ӘМИНБӘК. Башҡорт халыҡ әкиәте.
Борон-борон заманда бер ауылда бер бабай менән әбей йәшәгән, ти. Уларҙың Әминбәк исемле бер улдары булған. Ата-әсәһе Әминбәкте бай һатыусы итергә теләгән.
Бер көндө атаһы Әминбәкте янына саҡырып алған да:
— Улым, һин инде ир етеп киләһең, ә ҡулыңда бер һөнәрең юҡ. Һөнәрһеҙ ир — ҡанатһыҙ ҡош ул. Бына һиңә йөҙ һум аҡса, шуны ал да, ҡалаға барып, һатыусы булырға өйрәнеп ҡайт, — тигән.
Әминбәк тоҡсайын арҡаһына аҫҡан да, йөҙ һум аҡсаһын алып, юлға сығып киткән.