәр, емеш-еләктәр,  өләсәй өсөн - яулыҡ һәм алъяпҡыс.

Аудиоязма: Көҙ темаһына талғын көйҙәр.

Телевизор: экранда көҙ миҙгеле тураһында һүрәттәр

Күргәҙмә материал: Хат менән конверт, йәшелсәләр (картуф, помидор,ҡыяр, кишер, ҡабаҡ, кукуруз, кәбеҫтә,сөгөлдөр, һарымһаҡ), емеш-еләк (алма, груша), мнемотаблица “алма”, “кишер”, моҡсай, алма, кишер менән кәрзиндәр.

Дракол менән тишелгән, һүрәттәр, еп.

Дәрес барышы:

- Балалар! Кем дежурный икән? Тағараҡты тикшерҙегеҙме? Ем һалырға кәрәкмәйме? (Тәҙрә төбөнә киләләр, конвертты күрәләр, тәрбиәсегә әйтәләр)

 -Әйзәгеҙ ҡарайыҡ әле, унда нимә яҙылған икән? - Ҡыҙыҡ, был хат  нисек килеп эләкте икән тағараҡҡа?  (Ел осороп алып килгән) Ҡарайыҡ әле кемдән икән? Япраҡтары, орлоҡтары, хатта емеш-еләктәре менән ҡайҙан килергә мөмкин? (Урмандан) -Бәлки, ул беҙгә лә түгелдер? Тик бында бит адресы яҙылған: “Ләйсән” балар баҡсаһына, “Йәйғор” төркөмө балаларына. Тимәк, был хат кемгә инде? (Беҙгә) -Әйҙәгеҙ, хатты уҡыйыҡ.

“Һаумыһығыҙ балалар! Беҙ айыу балары, беләбеҙ, һеҙ бик аҡыллы, зирәк, көслө, киң күңелле балалар. Беҙ һеҙҙән ярҙам һорарға теләйбеҙ. Беҙ бәхәсләшеп алғайныҡ: берәүҙәр әйтә - “Көҙ етте, һыуыҡ була башланы, ҡышҡылыҡҡа өң әҙерләр кәрәк” - ти, икенселәре – “Беҙҙә көҙ уртаһы ғына әле, өң әҙерләргә кәрәкмәй”- тиҙәр. Ярҙам итегеҙ әле, көҙҙөң башымы, уртаһымы әллә көҙҙөң аҙаҡҡы көндәреме? Беҙгә ҡышҡылыҡҡа өң әҙерләргәме икән?”

-Балалар, беҙ айыу балаларына ярҙам итә алабыҙмы? Беҙ уларға ярҙам итмәһәк , айыу балары менән нимә буласаҡ? (Улар аслыҡтан, һыуыҡтан үлергә мөмкин)?

-Ни өсөн?  (айыу балары емеш –еләк ашайҙар, балыҡ тоталар,ә ҡышҡыһын уларға аҙыҡ табыуы ҡыйын)

  • Нимә эшләйек балалар, көҙ еттеме, юҡмы икәнен ҡайҙан беләбеҙ? Әйҙәгеҙ уйлап ҡарайыҡ әле, көҙҙөң ниндәй билдәләрен беләбеҙ?

Экранда һүрәттәр күрһәтелә - слайд

(Көҙ көнө ҡояш аҙ йылыта. Ямғыр яуа. Япраҡтар төрлө төҫкә инә.Ағастарҙың япраҡтары ҡойола. Көн һыуыта башлай. Ҡоштар йылы яҡҡа осалар. Йәнлектәр ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә аҙыҡ әҙерләйҙәр. Кешеләр баҡсалағы йәшелсәләрҙе йыя.)

-Балалар, беҙ бөгөн  һеҙҙең менән таныш Йомаҡ - Өләсәйгә  барып киләйек. Бәлки ул беҙгә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ юлға сығайыҡ. Беҙгә унда барырға тылсымлы көй ярҙам итер. Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ, асып ҡарамағыҙ, йә иһә беҙҙең тылсым килеп сыҡмаҫ. (  Көй уйнай. Тәрбиәсе ширманы асып яулыҡ менән алъяпҡыс ябынып ала)

Өләсәй: - Һаумыһығыҙ балалар! Мин Йомаҡ-Өләсәй. Миңә килеүегеҙгә бик шатмын. Нимә булды балалар, нимә эҙләйһегеҙ? (Көҙҙө эҙләйбеҙ)

-Ай-һай балалар, мин бит һеҙҙе көтмәгәйнем. Өйөм дә йыйылмаған. Хәҙер бит көндән-көн һыуыҡ, ямғырҙар яуып туҡтап, туңдырып ҡар яуа ла башланы. Хатта эшем күп булды. Баҡса эше менән булдым. Баҡсам бик ныҡ уңды быйыл. Хәҙер мин һеҙгә үҙемдең баҡсамдан йыйып алған уңыштарымды күрһәтәм. Бына инде баҡсамдағы емеш-еләктәрем, йәшелсәләр. - Һеҙ уларҙы беләһегеҙме икән? (Кишер, сөгөлдөр, картуф, памидор, кәбеҫтә, һуған, чеснок, кукуруз)

- Ә былары инде емеш-еләктәр: (алма, грушалар) 

- Ҡайһы ваҡытта беҙ мул уңыш йыябыҙ? (Көҙ көнө)

- Минең һеҙгә күстәнәсем дә бар. Ҡарағыҙ әле ошо матур  моҡсайыма. Йәгеҙ әле балалар, бында ниндәй йәшелсә, емеш-еләктәр әҙерләнгән? Ошо йомаҡты сисһәгеҙ, нимәләр барын белерһегеҙ?

Йомаҡ: Ҡып – ҡыҙыл булып беште

                Ергә ҡойолоп төштө (алма)

Мнемотаблица менән эш: Был нимә ул? (Алма )- Ни өсөн алма тип уйлайһың? (Түңәрәк, ҡаты, шыма, һыуыҡ, ҙур түгел – был алма) 

- Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ әле, йомаҡты дөрөҫ систекме икән?

– Минең тағы ла күстәнәсем бар.

  • Йомаҡ: Осо нәҙек, төбө йыуан,

                     Ярата уны ҡуян (Кишер)

-Ҡарағыҙ әле балалар, дөрөҫ яуапты таптыҡмы? (Оҙонса, ҡаты,ҡытыршы- был кишер)

 Афарин, балалар! Бына минең кәрзинемдә алмалар, һеҙгә күстәнәскә бирермен. Бик яҡшы эшләнегеҙ, әйҙәгеҙ ял итеп алығыҙ.

Ял минуты:

Тейен сәпәкәй итә,

Ҡуян иҙәнде тибә.

Ә айуыу,тайыш табан

Башын ғына һелкетә.

Ҡуян йүгереп китә,

башын да ул һелкетә,

ян-яғына ҡаранып,

ағас аҫтына боҫа.

- Балалар, был нимә ул? (йәшелсәләр) Мин көҙ буйы уңыш йыйҙым. Бер һауытта минең “Ҡ” өнөнә булған йәшелсәләр, ә икенсеһендә “К”өнө булған йәшелсәләр һалынған ине.

-Был һауыттарҙы бутарға ярамай. Сөнки улар төрлө ерҙә һаҡланасаҡ. –Бына бутап ҡуйғандар. Быны бесәй бутағандыр инде. Минә ярҙам итерһегеҙме икән?

“Ҡ”                                                                             “К”

ҡыяр                                                                       кишер

ҡабаҡ                                                                      кәбеҫтә

шалҡан                                                                   кукуруз

ҡауын                                                                     картуф

- Йәшелсәләрҙе дөрөҫ һалырға кәрәк. – Мораҙым, һин нимә һайланың, бер йәшелсәне ал әле. Был нимә, ҡайһы кәрзингә һалабыҙ? “Ҡ”өнө булғанғамы, әллә ”К” өнөнәме? Ҡабаҡ. әлбиттә “ҡ” өнө кәрзиненә.

- Бына бөтә уңышты йыйып бөттөк. Ҡышҡылыҡҡа витаминдар әҙер. Көҙгә ҙур рәхмәт! Ярҙамығыҙ өсөн балалар, һеҙгә лә рәхмәт!

-Их, был бесәйҙе, беҙгә эш эшләп тә ҡуйған. Ҡайҙа ул, балалар күрәһегеҙме бесәйҙе?! -Сыҡ әле бында. - Ә һеҙ беләһегеҙме,бесәйҙең исеме Бесәйкәй - Кирекәй!  - Уға берәй нимә әйтһәң, киреһен эшләй. Көн һыуытһа, ул йылынды ти. Бесәй дөрөҫ әйтәме, балалар? Нисек әйтергә кәрәк? Көҙгөһөн күңелле ти, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

- Көҙ ҡояшлы?(ҡояшһыҙ) –Көҙ көнө эҫе (һалҡын) – Йылы ямғыр яуа (Һыуыҡ ямғырҙар) – Ҡоштар йылы яҡтан ҡайта (Ҡоштар йылы яҡҡа китә) – Хәҙер көҙҙөң башы (Көҙҙөң аҙағы)- Балалар, көҙҙөң аҙағы ниндәй була?

- Был ниндәй бесәйҙер инде? Беҙҙең менән бер ҙә ризалашмай? Үҙе аҡыллы ғына бесәй ул. Хатта йыл миҙгелдәре тураһында китап та төҙөгән. Тик нимәлер бутап бөткән. Бына ул төшөргән һүрәттәр.

 - Әйҙәгеҙ бесәйгә ярҙам итәйек. Көҙ миҙгеленә генә хас булған һүрәттәрҙән  китап эшләйек.

- Ни өсөн был һүрәттәрҙе һайланығыҙ? (Япраҡтар һарғайған. Көслө ел иҫә. Ҡоштар йылы яҡҡа китә. Йәнлектәр ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә. Кешеләр уңыш йыя., йылыраҡ кейенә. Көҙгөһөн  урманда бәшмәктәр йыялар)

- Балалар, ҡарағыҙ әле, ҡайһылай матур китап килеп сыҡты. Китапҡа ниндәй исем һайлайыҡ? “Көҙ”, “Көҙ миҙгеле”, “Көҙ беҙҙә ҡунаҡта”. – Балалар , бесәй һеҙгә рәхмәт әйтә. Ҡалған көҙ миҙгеленә хас булған япраҡтарҙы йыйып, тағы ла бер китап эшләп  айыу балаларына ебәрәйек. Улар китапты ҡарап, көҙ миҙгеле нисек була икәнен белһендәр. – Балалар, бесәйгә бүләк өсөн рәхмәт әйтеп ошо шиғырҙы һөйләп ишеттерәйек әле.

Бесәй, бесәй, бесәй шул

Бесәй әле кескәй шул.

Үҙе мырлай ҙа мырлай,

әллә ул шулай йырлай.

- Уйынға әүерәп киткәнбеҙ. Балалар баҡсаһына ҡайтырға кәрәк. Унда һеҙҙе тәрбиәсе апайығыҙ  көтәлер. Кире ҡайтырға тылсымлы көй ярҙам итер, күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ, тиҙҙән ҡайтып та етербеҙ. (Көй ишетелә. Балалар күҙҙәрен йомалар. (Тәрбиәсе ширманы яба, яулыҡты, алъяпҡысты сисә) 

Тәрбиәсе: - Балалар, ҡайҙа булдығыҙ? Һеҙгә сәйәхәт оҡшанымы? Нимә оҡшаны?

  • Ә хәҙер тышҡа уйнарға сығырға ла ваҡыт еткән, ингәс айыу балаларына эшләп китапты ебәрербеҙ.

Тема: Көҙгө мажаралар.

Маҡсат: Балаларҙың көҙ тураһында белемдәрен дөйөмләштереү; тәбиғәт һәм кеше араһындағы бәйләнеште күрһәтеү;  балаларҙың һүҙлек запасын байытыу, һорауҙарға яуап бирергә өйрәтеү; бәйләнешле телмәр үҫтереү, көҙ миҙгеле тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү; тәбиғәткә, хайуандарға ҡарата ихтирамлылыҡ, һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү.

Дәрестең башында сюрприз менән башланып китте. Айыу балаларынан хат алып көҙ миҙгеле тураһында белемдәрен тикшерелде. Тылсымлы көй аҫтында Йомаҡ-Өләсәйгә барып , уның көҙ көнө ниндәй мәшәҡәтле эштәр башҡарыуын белдек. Унда йәшелсәләр, емеш-еләктәрҙе айырып, йомаҡ сисеп, мнемотаблицала дөрөҫлөгөн тикшереп алдыҡ. Урман хайуандары тураһында ял минуты үткәреп , йәшелсәләрҙе ике кәрзингә айырып ҡуйҙыҡ. Бесәйкәй-Кирекәй менән диалогкка инеп, уның хатаһын төҙәтеп китап төҙөп, бесәйгә рәхмәт әйтеп шиғыр һөйләп ишеттерҙек. Сәйәхәттән тылсымлы көй аҫтында кире төркөмгә ҡайттылар.

Балалар дәресте оҡшатты, аңланылар.