Самолет ▪А.Игебаев һүҙҙәре, А.Кәримов көйө

Мажитова  Ляйсан  Маргановна. Мәжитова  Ләйсән Мәргән  ҡыҙы

 
___________________________________
1. Самолётта остом мин дә,
Атайым менән бергә.
Зәңгәр һауаларға ҡарап,
Хайран ҡалып һоҡланһам да,
Һағынып ҡайттым ергә.
Хайран ҡалып һоҡланһам да,
Һағынып ҡайттым ергә.

2. Атайсалдан айырылғас та
һағыныу арта икән,
Аҡ йондоҙло күктәрҙә лә
Дөп-дөп типкән йөрәккәйҙе
Тыуған ер тарта икән.
Дөп-дөп типкән йөрәккәйҙе
Тыуған ер тарта икән.

3. Самолётта остом мин дә,
Атайым менән бергә.
Зәңгәр һауаларға ҡарап,
Хайран ҡалып һоҡланһам да,
Һағынып ҡайттым ергә.
Хайран ҡалып һоҡланһам да,
Һағынып ҡайттым ергә.